Пневмония, бронхит, көслө йүтәл булғанда, көнөнә бер нисә тапҡыр арпа төнәтмәһе эсергә кәрәк. Уны ошолай әҙерләйҙәр: 2 аш ҡашығы арпа йәки һолоға шул уҡ күләмдә йөҙөм ҡушып, өҫтөнә 1,5 литр һыу һалалар. Һауыттың өҫтөн ҡаплап һүлпән утта шыйыҡлыҡтың яртыһы парға әүерелгәнсе ҡайнатырға. Эсер алдынан бер аш ҡашығы бал һалырға.
Ашҡаҙаны, эсәк, үт ҡыуығы, бауыр, бөйөр, бәүел сығарыу юлдары, артрит, ревматизм, диабет ауырыуҙары мәлендә 20 грамм арпаны 1 стакан һыуға һалып 4-5 сәғәт тоталар. Һуңынан 10 минут ҡайнатып, һөҙәләр. Көнгә 4-5 мәртәбә ашар алдынан 2-3 аш ҡашығы эсәләр.
Геморрой, цистит, пиелонефрит борсоғанда, арпаны йылы дымлы шарттарҙа шыттыралар. Йәшел үҫентеләрҙе киптереп ыуалар, 2 аш ҡашығы сеймалды 1 литр ҡайнар һыуға һалып 4 сәғәт төнәтәләр. Һөҙгәс көнгә 4-6 тапҡыр ярты стакан эсәләр...
Эс киткәндә, колит күҙәтелгәнсә 50 грамм арпаны ярты литр ҡайнаған һыуға һалып 6 сәғәт төнәтәләр. Һөҙөп көнгә 3-4 мәртәбә 1/3 стакан эсәләр.
Арпа төнәтмәһе менән дауаланғанда тауыҡ йомортҡаһының ағын ашарға ярамай.
Фото: pixabay.com