Парламент сессияһында сығыш яһап, депутат, халыҡ артисы Рәмил Төхвәтуллин, 2002, 2010 йылдарҙа Рәсәйҙә татарҙар һаны 200 меңгә кәмене, академик Валерий Тишков һәм Мәскәү эксперттары бының сәбәбе – Башҡортостанда йәшәүсе 150-200 меңләп татарҙы башҡорт, тип яҙғандар, тип раҫлай.
“Күрше төбәктәге ғалимдар һәм сәйәсмәндәр был тәжрибәне быйыл да ҡабатлаясаҡ, татарҙар кәмейәсәк, етмәһә, демографик хәл дә татар халҡы файҙаһына түгел, – ти депутат һәм халыҡ артисы. – Был хәлдән ҡотолоу өсөн кординация үҙәге булдырырға һәм халыҡ мәнфәғәттәрен яҡларға кәрәк”, – тип өҫтәй һәм архив материалдарына мөрәжәғәт итергә кәңәш бирә.
Дөрөҫ әйтә депутат. Архив материалдарына күптән мөрәжәғәт итергә кәрәк ине. Унда барыһы ла дөрөҫ яҙылған, элек-электән Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында башҡорттар йәшәгән. Хәҙер күптәр үҙ шәжәрәһе менән ҡыҙыҡһына һәм асылына әйләнеп ҡайта.
Демография йәһәтенән дә проблемалар бар. Башҡортостанда Татарстанға ҡарағанда халыҡ күберәк йәшәй. Ләкин халыҡтың 40 проценты самаһы Башҡортостанда ауыл ерендә көн итә. Ә ауылдарҙа тыуым һәр ваҡыт юғары. Ә Татарстанда ауылда йәшәүселәр һаны – 25 процент, һөҙөмтәне үҙегеҙ беләһегеҙ.
Бөгөн Башҡортостанда йәшәүселәрҙең 35 проценты – урыҫ, 29 проценты – башҡорт, ә татарҙар 25 процент тәшкил итә.
Ә ике республика өсөн дә уртаҡ бәлә – үҫеп килеүсе быуындың ата-бабаларының теленән баш тартыуы – хәүефле күренеш алды. Бәлки ошо хаҡта баш ватырға кәрәктер?