Тикшереү барышында, күҙҙең тиреһе аҫтында ниндәйҙер боролмалы форма барлығы асыҡлана. Пациент әйтеүенсә, күҙҙәге хәрәкәтте ул күптәнән тойған Табиптар паразитар зарарланыу ихтималлығын шик аҫтына ҡуя. Офтальмологтар тиҙ арала операция яһап, гельминтты күҙ бәбәгенән тартып ала һәм тейешенсә дауа күрһәтә. Операциянан һуң пациент артабанғы тикшеренеү өсөн йоғошло сирҙәр дауаханаһына ебәрелгән.
Фото: башинформ