+17 °С
Облачно

Әллә ниндәй сирҙәр уйлап табалар...

Тажзәхмәттән арынып өлгөрмәнек, бына һиңә - мә: донъя мәғлүмәт каналдары береһенән-береһе уҙҙырып, яңы үлемесле штамм - хантавирус хаҡында яҙа. Нимә был? Замана афәтеме, әллә ҡайһы бер ҡеүәтле финанс даирәләренең йәшерен эшеме?

Әллә ниндәй сирҙәр уйлап табалар...Әллә ниндәй сирҙәр уйлап табалар...
Әллә ниндәй сирҙәр уйлап табалар...

Рәсәй Фәндәр академияһы академигы Геннадий Онищенко АиФ-Мәскәү аҙналығына һөйләүенсә, 2023 йылда хәүефле хантавирус, Хендра вирусы, ҡотороҡ штамына оҡшаш лиссавирус һаҡланған 323 пробирканы Австралияның Квинсленд лабораторияһынан урлайҙар, имеш. Биологик ҡорал булараҡ түгел, бәлки, коммерция маҡсаттарынан сығып, тигән фекерҙә академик. Бөгөнгө вирус менән шул пробиркалар араһында бәйләнеш бармы - был махсус тикшеренеү талап итә. Ихтимал, был хәл суднолағы уңайлы шарттарҙы файҙаланып, "кешеләр өҫтөнән яуыз тәжрибә" булыуы ла ихтимал, ти Онищенко. Нисек кенә булмаһын, беҙгә бөгөнгөһө ҡиммәт: Рәсәйгә ниндәй кимәлдә янай был? Рәсәй вирусолог - ғалимдары төрлө фекерҙә. Электән дә билдәле булған ҡыр сысҡандарынан йоға торған геморрагик биҙгәктән был ханта кешенән кешегә йоғоусы үҙенсәлеге менән күпкә хәүефле, ти берәүҙәр; икенсе бер эксперттар фекеренсә, круиз судноһының ябыҡ, сикләнгән территорияһына ҡарағанда, асыҡ һауала пандемияның киң таралыу хәүефе кәмерәк. Донъя ғилми-медицина лабораторияларында вирусты өйрәнеү дауам итә: ябай хантамы был, әллә "хана"вирусмы?..

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
https://kiskeufa.ru/index.php?dn=news&to=art&id=7920

Фото: cdc.gov

Автор:
Читайте нас