+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Татарстанда Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға нисек әҙерләнәләр? Әлегә фекер уртаҡлығы юҡ, тип әйтерлек.

Халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлек сиктәрендә “Яңы быуат” төбәк телеканалында “Татарлар” программаһы әүҙем эшләй башланы. Тапшырыуҙа татар халҡының килеп сығыуы, биләмәләре һәм этнологик мәсьәләләр ҡарала.

Халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлек сиктәрендә “Яңы быуат” төбәк телеканалында “Татарлар” программаһы әүҙем эшләй башланы. Тапшырыуҙа татар халҡының килеп сығыуы, биләмәләре һәм этнологик мәсьәләләр ҡарала.
Тарих фәндәре докторы Дамир Исхаҡов белеме буйынса физик Рафаэль Хәкимовтан айырмалы, тарихҡа айыҡ ҡараусы һәм үҙ мәктәбе булған ғалим. Дамир Исхаҡов Рафаэль Хәкимов һымаҡ башҡорт, ҡаҙаҡ, үзбәк һәм башҡа төрки халыҡтарҙың тарихын, уларҙың барлығын бер ҡатлы инҡар итмәй.
– Татар тарихы хаҡында байтаҡ хеҙмәттәр донъя күрҙе. Ләкин, үкенескә ҡаршы, тарихсылар ҙа, яҙыусылар ҙа, журналистар ҙа уны халыҡҡа еткерә алғаны юҡ, – ти Дамир Исхаҡов. – Боронғо тарихты яҙыу, этногенез – еңел бурыс түгел. Концепция булырға тейеш.
Хәҙер ғалимдар Болғар концепцияһынан баш тартҡан һәм татар концепцияһына нигеҙ һалған. Тарихтан “монгол-татарҙар” алып ташланған һәм уны “урҙа халҡы” менән алыштырғандар.
– Урҙа халҡы кем булған? Татарҙар ҡайҙан берлыҡҡа килгән? – ти Дамир Исхаҡов. – Татар тип аталған халыҡ, һис шикһеҙ, Алтын урҙа эсендә барлыҡҡа килгән һәм төрлө ҡәбиләләрҙән торған.
Тарих фәндәре докторы әйтеүенсә, киләһе тапшырыуҙарҙа тар мәсьәләләр ҡараласаҡ. Шуларҙың береһе мотлаҡ Урал алды (Башҡортостан, тип аңлағыҙ) татарҙары проблемаларына арналасаҡ икән.
Шулай шул, ҡараңғы бүлмәлә ҡара бесәйҙе табыуы бик ҡыйын. Айырыуса бесәй бүлмәлә булмаған осраҡта.
Читайте нас: