Беҙ бәләкәй саҡтарҙа ауылда Әнсәф исемле ҡырҙан килгән еҙнә була торғайны. Уның өсөн урамда осраған һәр малай – ҡәйнеш, ә өлкән кеше – ҡайнаға. Бер аяғы сатан булғас, гел атлы эштә йөрөнө. Ҡырҙан килһә лә, ҡурҡып тормай, беҙҙең ауыл халҡы уңған булһа ла, күндәм, шуларҙың өҫтөнән идара итергә тырыша торғайны.
Әле еләк ваҡыты етте, шул еҙнәне иҫкә төшөрөп ултырам. Бер мәл Ҡарсыға бүләгенә еләккә сыҡҡайныҡ. Ҡатыны менән ҡәйнәһен ултыртып еҙнәбеҙ килеп сыҡты. Ултырғаныбыҙ ултырып, эйәргәнебеҙ эйәреп, Ҡарсыға бүләккә бер сама барып еттек. Еләклеккә ингәс, быйылғы емештең күплегенә хайран ҡалдыҡ. Түшәлеп ята, тигән һүҙҙең дөрөҫлөгөнә шунда ышандым. Тик ҡып-ҡыҙыл балаҫ булып ятҡан еләк-емеш түгел, әлеге әрһеҙ еҙнәбеҙҙең бер ғәмәлгә лә һыймаған ҡылығы иҫтә ҡалған. Килеп төшкәс тә, арбаһынан йәлпәлдәп, сыбыртҡыһын шартлата-шартлата беҙҙе ситкә ҡыуа башланы. “Бынау – минең елләклек! Быныһына, быныһына ла – теймәйһегеҙ! Бындағыларын вис мин йыям! Бында – апайығыҙ, ә быныһын инәйегеҙ йыя. Бер бөртөгөнә лә теймәйһегеҙ!” – тип беҙҙе ҡыуалап алып китмәһенме! Һүҙҙәренең көсөн раҫлар өсөн сыбыртҡыһын шартлатып-шартлатып ҡуя. Ни хәл ҡылайыҡ, ҡыҙып алғас, һүгенә-һүгенә беҙҙе еләклектән ситкә ҡыуа, күнергә мәжбүр булдыҡ. Арыраҡ еләк бар ине, ләкин ҡойтораҡ, вағыраҡ, ҡояшҡа ҡурылғаныраҡ...
Татарстан республикаһының Шиһабетдин Мәржәни исемендәге Тарих институты директоры Рафаэль Хәкимовтың “Бөйөк Татарстан һәм унан нимә сыҡҡан” тигән китабының ҡайһы бер бүлектәре менән танышҡас, әлеге еҙнәмде һәм ул беҙҙе ҡыуалап ебәргән балаҫ булып түшәлеп ятҡан еләклекте иҫкә төшөрҙөм. Шаҡтай билдәле сәйәсмән, тарих фәненән белеме юҡ, бәлки һәләтле генә физиктыр, һәр хәлдә, аналитика йәһәтенән улай уҡ уңышһыҙ кеше тип әйтеп булмай. Ниндәй уртаҡлыҡ бар һуң физик менән беҙҙең ауылға кейәү булып төшкән еҙнә араһында? Уларҙың икеһен дә, минеңсә, нәфсе берләштерә. Ауылдаш еҙнәй үҙенең оятһыҙлығын ситкә ҡуйып, бар еләклеккә хужа булырға ынтылһа, Ҡаҙандағы физик, күрәһең, тарихты әле булһа үҙләштерелмәгән, хатта хужаһыҙ тип иҫәпләй һәм тотош Европа, Азия биләмәһендәге тарихты татарлаштырып ҡалдырырға ашыға.
Рафаэль Хәкимовтың китабын аҙмы-күпме белеме булған тарихсылар мыҫҡыллы баш сайҡап ырғытып ҡуйһа, тыуған яҡтың тарихы менән ҡыҙыҡһыныусы ябай кешеләр ауыҙ һыуҙарын ағыҙып уҡый һәм ышана. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, үткән быуаттар тулыһынса татарҙан ғына тора һәм татарҙан ғына ҡалған, тип әйтһәләр, нисек яуап бирер инегеҙ? Тарих менән бер уртаҡлығы ла булмаған, күп йыллыҡ тарих фәнен инҡар иткән үтә бер ҡатлы һәм примитив уйҙырмаларҙы Рафаэль Хәкимов үҙе шул ваҡиғаларҙың уртаһында ҡайнаған, йоғонто яһаған һәм ҡатнашҡан кешенән кәм кимәлдә һүрәтләмәй.
Әгәр ошо уйҙырмалар менән бөгөн миллиард ярымды тәшкил иткән Ҡытай халҡын таныштырһаң, улар үҙҙәренең тарихының фәҡирлеген күреп, үкереп илаясаҡ. Ә ниңә алыҫ китергә? Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан халыҡтары һәм башҡа бик күптәр генә түгел, ғөмүмән, хәҙерге Рәсәй заманында татар дәүләтендә яралған, тик үҙҙәренең ҡайҙан сыҡҡанын онотҡандар ғына икән. Автор сама белмәй, оят уның өсөн ят, хатта дәлилдәрҙе лә бер ниндәй нигеҙһеҙ, үҙ файҙаһына бороп ебәрә һәм, шайтан алғыры, ышандыра яҙа.
Ошо китап хаҡында бер нисә кеше менән әңгәмәләшергә тура килде. Уҡығандар, беләләр. Уйҙырмалар менән таныштар, уларға оҡшаған. Оҡшамай, ҡайҙа барһын. Иң юғарыла ултырған (республика етәкселәрененә оҡшаған) ағайҙар ҡабул иткән икән, тимәк, тарих шулай булған.
Китаптағы уйҙырмаларҙың Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы алдынан сығыуы һис тә осраҡлы түгел. Бына күрерһегеҙ, уны йөҙәр меңләп тираж менән ауылдан-ауылға йөрөтөп, бушлай таратасаҡтар. Йәнәһе, үҙегеҙҙең ниндәй бөйөк, хатта бөйөктән-бөйөк халыҡ вәкиле булыуығыҙҙы онотмағыҙ. Уҡырға, танышырға теләүселәр ҙә булыр, ышаныусылар ҙа табылыр. Юҡҡамы ни, урындағы матбуғатта яҙылыуынса, был хеҙмәт һәр татарҙың өҫтәл китабы булырға тейеш.
Ә бына Аккаен Аккаенов тигән берәү социаль селтәрҙәрҙә башҡорттарға ҡаршы материалдарҙы даими сығарып тора. Һуңғы материалы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙарына арналған һәм уларҙың батырлығын шик аҫтына ҡуя. Автор үҙ күләгәһенән ҡурҡа-ҡурҡа башҡорт кавалерия дивизияһының тик башҡорттарҙан ғына тормауын раҫларға тырыша. Дивизия ойошторолғанда уның яугирҙарының 90 проценттан ашыуы тик башҡорттарҙан ғына тороуы, һуғыштың тәүге айҙарында һәм тәүге йылында уларҙың 80 проценты самаһы тиңдәшһеҙ алыштарҙа һәләк булыуы хаҡында ул белмәй. Әллә белергә теләмәйме? Улар бит ҡурҡаҡ йәндәрен һаҡлап ҡалыу өсөн әсирлеккә төшмәгән, Иҙел-Урал легионына яҙылмаған, ә Ватан азатлығы өсөн ғүмерҙәрен фиҙа ҡылған.
Автор окоптан-окопҡа шыуышып йөрөп, башҡорттарҙың паспортын тикшергәндер, тип уйламайым. Ләкин Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булғандарҙың милләттәрен берәмләп асыҡлау һымаҡ игелекһеҙ һәм мәкерле оятһыҙлыҡтан баш тартмаған. Хатта уның иҫәбе буйынса ла герой исеменә лайыҡ булған башҡорттар 39 проценттан ашыу тәшкил итә. Ә шул ҡанлы яуҙа ҡатнашҡан башҡорттар, татарҙар, урыҫтар, ҡаҙаҡтар, сыуаштар һәм башҡа бик күптәр эргәһендәгеләрҙең милли сығыштары менән ҡыҙыҡһындылармы икән? Йәки улар, Аккаен Аккаенов күләгәһенә ышыҡланып, бер ҡурҡаҡ бәндәнең харам аҡса һанаған һымаҡ, милләттәрҙең процентын сығарып ултырғанын күҙ алдына килтерерҙәр инеме икән? Юҡтыр. Ватанды һаҡлаусылар күпкә аҡыллыраҡ һәм рухлыраҡ булған, ваҡланып тормаған.
Бына күрерһегеҙ, Рафаэль Хәкимовтың китабындағы уйҙырмалар тарихтың үҙенә әйләнәсәк, уның буйынса яңынан-яңы ғилми эштәр барлыҡҡа киләсәк. Хатта ябай халыҡ ышанасаҡ, тик автор ғына, әллә ысынлап та шулай булдымы икән, тип икеләнеп ҡуясаҡ.