+28 °С
Болотло
Сәләмәтлек кәштәһе
3 Декабрь 2024, 03:20

Емеше – диетик аҙыҡ

Дауаланыу өсөн ҡабаҡтың емеше һәм орлоғо ҡулланыла. Емеше – бына тигән диетик аҙыҡ, ул ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеген яйға һалырға ярҙам итә. Йөрәк, бауыр һәм бөйөр сирләгәндә, тән шешенгәндә, биҙгәк тотҡанда, нервы ҡаҡшағанда, йоҡоһоҙлоҡ йонсотҡанда, подагра, атерос­клероз сирҙәренән дә, аҙ ҡанлылыҡтан да файҙалы. Бынан тыш, был ризыҡ эс ҡатыуҙан килешә, һимереүгә юл ҡуймай.  

Емеше – диетик аҙыҡЕмеше – диетик аҙыҡ
Емеше – диетик аҙыҡ
Бауыр һәм бөйөр ауыртҡанда ҡабаҡ емешенең һутын да эсергә мөмкин: иртәле-кисле 0,5–1 стакан. Ошо күләмдәге һутты төнгә ҡарай ҡабул итеү йоҡоһоҙлоҡтан арынырға ярҙамлаша.
Сей ҡабаҡ емешенең иҙмәһе экзема кеүек тире ауырыуынан, тән бе­шеүенән файҙалы. Был иҙмә һөр­төү, һылау рәүешендә ҡулланылырға тейеш.
Ҡабаҡ орлоғо ярҙамында эсәк­тәрҙә таҫма кеүек паразиттарҙан, аскарида ише йоморо селәүсендәрҙән ҡотолоп була. Дауалау алымдарының береһе: 300 грамм сей ҡабаҡ орлоғо таҙартыла, ентекләп иҙелә, уға дүрт-биш аш ҡалағы ҡайнатылған һыу ҡушып бутарға кәрәк. Тәм өсөн өс-биш аш ҡалағы шәкәр йәки емеш-еләк ҡайнатмаһы өҫтәргә мөмкин. Ошо ҡатнашманы урта йәштәге кеше бер сәғәт буйы аҙлап ашап бөтөрә. Шунан һуң бер сәғәт үткәс, эс китергән магнезия тоҙо (уның миҡдарын дауалаусы табип билдәләй) ярты стакан һыуҙа иретеп эселә. 30 минуттан һуң клизма ҡуйыла.
Балаларға, йәшенә ҡарап, ҡабаҡ орлоғо әҙерәк бирелә: 3-4 йәш­тә­геләргә – 75 грамм, 5-6 йәштәгеләргә – 100 грамм, 10-15 йәше тулғандарға – 200 грамм. Әлбиттә, был дауаны табиптың күрһәтмәһе буйынса ҡулланырға кәрәк.
 
Автор:
Читайте нас