+16 °С
Облачно

Картуф һутының файҙаһы

Профессорҙар кәңәше буйынса, гастрит йәки ашҡаҙан яраһы менән яфаланған кешеләргә иртәнсәк ас ҡарынға бер стакан яңы һығылған картуф һуты эсергә тәҡдим ителә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Картуф һутының файҙаһыКартуф һутының файҙаһы
Картуф һутының файҙаһы

*Картуфты яҡшылап йыуып, күҙен генә алығыҙ. Ҡабығын әрсемәү яҡшыраҡ. Һутты 10 көн дауамында эсергә, һуңынан бер аҙ ял итеп алырға һәм тағы ла 10 көн ҡабатларға мөмкин.

*Картуф һуты ашҡаҙандың төрлө сирҙәренә, шул иҫәптән гастритҡа, ыңғай тәьҫир итә тип иҫәпләнә.

*Иң мөһиме: картуф үҫтергәндә химик ағыуҙар ҡулланмағыҙ. Ҡуңғыҙҙарҙы мөмкин булһа ҡул менән йыйығыҙ.
 
*Ағыу сәселмәгән, тәбиғи шарттарҙа үҫтерелгән картуфтан әҙерләнгән һут ҡына файҙалы була.
 
Фото: tgstat.ru
 
Кәңәш-төңәш төркөмөнән.
Автор:
Читайте нас