+30 °С
Болотло
Сәләмәтлек кәштәһе
16 Апрель 2025, 10:00

Ҡарағат япрағының дауаһы

Ҡарағат япрағы — бөйөр һәм быуындар өсөн бик шәп дарыу. Ревматизм да, подагра ла булмаясаҡ! Ҡара ҡарағатта булған  С, К, Р витаминдары аортаны дауалау, бигерәк тә, атеросклерозды булдырмауҙа иҫкәртеү сараһы. Киптерелгән ҡарағат япрағының үҙенсәлеге – бөйөр өҫтө ҡабығының функцияһын Аддисон ауырыуы менән боҙолған осраҡта стимуллаштырыу, ә был ауырыуҙы хатта ҡеүәтле гормональ саралар менән дә яйға һалыу еңел түгел. Дөрөҫ дозала яһалған ҡарағат япрағы төнәтмәһе артыҡ бәүел һәм щавель кислотаһын сығара һәм подагра, ревматизмды дауалауҙы һөҙөмтәле итә.

Ҡарағат япрағының дауаһыҠарағат япрағының дауаһы
Ҡарағат япрағының дауаһы

Бөйөр ауырыуҙарынан яфаланғандарға: 0,5 литр ҡайнаған һыуға 3 аш ҡашығы ваҡланған ҡара ҡарағат япрағы һалып, 15-20 минут төнәтергә, һуңынан һөҙөп, яңынан ҡайнап сыҡҡансы талғын утта тотоп алырға. 2 аш ҡашығы ҡарағат еләген ҡушып, томалап һыуытырға. Көн оҙонлоғонда 0,5 стаканлап эсергә, еләк-емешен дә ашарға. Бындай төнәтмәне көн дә 1 ай дауамында ҡулланырға кәңәш ителә.  Һеҙ бөйөрҙәрҙе генә түгел, ә бөтә организмығыҙҙы һауыҡтырасаҡһығыҙ.

https://vk.com/zian_tan?from=groups

Автор:
Читайте нас