+17 °С
Облачно

Әрем, әрем, әсе тиҙәр һине...

Әрем минем иң яратҡан үләнем. Мөғжизәле, ғәйрәтле, көслө үләндәрҙең батшаһы ул. Тәме - иң әсеһе... Ошо араларҙа ғына әремдең файҙаһын күреүселәр яҙҙылар.- Күршем әллә һыуыҡ тейеп, әллә вирус эләгеп, ныҡ ҡына сирләп дауаханала ятып сыҡты. Тик ныҡ йүткерөү һәм ғәләмәт ныҡ ҡаҡырыҡ сығыуы менән ыҙаланыуы бөтмәй интекте. Әрем эсеп ҡарарға тәҡдимемде ҡолаҡҡа ла элмәне. Төндә лә йоҡлай алмай интегә башлағас, әремеңде бир әле тине. Өс көн тигәндә һауыҡты ла ҡуйҙы. Эшкә сыҡҡас, етәксе ир-аттың тажлы зәхмәттән ныҡ ауырып, үпкәһе зарарланып ятҡанын ишеткән дә, минән әрем алып, уға алып барып бирҙе. Бер аҙна тигәндә шәбәйгән.

Әрем, әрем, әсе тейҙәр һине...Әрем, әрем, әсе тейҙәр һине...
Әрем, әрем, әсе тейҙәр һине...

- Профилактика дозаһын (10 -15 бөртөк сәскәһен йәки сәй ҡалағы осонда үлән сеймалын ярты стакан ҡайнар һыуҙа 10 минут ҡаплап торабыҙ ҙа ашар алдынан бер сәғәт, йоҡлар алдынан бер сәғәт ҡала эсәбеҙ). Гел курслап йәки грипп, киҫкен респиратор инфекциялар миҙгелендә ҡайнар әрем эсәбеҙ. Беҙ йә еңел үткәрәбеҙ, йә бөтөнләй сирләмәйбеҙ. Аллаға шөкөр, әтейемде ҡотҡарып алып ҡалдыҡ. Тажлы зәхмәттән һуң үпкәһе гел насар ине. Оҙаҡ йәшәмәҫ ине, моғайын.Ҡайнар әремде бер аҙна тигәндәй көнгә ике-өс сәғәт һайын эсертеп торҙоҡ. Һәйбәтләнгәс, иртәле-кисле эсте. Тулыһынса һауыҡты. Хәҙер ике аҙна ял итә, ике аҙна эсә. "Миңә ныҡ оҡшай. Файҙаһы ҙур", - ти.
- Майын яһап,самалап тубыҡтарға һөртә торғас.. элекке ваҡыттағыса һыҙламай башланылар.
Ошолай әремдең ыңғай файҙаһын алыусылар яҙып торалар. Улар бихисап. Аллаһы тәғәләнең ғәжәйеп, бер кем ҡабатлай алмаҫлыҡ тәбиғәт исемле лабораторияһында, бар шарттар тыуҙырылып, бөтөн кәрәкле кешегә файҙа бирерлек этаптарын үтеп, беҙгә әҙер көйө бирелә. Ал да ҡуллан. Батшаға ла, ябай кешегә лә бер төрлө ярҙам итә.

Зәүхиә Низамиева.

https://vk.com/id314712617?ysclid=mpas7csga0398562482

Автор:
Читайте нас