+30 °С
Облачно

Ҡышҡылыҡҡа файҙалы үлән сәйе әҙерләйек

Болануттан күптәрегеҙ тәмле сәй әҙерләп ҡуйғандыр инде. Ә ҡарағат, ҡурай еләге, сейә, алмағас япраҡтарынан эшләмәнегеҙме әле? Уларҙан сәйҙе түбәндәге рецепт буйынса яһарға була.

Ҡышҡылыҡҡа файҙалы үлән сәйе әҙерләйекҠышҡылыҡҡа файҙалы үлән сәйе әҙерләйек
Ҡышҡылыҡҡа файҙалы үлән сәйе әҙерләйек

– Ҡара ҡарағат, ҡурай еләге, сейә, алмағас япраҡтарын йыйып алабыҙ. Унан уларҙы кизе-мамыҡ туҡыманан әҙерләнгән моҡсайға һалып,  бер тәүлеккә туңдырғысҡа оҙатабыҙ. Һуңынан алғас, улар иреп, ҡара йәшел төҫкә инә. Бөтәһен дә эре тишекле ит турағыс аша үткәрәбеҙ. Артабан эмалле кәстрүлгә дүрт ҡат итеп һалып сығып,  өҫтөнә еүеш таҫтамал ҡаплайбыҙ. Таҫтамал кибә башлаһа, тағы ла һыуларға кәрәк. Ул шулай дүрт тәүлек торорға тейеш. Шулай ферментлау уҙғарабыҙ. Хуш еҫ тараласаҡ. Ферментлау ни ҡәҙәр оҙағыраҡ була, сәй ҙә шулай ҡарараҡ булып сығасаҡ. Дүрт көн үткәндән һуң 60 градус эҫелектә духовкала киптереп алабыҙ. Тик был осраҡта уның ишеген саҡ ҡына асып ҡуйырға онотмағыҙ.

Автор:
Читайте нас