

Үгәй инә үләне һалҡын тейгәндән, тын алыу юлдары ауырыуҙарынан бик файҙалы. Дауаланыу өсөн сәскәләре һәм япраҡтары йыйыла. Сәскәләрен – майҙа, япраҡтарын июндә йыялар.
Ҡымыҙлыҡ – юғары ҡан баҫымы һәм атеросклероздан бик файҙалы. Гастрит, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән дә ҡулланыла.
Юл япрағы йәрәхәттәрҙҙе тиҙ уңалта. Япраҡтары йыйыла. Улар шештәрҙе кәметә, йүтәлде бөтөрөргә ярҙам итә.
Ҡарағат япрағы. Ҡара һәм ҡыҙыл ҡарағат япрағы ҡушылған сәй иммунитетты күтәрә, тынысландыра. Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән файҙалы, эсте еңелсә йомшарта.
Муйыл, сирень сәскәләре. Уларҙы иртән ысыҡ кибеүгә йыйырға кәрәк. Муйыл сәскәһе төнәтмәһе эс китеүҙән файҙалы. Сирендеке баш ауыртҡанда, варикоздан, йәрәхәттәрҙе дауалау өсөн ҡулланыла.
Кесерткән. Май кесерткәне бик файҙалы. Ул дауалау өсөн генә түгел, сирҙәрҙе киҫәтеү өсөн дә файҙаланыла. Майҙа ашын бешереп ашарға ҡушыла. Уны йыйып, киптереп тә алығыҙ. Йәш кесерткән япраҡтары үт ҡыуығын ҡыуа, ҡан тамырҙарын киңәйтә, гемоглобинды күтәрә, иммунитетты нығыта. Тик күпләп эсергә ҡушылмай, ҡандың ҡуйырта.
Әрем. Уның тамыры һәм япраҡтары йыйыла. Ул яман шештән, ревматизм, быуындар һыҙлауынан ҡулланыла. Шешенеү һәм варикоздан әрем япрағы менән компресс яһарға була.
Андыҙ. Уның тамырын йыйырға кәрәк. Бөйөргә бик файҙалы, ҡаҡырыҡты сығарырға ярҙам итә.
Дегәнәк. Уның тамырын ҡаҙып алығыҙ. Яман шештән ярҙам итә, гастритты бөтөрә, шәкәр диабеты менән ауырығандарға ла ярҙам итә.
Гөлназ Шәйхетдинова.
Фото: pogodnik.com