+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Дамир Исхаҡов татар донъяһында иң ныҡ һаҡланған серҙәрҙең береһен асты. Мәғрифәтсе Ризаитдин Фәхретдин, ысынлап та, башҡорт икән.

Татарстанда халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлек бер көнгә лә тынғаны юҡ. Әгәр мәғлүмәт сараларынан ағылған һүҙҙәрҙе тыңлаһаң, был донъяла халыҡ иҫәбен алыуҙан да мөһимерәк сара юҡ, хатта бында татар халҡының яҙмышы хәл ителеүе мөмкин.Тарих фәндәре докторы Дамир Исхаҡов тарихи шәжәрәләрҙе, үткән быуаттарҙа халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәрен бер ниндәй нигеҙһеҙ инҡар итеү юлына баҫҡан, хатта уларға хәҙерге күҙлектән сығып баһа биреүҙән дә баш тартмай. Уның фекеренсә, йәнәһе, минең ата-бабаларым башҡорт булған, тип раҫау өсөн шәжәрәләрҙе асыҡлау мөһим. “Кемдер документҡа яһаҡлы татар булып яҙыла, аҙаҡ типтәргә әйләнә, ә бер аҙҙан башҡорт ҡатламына керә. Сөнки бында ер мәсьәләһе хәл ителә”, – тип раҫлай.

Татарстанда халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлек бер көнгә лә тынғаны юҡ. Әгәр мәғлүмәт сараларынан ағылған һүҙҙәрҙе тыңлаһаң, был донъяла халыҡ иҫәбен алыуҙан да мөһимерәк сара юҡ, хатта бында татар халҡының яҙмышы хәл ителеүе мөмкин.
Тарих фәндәре докторы Дамир Исхаҡов тарихи шәжәрәләрҙе, үткән быуаттарҙа халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәрен бер ниндәй нигеҙһеҙ инҡар итеү юлына баҫҡан, хатта уларға хәҙерге күҙлектән сығып баһа биреүҙән дә баш тартмай. Уның фекеренсә, йәнәһе, минең ата-бабаларым башҡорт булған, тип раҫау өсөн шәжәрәләрҙе асыҡлау мөһим. “Кемдер документҡа яһаҡлы татар булып яҙыла, аҙаҡ типтәргә әйләнә, ә бер аҙҙан башҡорт ҡатламына керә. Сөнки бында ер мәсьәләһе хәл ителә”, – тип раҫлай.
Ай-һай, ер тигәндә йәнен бирергә торған башҡорттар үҙ араларына ситтән килгәндәрҙе анһат ҡына индерҙеме икән? Ана бит, Дамир Исхаҡов хатта Ризаитдин Фәхретдиндең документтары буйынса башҡорт икәнлеген инҡар итмәй. Әйткәндәй, бөйөк мәғрифәтсенең “башҡорт” тип яҙылған паспорты һәм уның милләте Ҡаҙанда иң ныҡ һаҡланған серҙәрҙең береһе.
Ошо серҙе Дамир Исхаҡов аса һәм былай ти: “Мәҫәлән, Ризаитдин Фәхретдиндең паспортын ҡараһаҡ, ул – башҡорт, тип яҙылған. Ләкин ул татар мырҙалары араһынан сыҡҡан, күсеп киткән һәм башҡортҡа әйләнгән”, – тип раҫламаҡсы.
Дамир Исхаҡов әйтеүенсә, 1917 йылғы халыҡ иҫәбен алыу ҙа ауыл хужалығы иҫәбе өсөн генә үткәрелгән икән. Әйткәндәй, ғалимдың элекке халыҡ иҫәбе документтарына мөрәжәғәт итеүе коллегалары араһында яҡлау тапмай. Сөнки уның раҫлауҙарының уйҙырма икәнлеге билдәле, етмәһә, башҡорттарҙың самаһыҙ күплеге хәҙерге татарҙар файҙаһына түгел.
Читайте нас: