

Мәҫәлән, иртәнсәк бөтөнләй ашағы килмәгән саҡ була, ә кискеһен бүре башын ашарҙай булаһың. Шуға күрә үҙ организмыңды тыңлап эш итергә кәрәк - бында бер ниндәй хилафлыҡ юҡ, күп нәмә кешенең проблемаға шәхсән мөнәсәбәтенә лә бәйле. Мәҫәлән, диабетығыҙ бар икән, асығыу зыянға. Шуға күрә көнөнә дүрт стакан ҡаймаҡ ашап ҡына бушанырға була. Һау кешеләргә аҙнаның уңайлы бер көнөндә 24, йә 36 сәғәт асығыу файҙалы. Асығыу организмды таҙарта. Асыҡҡанда аш һеңдереү системаһы ял итә. Аң тән менән идара итергә өйрәнһен өсөн был бик шәп күнекмә, ул ихтыяр көсөн уята, үҙеңә үҙең хужа булырға өйрәтә.
Фото: gdprimore.ru