

Бер мәл шулай күршебеҙҙең табип улы ялға ҡайтҡан мәлдә уға ла әлеге проблемаһын әйткән. Ул иртәле-кисле аяҡты йыуып, ҡоротоп, “Борная кислота” менән эшкәртергә тәҡдим иткән. Бына ошо ябай ҙа, арзан да сара килеште бит.
Әле атайыбыҙ хаҡлы ялда. Элеккесә иртәле-кисле эшкәртмәһә лә, ике көнгә бер тигәндәй, профилактика өсөн тип, аяҡ бармағының араларына мамыҡ диск менән баяғы ҡатнашманы һөртөп ала.
“Бәйләнештә” төркөмөндәге Рәмзиә тигән ҡатындың яҙмаһы.
Иғтибар: халыҡ дауаһын ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ.
Г. Яҡшығолова.
Фото: istockphoto.com
https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2026-02-26/barma-aralary-seyl-nep-y-alat-a-4593377