+17 °С
Ясно

Ҡабаҡ һуты

Ҡабаҡтың бөтә өлөшө лә файҙаланы: ҡабығы, эсендәге йомшаҡ ере, орлоғо, һәм хатта һабағы ла. Ҡабаҡтан төрлө аҙыҡ бешерергә мөмкин. Ә бына ҡабаҡ һуты бик тәмле лә, шул уҡ ваҡытта төрлө ауырыуҙы ла дауалай. * Бауыр һәм бөйөрҙәр ауыртҡанда көнөнә бер тапҡыр  ашарҙан ярты сәғәт алда  ярты  стакан  ҡабаҡ һуты эсегеҙ.

Ҡабаҡ һутыҠабаҡ һуты
Ҡабаҡ һуты

* Таш ауырыуҙары менән ауырығанда  көнөнә өс тапҡыр ашарҙан ярты сәғәт алда  1/3 стакан һутын эсергә.

 * Невроз менән йоҡоһоҙлоҡ яфалағанда  төнгөлөккә ½ стакан һутҡа  бер балғалағ бал ҡушып эсергә.

 * Һалығын тейейп, температура күтәрелгәндә ҡабаҡ һутын һыуһынды ҡандырыу һәм температураны төшөрөү сараһы блараҡ эсергә.

 * Гипертония менән эс ҡатыуҙан да ҡабаҡ һуты ныҡ ярҙам итә. Был осраҡта көнөнә өс тапҡыр ашарҙан 20 минут алда ¼ стакан эсергә.

* Простатит менән простата аденомаһының башланғыс стадияһында  көнөнә 3 – 4 тапҡыр ярты стакан ҡабаҡ һуты эсергә кәңәш ителә. Дауаланыу курсы – бер ай. Һуңынан ауырыуҙы иҫкәртеү өсөн өс айға бер тапҡыр  дауаланыу курсын ҡабатларға. Простатитты шулай уҡ ҡабаҡ орлоғо менән дауалайҙар, йәғни көнөнә ярты стакан орлоғон ҡыҙҙырмай ғына  ашарға.

 * Һытҡы баҫҡан тирегә ҡабаҡ һутына манылған марля ябырға мөмкин.

* Тән янғанда ла  ҡабаҡ һуты тиҙерәк төҙәлергә ярҙам итә. Бының өсөн янған урынға һутҡа манылған туҡыма ябырға кәрәк.

Фото: https://ya.ru/images/

Сажиҙә Лотфуллина.
Автор:
Читайте нас