

Ҡурай еләгендә тимер ҙә күп, ә ундағы баҡыр күңел төшөнкөлөгөнә бирелеүҙән һаҡлай. Был татлы еләк составында булған А витамины тырнаҡты, сәс тамырҙарын нығыта. С витамины организмдан артыҡ шыйыҡлыҡты сығара, ундағы холестеринды кәметә, йөрәк-ҡан тамырҙары эшсәнлеген яҡшырта. Ҡурай еләге варикоз ауырыуынан – тамырҙар киңәйеүҙән яфаланғанда бигерәк тә файҙалы.
Эшкәрткәндә лә әлеге еләктәге файҙалы сифаттар юғалмай. Бигерәк тә ҡышҡылыҡҡа туңдырып ҡуйғанында барлыҡ витаминдар ҙа яҡшы һаҡлана.
Табибтар бөйөр һәм үт ҡыуығы сире булған осраҡта ҡурай еләген ҡулланмаҫҡа кәңәш итә. Еләк составындағы оксалаттар тәндәге шыйыҡлыҡты кристаллаштырыу үҙенсәлегенә эйә.
Фото: ramgarden.ru