+30 °С
Болотло
Сәләмәтлек кәштәһе
2 Сентябрь 2025, 13:50

Бәлки, кемдер быны белмәгәндер?

Балды туранан-тура умартасыларҙан йәки аралашсыларҙан һатып алған кешеләр шунда уҡ йәки бер ни тиклем ваҡыттан һуң һауыттағы бал өҫтөндә аҡ күбек барлыҡҡа килеүен күрергә м!мкин. Ул нимәне аңлата? Был сифатһыҙ, өлгөрмәгән, шыйыҡландырылған балдың билдәһе, йәки башҡа нәмә?

Бәлки, кемдер быны белмәгәндер?Бәлки, кемдер быны белмәгәндер?
Бәлки, кемдер быны белмәгәндер?

Ысынлап та, аҡ күбек — тәбиғи бал глюкозаһы, ул балдағы фруктоза күләменә ҡарап, тиҙерәк йәки әкренерәк барлыҡҡа килә. Аҡ күбек-балдың сей, тере булыуын, банкаларға һалыу алдынан йылытылмауын йәки башҡа температурала эшкәртелмәүен дәлилләй. Был аҡ күбек тәбиғи рәүештә формалаша, тәбиғи һеркә менән тулы һәм бөтә организмдың һаулығы өсөн бик файҙалы. Ә бал күбегенең тәме ғәжәп – кәнфит кеүек, хатта тәмлерәк һәм файҙалыраҡ та!

Фото: alcorecept.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас