

Еҙтөймәлек (пижма обыкновенная - Tanacetum vul-gare L.) Башҡортостандың барлыҡ райондарында ла үҫә. Уның асыҡ һары төҫтәге сәскәләре әллә ҡайҙан күренеп тора. Бына ошо һары сәскәләренә ҡарап, уны еҙтөймәлек тип йөрөтәләр ҙә инде. Ул бер төптән 8-10 һабаҡ сығарып, өйкөмләнеп үҫә. Июль-август айҙарында, хатта сентябрҙә лә уны сәскә атҡан килеш осратырға мөмкин. Бейеклеге 1-1,5 метрға етә. Еҙтөймәлек ҡатмарлы сәскәлеләр ғаиләһенә ҡарай.
Үҫемлеккә яҡын килеү менән еҫен һиҙергә була. Тамырсаһы тура, ҡыҫҡа һәм күп башлы. Һабағы бер нисә, тура, бер аҙ йөнтәҫ. Япраҡтары алмаш-тилмәш, эллипс формаһында, остағы япраҡтарының һабы бар, ә түбәндәгеләре ултырма япраҡлы. Бөтә сәскәләре лә торба һымаҡ, асыҡ һары, ситтәгеләре - емешлек бағаналы, өс тешле таж япраҡлы. Урталағы сәскәләре ике енеслеләр, биш тешле таж япраҡлылар. Емеше - ярылы орлоҡса.
Был үҫемлек тәбиғәт шарттарына бик тиҙ яраҡлаша. Уны һыу буйҙарында ла, туғайҙарҙа ла, болондарҙа ла йыш осратырға мөмкин. Уны ҡайһы берҙә ҡыр миләше тип тә атайҙар. Сөнки уның япраҡтарының урынлашыуы бер аҙ миләш ағасын хәтерләтә.
Еҙтөймәлек дарыу үләне булараҡ бик әһәмиәтле. Был маҡсатта уның кәрзинкә булып урынлашҡан, хас еҙ төймәләргә оҡшаған лимондай һары сәскәләрен файҙаланалар. Үҫемлектең составында эфир майҙары, флавоноидтар, алкалоидтар, органик кислоталар, ыҫмалалар, буяусы матдәләр, А витамины, каротин бар.
Иҫеңдә тот. Йәй көнө походтарға сыҡҡанда еҙтөймәлекте ҡулығыҙға ыуығыҙ - камфара еҫен һиҙерһегеҙ. Уны битегеҙгә, муйынығыҙға һөртөгөҙ - һеҙгә серәкәйҙәр, ләпәкәйҙәр яҡын да килмәҫ, сөнки еҙтөймәлек еҫен серәкәй, себен, көйә һәм ҡандалалар яратмай.
Еҙтөймәлектең составында эфир майҙарының күп булыуы уның фитонцид активлығын арттыра. Мәҫәлән, еҙтөймәлектең сәскәләрен яңы һуйылған ит тирәләй һибеп һалһаң, ит оҙаҡ һаҡлана, сөнки себендәр еҙтөймәлектең еҫен яратмай һәм иткә ҡунмай.
Сәфәрғәли ЙӘНТҮРИН, биология фәндәре докторы.
("Киске Өфө" гәзитенән).
Фото: market.yandex.ru