+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
31 Март 2022, 18:00

Заманса шиғыр

Йәшәргә кәрәк заманса, – Алгоритм ҡуйып алға. Кастингтар, проба үтеп, Имтихандар биреп балға.

Заманса шиғыр
Заманса шиғыр

Шундай булһын концептың, –
Иҫкелеккә ҡарап торма,
Харизмаңа тура килһен
Һин һайлаған платформа.

Боронғоға, иҫкелеккә
Йәбешеп ята бары һармаҡ, –
Рейтингты юғарыла
Тота алмай ундай формат.

Имиджыңды күрһәтә бел,
Юғарыға уны мендер.
Бының өсөн буклет эшлә,
Реклама бир, үткәр тендер.

Кем замандан артта ҡала,
Нимә тиһең – наҙан инде.
Контент... Грант... Тренд... Кредо...
Уф-ф!.. Аҡылдан яҙам инде...

Салауат ӘБҮЗӘР.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: