+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

Был нимә, провокациямы, уйҙырмамы, һатышыумы? Татарстанда Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһына әҙерлек көндән-көн ҡыҙыуыраҡ төҫ ала.

“Яңы быуат” телеканалында 2020 йылда Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға “Татарлар” программаһы эшләй. Телеканалдың “Таяныу нөктәһе” тапшырыуында халыҡ иҫәбен алыуған арналған мәсьәләләр уртаға һалып тикшерелә.Бының өсөн беҙ әлегә һығымталар яһамайбыҙ, сығыштарҙан өҙөктәр генә тәҡдим итәбеҙ.

“Яңы быуат” телеканалында 2020 йылда Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға “Татарлар” программаһы эшләй. Телеканалдың “Таяныу нөктәһе” тапшырыуында халыҡ иҫәбен алыуған арналған мәсьәләләр уртаға һалып тикшерелә.
Бының өсөн беҙ әлегә һығымталар яһамайбыҙ, сығыштарҙан өҙөктәр генә тәҡдим итәбеҙ.
Тарих фәндәре кандидаты Илнар Ғәрифуллин:
“Иң бүлгеләнгән халыҡ – татарҙар. Башҡа бер халыҡта ла ундай бүлгеләү юҡ. Шуның өсөн иң ҙур ҡурҡыныс беҙҙең милләткә янай.
Икенсенән, беҙ халыҡ һаны буйынса Рәсәйҙә икенсе урында торабыҙ. Был – сәйәси фактор. Татарстанда һәм Башҡортостанда татарҙарҙың һанын кәметеү – сәйәси проблема. Әгәр татарҙар кәмеһә, сәйәси статус түбәнерәк буласаҡ. Ә статус түбән булһа, беҙгә төрлө яҡтан баҫым яһарға мөмкин. Иҡтисади, милли-мәҙәни, мәғрифәт йәһәтенән, хатта төбәктән ҡыҫырыҡлап сығарыуҙары мөмкин.
Илнар Ғәрифуллин телевидение аша сығышында Башҡортостан Хөкүмәте, 2002, 2010 йылдарҙа башҡорттар иҫәбен 41 процентҡа еткереү бурысын ҡуйған, ти. Ләкин дәлилдәр килтереп тормай. Уныңса, йәнәһе, улар халыҡ иҫәбен алыуҙа ХIX быуат күрһәткестәрен ҡабатларға уйлағандар. Ошо планға ярашлы, татарҙар һаны 9 процентҡа кәмергә тейеш булған. Шул уҡ ваҡытты татарҙарҙың һаны рәсми рәүештә әле 25 процент тәшкил итә. Беҙ тырыштыҡ, халыҡ та тырышты, 2010 йылда власть алышынды, план шул килеш тороп ҡалды.
Әгәр бөгөнгө көнгә Башҡортостанда 1 миллион 20 мең татар иҫәпләнһә, был һанды 700-800 меңгә тиклем кәметеү тора”.
Бына шулай, аҙ ҙа түгел, күп тә түгел. Юғарылағы уйҙырмалар бер ниндәй дәлилдәрһеҙ, факттарһыҙ зәңгәр экран аша таратыла. Һығымтаны үҙегеҙ яһағыҙ.
Читайте нас: