

* Ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеген яҡшырта, файҙалы бактерияларҙың үҫешенә булышлыҡ итә. Шуға күрә эремсек һыуын иртән, ас ҡарынға эсеү файҙалы. Көнөнә бер стакан булһа ла етә.
* Ябығырға теләүселәргә көнөнә 1,5–2 литр эремсек һыуы ҡулланырға мөмкин. Уны дүрт өлөшкә бүлеп, көн дауамында шәкәрһеҙ сәй һәм һыу менән сиратлаштырып эсергә кәңәш ителә. Бындай таҙартыу курсын аҙнаһына бер тапҡыр, бер ай дауамында үткәрергә була. Ул организмды таҙарта, ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеген һәм матдәләр алмашыныуын яҡшырта. Шулай уҡ киске аш урынына бер аҙна буйы эремсек һыуы ҡулланыу артыҡ ауырлыҡтан арынырға ярҙам итә.
* Целлюлит менән көрәштә лә эремсек һыуы яҡшы ярҙамсы булып тора. Был маҡсатта көн һайын бер стакан эсеү етә.
"Кәңәш-төңәш" төркөмөнән.
Фото: https://ya.ru/images/