

Нимә ул аллергия?
Ул төрлө сирҙе үҙ эсенә ала: астма, ринит, анафилаксия, дарыу һәм аҙыҡ аллергияһы, бөжәк ағыуына реакция, экзема, кесерткән, ангионевротик шешеү… Уның килеп сығыуы кеше һаулығының дөйөм торошона бәйле түгел. Уны теләһә ниндәй матдә, теләһә ҡайһы ваҡытта килтереп сығарырға мөмкин.
Йәй нимәһе менән ҡурҡыныс?
Йәй – үҫемлектәрҙең сәскә атыу осоро. Июлдә беҙҙең яҡтарҙа әрем, алабута, кесерткән кеүек көслө аллерген үләндәр үрсей. Эҫе, ҡоро һәм елле һауа торошо, һеркә алыҫ араларға таралғанда, аллергия ихтималы арта.
Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш балалар аллергологы Юлия Камил ҡыҙы былай тип аңлата: “Әгәр климатты алмаштырып, бер аҙға ситкә китеү мөмкинлеге булмаһа, ябай ғына ҡағиҙәләрҙе тотоп йәшәргә кәрәк”.
Ни эшләргә?