* 1 стакан ҡайнаған һыуға 1 ҡалаҡ мелисса үләнен һалып, сәй кеүек бешерергә. Был үләндең зыяны юҡ, уны оҙайлы ваҡыт һәм сикләнмәгән күләмдә эсергә була.
Баш ауыртҡанда
* Маңлайға, елкәгә йәки сикәләргә сей картуф, сөгөлдөр киҫәктәрен, сирень һәм дегәнәк япрағының өҫҡы яғын ҡуйығыҙ.
Йүтәл
* Бигерәк тә яҙ, йәй көнө йүтәл ауыр үтә. 2 ҡалаҡ аҡ майға 2 йомортҡа һарыһы, 1 балғалаҡ бойҙай оно, 2 балғалаҡ таҙа бал ҡушырға. Көнө буйы сәғәт һайын 1-әр балғалаҡ эсергә.
* Ҡаҡырыҡты сығарыу өсөн мүк еләге (брусника) һуты сиробын бал менән эсергә.
Кәңәштәрҙе ҡулланыр алдынан табип менән һөйләшергә, аныҡ диагноз ҡуйырға, үләндәргә аллергия юҡлығын тикшерергә кәрәклекте онотмағыҙ.
Фото: otnogi.ru