Башҡортостанда һиллек булһа ла, Татарстанда Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлек бик ҡыҙыу һәм әүҙем бара. Интернет киңлектәрендә көн һайын сыҡҡан тиҫтәләрсә материал шул хаҡта һөйләй. Ҡаҙанда бер нисә фәнни институт ҡабалана-ҡабалана татар тарихы тураһында китаптар ижад итә. Шиһабетдин Мәржәни исемендәге тарих институты директоры Рафаэль Хәкимов менән тарих фәндәре докторы Дамир Исхаҡов төрлө мәғлүмәт сығанаҡтары аша бер-береһен инҡар итәләр.
Дамир Исхаҡов таныуынса, Башҡортостанда, айырыуса, төньяҡ-көнбайыш райондарҙа, крайҙы өйрәнеү эштәрен яйға һалырға кәрәк. Тарих фәндәре докторы раҫлауынса, Мәржәни институты эшләй алмағанды урындағы крайҙы өйрәнеүселәр менән тормошҡа ашырып булыр ине, ти. Исхаҡов таныуынса, Башҡортостандан беҙҙең оппоненттар мәғлүмәттәргә эйә, ә беҙҙең әйтер һүҙебеҙ юҡ.
Дамир Исхаҡов, Башҡортостанда татарҙарҙың крайҙы өйрәнеү хәрәкәте минең тарафтан уйлап сығарылған, ләкин артабан мине аңламанылар. Хәкимовтың алйоттарса мөнәсәбәте – ул һәр ваҡыт интервьюларында былай тине: башҡорттар һымаҡ халыҡ юҡ. Улар татарҙар менән бергә. Бына ошондай мөнәсәбәт. Бынан һуң, әлбиттә, башҡорттарҙың Хәкимовҡа айырым ҡараштары бар. Ә мин бер ваҡытта ла улай һөйләгәнем юҡ. Башҡорттар халыҡ һәм милләт булараҡ булған, улар менән ҡәҙимге мөнәсәбәттәр һаҡларға кәрәк, ти.
Дамир Исхаҡов былай тип дауам итә: “Мин йәшерәк саҡта тыумышы Башҡортостандан булған Әмирхан Еникей менән аралаша торғайным. Ул һәр ваҡыт миңә шуны аңлатырға тырышты: татарҙар башҡорттарҙы рәнйетмәҫкә тейеш. Минең ҡарашым икенсе ине, ә ул миңә былай тине: “Дамир, ҡара, башҡорттар ҙа , татарҙар ҙа элекке, боронғо халыҡтар. Ә татарҙар – ҡарт милләт, башҡорттар – йәшерәк”. Әмирхан Еникей, был эштән ситләшергә кәрәк, тине һәм ул өлөшләтә хаҡлы ине. Ләкин беҙ был эште ҡалдыра алмайбыҙ. Башҡортостанда беҙҙең мәнфәғәттәр бар. Был эштән китеү мөмкин түгел.