

Алма һеркәһенең мөмкин булған файҙаһы
Аш һеңдереүгә: Алма һеркәһенең әселеге аш һеңдереү ферменттары һәм ашҡаҙан һуты бүленеп сығыуына йоғонто яһарға мөмкин. Улар аҙыҡты дөрөҫ үҙләштереү өсөн мөһим.
Ҡандағы шәкәр кимәленә: Ҡайһы бер тикшеренеүҙәр алма һеркәһен ҡулланыуҙың, айырыуса углеводтарға бай аҙыҡ ашап алғандан һуң, ҡандағы шәкәр кимәлен контролдә тотоуға ярҙам итә алыуы тураһында һөйләй. Ул күҙәнәктәрҙең инсулинға һиҙгерлегенә лә ыңғай йоғонто яһарға мөмкин.
Ауырлыҡты контролдә тотоуға: Ҡайһы бер тикшеренеүҙәр алма һеркәһе туйыу тойғоһон арттырып, көн дауамында ҡулланылған калория күләмен кәметергә ярҙам итә алыуы мөмкинлеген күрһәтә.
"Кәңәш-төңәш" төркөмөнән.
Фото: edimdoma.ru