Прополистан йә булмаһа сей картуфтан шәм яһап ҡуйырға була. Ул сәғәт һайын алыштырыла.
Был афәтле ауырыуҙы еңеләйтеү өсөн кәбеҫтә кәрәк. Уның бер япрағын алып, шуға бал һөртөп ҡуйырға, һурып ала.
Геморрой интектергәндә, көнөнә 3 тапҡыр сирек стакан яңы һығылған ҡыҙыл миләш һуты эсегеҙ. Булыша. Артынан һалҡын һыу эсергә.
Ошондай дауа ысулы ла бар. Былки ҡулланып ҡарарһығыҙ.
100 грамм – дарыуханала һатылған имән ҡайрыһы, 1 ҡап – дәфнә (лавр япрағы), 1 ус – һары мәтрүшкә, 1 ус бөтнөк алабыҙ. Барыһын бергә 10 литр һыуҙа ҡайнатырға, һуңынан томалап ҡуйырға. Икенсе көндө һөҙөп шуға ултырырға. Һыуҙың температураһы тән температураһынан артмаҫҡа тейеш. Оҙағыраҡ ултырыу һәйбәт. Процедура ун көн эшләнелә.
Дөрөҫ туҡланығыҙ. Күберәк һыу эсегеҙ, эсте йомшартыусы ризыҡтар ашағыҙ (ҡара емеш, ҡыҙыл сөгөлдөр, киви, слива, кефир, виноград, ҡыяр һәм башҡалар). Йышыраҡ йәйәү йөрөгөҙ, йөҙөү, спорт менән шөғөлләнегеҙ. Шәхси гигиена ҡағиҙәләрен һаҡлағыҙ!
Фото: fmbansk.ru