+30 °С
Болотло
Сәләмәтлек кәштәһе
7 Апрель 2025, 07:00

Һөлөк? Уның файҙаһы бармы?

Һөлөк ярҙамында дауаланыу ғәжәйеп көскә эйә икәнлеге күптәргә таныштыр, моғайын. Уның һеләгәйе ҡанды шыйығайта, холестеринды иретә, көслө антибиотиктар еңә алмаған микробтарҙы үлтерә, елһенеү, аллергияны бөтөрә. Заманса клиникаларҙа глаукома кеүек ҡаты ауырыу өйәнәген дә еңеләйтә икән. 

Һөлөк? Уның файҙаһы бармы?Һөлөк? Уның файҙаһы бармы?
Һөлөк? Уның файҙаһы бармы?

Күҙ баҫымынан интеккәндә, хатта пластик операция үткәргәндә, тирене күсереп ултыртҡанда ла яраны тиҙ бөтәштерә. Стенокардия өйәнәге менән яфаланыусыларға ла һөлөк ярҙам итә.Тромбофлебит булғанда шешенгән ҡан тамырҙарына һалғанда, ҡан тамырҙары елһенеүе кәмеүе күҙәтелә. Түбән ҡан баҫымы булғандарға һөлөк һалыу тыйыла.

Фото: bonusmart.ru

Автор:
Читайте нас