

Рәсәйҙең Гамалея исемендәге милли тикшеренеү үҙәге ғалимдарының яман шешкә ҡаршы вакцина уйлап табыуы тураһында ишеткәнегеҙ булғандыр. Ғәҙәти вакциналар, белеүебеҙсә, ауырыуҙы йоҡтормаҫ өсөн алдан эшләнә. Ә быныһы — дауалау өсөн. Мәҫәлән, айырым бер ауырыу кешенең яман шешенән өлгө алына һәм унан ДНК/РНК өлгөләре өйрәнелә. Яһалма интеллект шештең генетик кодын анализлай һәм тап ошо кешенең рак күҙәнәктәрен генә таный торған махсус мРНК-вакцина төҙөлә.
Дарыу организмға ингәс, ул иммун системаһына (Т-лимфоциттарға) яман шеш күҙәнәктәрен «күрһәтә» һәм уларҙы үлтерергә бойора. Ауырыу күҙәнәктәр ҡасып өлгөрә алмай, сөнки организм уларҙы «дошман» булараҡ күрә башлай. Беренсе сиратта, был ысул иң ҡурҡыныс төрҙәрҙе — меланома (тире яман шеше) һәм үпкә яман шешен дауалағанда ҡулланыласаҡ.
Г. Арсланова.
Фото: eurocityclinic.ru