Шифалы һыу организмда матдәләр алмашыныуын яйға һалған иң шәп әмәлдәрҙең береһе һанала. Шулай уҡ йөрәк эшмәкәрлеген көйләй, ҡанды таҙарта, тамырҙарҙы нығыта. Интеллектҡа ла йоғонто яһамай ҡалмай – мейелә ҡан әйләнешен яҡшыртыуы аҡыл эшмәкәрлегенә ыңғай тәьҫир итә. Ҡайын һуты бөйөр һәм һейҙек ҡыуығында барлыҡҡа килгән таштарҙы ҡыуырға һәләтле. Шул уҡ ваҡытта шешенеүҙе юҡҡа сығара, эсәктәр эшмәкәрлеген яйға һала. Вируслы һәм микроблы ауырыуҙар мәлендә “тиҙ ярҙам” ролен үтәй. Ҡан баҫымын да тигеҙләй.
Ҡайын һыуын йыйып алғас, тишелгән урынды мүк йәки пластилин менән ҡапларға кәрәк, шунһыҙ ағас ҡороясаҡ. Ағас сөй ҡағып ҡуйһаң да була, балсыҡ, балауыҙ ҙа ярай. Ҡайын төбөндә үҫкән мүкте тығыҙлап тултырыу ҙа һыу ағыуын туҡтата. Балта ҡулланмағыҙ, ағасты ипләп кенә бырау менән тишегеҙ. Шифалы ҡайын һуты эсәм тип, берүк ҡайынды һәләк итмәгеҙ, һутты дарыу урынына ғына файҙаланығыҙ!
Фото: kasheloff.ru