

Имән миндеге – майлы тире өсөн шәп дауа. Сабыртмаларҙы бөтөрә, аяҡ тирләүен кәметә һәм тәнгә көс-ҡеүәт бирә.
Йүкә миндеге – баш ауыртыуын баҫа, яҡшы тирләтә. Ҡышын һалҡын тейгәндә тән рәхәтләнеп йылына, ҡаҡырыҡ сыға.
Кесерткән миндеге – бил һәм тән һыҙлағанда ҡулланыла (уны ҡайнар һыуҙа саҡ ҡына бешекләп алырға кәрәк).
Йыйыу ваҡыты
Ҡайын миндеген йыйыу өсөн иң уңайлы мәл — йәйге ҡояш торошо тирәһе (июнь аҙағы). Япраҡтар тулыһынса үҫеп, һутлы һәм хуш еҫле сағында йыйыла.
Миндек бәйләү ҡағиҙәләре
Ботаҡтарҙы һайлау: ҡояш яҡшы төшкән таҙа урмандағы йәш ҡайындарҙың тура, зыян күрмәгән ботаҡтарын һайлағыҙ.
Миндектең аҫҡы өлөшөн сүпрәктән йәки киндер ептән тығыҙ итеп бәйләргә кәрәк. Эсе-тышы тигеҙ булырға тейеш.
Киптереү: кеше йөрөмәгән, елләтелә торған күләгәле урында (ҡыйыҡ аҫтында йәки ихатала) эленеп киптерелә.
Тәбиғәтте һаҡлап, ағастарға зыян килтермәйенсә, сифатлы миндек бәйләү һәр беребеҙҙең ҡулынан килә.
Ауырымайыҡ. Тәбиғәткә һоҡланайыҡ, һаҡлайыҡ, файҙаланайыҡ.
Фото: ya.ru/images/
https://vk.com/vatandash_journal