+30 °С
Болотло

Мең дә бер кәңәш

Кесерткән составындағы файҙалы матдәләр буйынса күп үҫемлектәрҙән уҙҙыра. Ул айырыуса май-июнь айҙарында файҙалы. Ә беҙҙең ҡанға нисек тәьҫир итә икән – шыйығайтамы, әллә ҡуйыртамы? Кесерткәндең һабағында һәм япраҡтарында витаминдар, минералдар һәм биологик актив матдәләр запасы тупланған. Йәш кесерткән япраҡтарын салат яһағанда, аштарҙа ҡулланалар, сәй итеп эсәләр. Шулай уҡ уны һуңынан файҙаланыу өсөн, туңдырып йәки киптереп, һаҡларға мөмкин.

Мең дә бер кәңәшМең дә бер кәңәш
Мең дә бер кәңәш
Йәш кесерткәндә аскорбин кислотаһы күп, ул иһә ҡанды шыйығайтыу һәм яңыртыу сифаттары менән билдәле. Шулай уҡ кесерткәндә В һәм А төркөмдәре витаминдары (ҡан күҙәнәктәрен яңыртыу өсөн кәрәк), тимер, кальций, марганец һәм баҡыр күп. Шуға күрә был үлән аҙ ҡанлылыҡтан (анемия) ярҙам итеүсе сара булып иҫәпләнә, кесерткән сәйен ҡанды яңыртыу һәм таҙартыу өсөн эсергә тәҡдим итәләр.
Шул уҡ ваҡытта кесерткән составындағы К витамины буйынса рекордсмен, ә ул ҡандың ойошоусанлығын (свертываемость) күтәрә. Кесерткән һеҙҙе был витаминдың тәүлек нормаһы менән тәьмин итеү генә түгел (унда 6 тәүлеклек норма!), ә ҡандың артыҡ ҡуйырыуына килтерергә мөмкин. Шуға күрә кесерткән төнәтмәләрен әҙерләгәндә ҡан шыйығайтыусы үҫемлектәр – аҡ ҡандала үләне (донник), ҡанүлән (тимьян) һәм бөтнөк (мята) өҫтәргә тәҡдим итәләр.
Иғтибар: ҡан ойошоусанлығы юғары булған кешеләргә, ауырлы ҡатындарға кесерткән ҡулланырға тәҡдим ителмәй. Шулай уҡ антикоагулянттар – ҡан ойошоусанлығына һәм тромбтар барлыҡҡа килеүенә ҡаршы препараттар ҡабул итеүселәр кесерткән ҡулланырға кәрәкмәй, сөнки дарыуҙарҙың тәьҫир итмәү ихтималлығы бар.
 
Фото: ozon.kz
Автор:
Читайте нас