Файҙалы үҙенсәлектәргә килгәндә, уларҙы һанап бөткөһөҙ: иммун системаһын, йөрәк-ҡан тамыр¬ҙары эшмәкәрлеген яҡшырта, һалҡын тейеүҙән, гипертониянан һаҡлай, йүтәлде бөтөрә, организмдан токсиндарҙы һәм шлак¬тарҙы сығара, аш эшкәртеү системаһын, матдәләр алмашыныуын яҡшырта, биҙҙәр эшмәкәрлеген көйләй, стоматитты дауалай, нервы сис¬темаһын тынысландыра.
Көнөнә 100 грамм ғына һырғанаҡ емешен ашаһағыҙ ҙа, иммунитетығыҙҙы ла нығытырһығыҙ, организмығыҙҙы ла витаминдар менән байытырһығыҙ. Уны шәкәр менән бутап, сәйгә ҡушып та эсергә була.
Нисек кенә файҙалы булһа ла, һырғанаҡты бауыры, ашҡаҙаны ауыртҡан, панкреатит менән яфаланған, холецистит, бөйөрөндә һәм бәүел ҡыуығында таштар булған кешеләргә һаҡ ҡулланырға кәрәк.