+30 °С
Болотло
Сәләмәтлек кәштәһе
18 Август 2025, 09:28

Ҡан баҫымы юғары булмаһын өсөн...

Ҡан баҫымы юғары булған кешеләр был сирҙе "йүгәнләп" тотоу өсөн көн дә табип яҙып биргән дарыу менән дөрөҫ туҡланыу етә, тип уйлай. Ә бына организмға даими рәүештә аҡһым кәрәклеге хаҡында, моғайын, күптәрҙең ишеткәне лә юҡтыр.

Ҡан баҫымы юғары булмаһын өсөн...Ҡан баҫымы юғары булмаһын өсөн...
Ҡан баҫымы юғары булмаһын өсөн...

Тоҙҙо мөмкин тиклем әҙерәк ҡулланыу хаҡында күптәр белә, әлбиттә. Йәшелсә менән емеш-еләк кәрәклеге лә бөтәбеҙгә лә яҡшы мәғлүм. Ләкин былар ғына етмәй. Диетологияла дөрөҫ тип иҫәпләнгән аҡһымлы ризыҡтар ҡан баҫымы хәүефен 66 процентҡа кәметә. Был ҡытай ғалимдары тарафынан күп йылдар өйрәнелеп, иҫбат ителде һәм уларҙың фәнни һығымталары "Гипертония" (Hypertension) ғилми журналында баҫылып сыҡты.

1997 йылдан 2015 йылға тиклем улар 12 200 кешене тикшергән. Шуларҙың 35 процентында ҡан баҫымы сире башланған булған. Ғалимдар үҙ күҙәтеүендәге был кешеләрҙә ҡан баҫымының артабан көсәйеү ихтималлығы уларҙың ниндәй аҡһымлы ризыҡтар менән туҡланыуына бәйлелеген асыҡлаған. Бындай ризыҡтарҙы белгестәр 8 төркөмгә бүлеп ҡараған: ит, эшкәртелгән (колбаса, ветчина һ.б.) ит, ҡош ите, балыҡ, йомортҡа, ҡуҙаҡлылар, ярҙырылмаған ярма ризыҡтары (һоло, ҡарабойҙай ярмалары, эре тарттырылған ондан икмәк) аҡһымы һәм эшкәртелгән ярма (юғары сортлы он, макарон, таҙартылған дөгө, манный ярмаһынан бутҡа). Аҡһым сығанаҡтары иҫәбендә ярмаларҙы күреп, кемдеңдер ғәжәпләнеүе бар, ләкин уларҙа крахмаллы матдәләрҙән тыш, аҡһым да байтаҡ ҡына. Был исемлектә һөт ризыҡтарының булмауы ла сәйер тойолор, ләкин тикшеренеүҙәр үткәрелгән осорҙа Ҡытайҙа һөт ризыҡтары бөтөнләй ҡулланылмаған тиерлек.

Тикшеренеүҙәр шуны күрһәткән: аҡһымды төрлө сығанаҡтарҙан алыу файҙалыраҡ. Мәҫәлән, даими рәүештә дүрт төрҙәге аҡһымлы ризыҡ менән туҡланыу ҡан баҫымы сире ихтималлығын 66 процентҡа кәметеүе асыҡланған. Рацион төрлөлөгө файҙалы матдәләр ҡытлығына юл ҡуймай, күрәһең. Икенсе һығымта: аҡһымды күп ҡулланыу ҙа, аҙ ҡулланыу ҙа - насар, был йәһәттән сама белеү кәрәк, шул осраҡта өлкәнәйә килә ҡан баҫымы күтәрелеү ихтималлығы күпкә кәмей.

Ошо урында тағы бер аҡһымға бай ризыҡ - йомортҡа хаҡында ла әйтеп китеү кәрәктер. Дөрөҫ, балыҡ та шул уҡ рәттә тора, ул бик файҙалы. Уларҙы күп ҡулланыуҙың һис бер зыяны юҡ, киреһенсә, улар сир ихтималлығын күпкә кәметә, тип иҫәпләнә. Әгәр таҙартылған һәм өрҙөрөлгән ярмалар үҙҙәре генә ҡан баҫымынан әллә ни һаҡлай алмаһа, ҡуҙаҡлылар һиҙелерлек файҙа килтерә, ә бына йомортҡа хаҡында ни әйтергә була? Күп йылдар буйы беҙҙе был ризыҡтағы холестериндан ҡурҡытып, уны йыш ҡулланыуҙан тыя килделәр. Бөгөн иһә табиптар уны хатта көн һайын ашаһаң да ярай, тигән ҡарашта, тик шулай ҙа бында ла сама белеү мотлаҡ, әлбиттә. Иң мөһиме, йомортҡалағы овокининдар - 6-8 аминокислотанан торған махсус матдә, йәғни полипептидтар ҡан баҫымын түбәнәйтеүсе АПФ ингибиторлы популяр препараттар кеүек үк тәьҫиргә эйә. Әйткәндәй, һөт ризыҡтары ла ошондай уҡ үҙенсәлеккә эйә. Шуға күрә лә был ризыҡтарҙы ҡурҡмайынса көн дә ҡуллана алаһығыҙ.

“Киске Өфө”нән.

Фото: www.divmt.ru

Автор:
Читайте нас