+30 °С
Облачно

Был вирусты серкәйҙәр тарата

2024 йылда, ял иткән илдәрҙән Башҡортостанда йәшәүсе биш кеше денге биҙгәге "алып ҡайтҡан" булған, тип яҙылған Роспотребнадзор кенәгәһендә. Инфекция йоҡтороусылар араһында бер бала ла бар. Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, ауырыуҙың беренсе осрағы ғинуарҙа Иглин районының Аҡбирҙе ауылында асыҡланған. Инфекциялы кеше Таиландтағы Пхукет утрауында ял иткән. Ҡалған дүрт осраҡ Өфөлә теркәлгән. Апрелдә ауырыу Индонезиянан ҡайтҡан, июндә инфекция Башҡортостанға Мысырҙан һәм Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренән, декабрҙә Таиландтан ҡайтҡан. Был осраҡтарҙың барыһы да Республика йоғошло ауырыуҙар дауаханаһы лабораторияһында раҫланған.

Был вирусты серкәйҙәр таратаБыл вирусты серкәйҙәр тарата
Был вирусты серкәйҙәр тарата

Сағыштырыу өсөн, 2023 йылда өс осраҡ асыҡланған, ә 2022 йылда – бер. Шуға ҡарамаҫтан, Роспотребнадзор белгестәре билдәләп үтеүенсә, төбәктә денге биҙгәге менән ауырыусылар һаны буйынса Рәсәй – 36,8% процентка, Волга буйы федераль өлкәһе буйынса 25% процентка түбәнерәк.

Денге биҙгәге – интоксикация, миалгия, артралгия, тәнгә таптар сығыу һәм лимфа төйөндәренең ҙурайыуы менән уҙа торған киҫкен трансмиссив вируслы ауырыу.

Рәсәйҙә Таиланд, Вьетнам, Индонезия, Һиндостан, Шри-Ланка, Доминикана Республикаһына барып ҡайтҡан туристарҙа денге биҙгәгенең ситтән индерелгән осраҡтары ғына теркәлә. Инфекция резервуары – ауырыу кеше, маймылдар һәм ярғанаттар.
Денге вирусын таратыусылар булып серекәйҙәрҙең ҡатын-ҡыҙ заттары тора, нигеҙҙә Aedes aegypti һәм аҙыраҡ дәрәжәлә – Aedes albopictus. Кешенән кешегә биҙгәк ҡан аша ғына күсә ала. Инфекция йоҡтороу хәүефе ҡан күсергән осраҡта йәки кешеләр бер үк шприц ҡулланғанда булырға мөмкин. Башҡа осраҡтарҙа биҙгәк йоҡтороу хәүефе юҡ.

Фото: msn.com

Автор:
Читайте нас