+16 °С
Ясно

СӘЛПӘК

Баймаҡ районы Юлыҡ ауылында йәшәүсе апайҙар туй мәжлесенә бешерә ошо тәмлекәсте. Уларҙан өйрәнеп, һеҙгә лә тәҡдим итәм рецептты.

СӘЛПӘКСӘЛПӘК
СӘЛПӘК

Ҡамыр өсөн: 3 йомортҡа, семтем тоҙ, он. Һалмаға кеүек ҡамыр баҫып, 15-20 минут ял бирергә. 6-8 йомроҡасҡа бүлеп, йоҡа итеп йәйергә лә майҙа ҡыҙҙырып алырға. 2-3 аш ҡалағы балды эретеп, һәр йәймәнең өҫтөнә ҡойоп, теләк буйынса биҙәргә (сәтләүек, кәнфиттәр һ. б.).

Шулай анһат ҡына бешерелгән тәмлекәс әҙер. Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

УҢҒАН КИЛЕНДӘН РЕЦЕПТТАР

Автор:
Читайте нас