+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ә татарҙарҙың тарихы һаман яҙылмаған икән... Быныһында ла башҡорттар ғәйеплеме?

Тарих фәндәре докторы Дамир Исхаҡов “Татар-информ” мәғлүмәт агентлығы хәбәрсеһе менән әңгәмәһендә татарҙар тарихы буйынса мәғлүмәттәрҙең аҙлығына һылтана.“Әстрәхан, себер татарҙары – кемдәр улар? Ни өсөн Әстрәхан татарҙарының бер өлөшө нуғай булып яҙылырға теләй? Себер татарҙары араһында ла айырым халыҡ булып яҙылырға теләүселәр бар. Урал алды (Башҡортостан, тип аңлағыҙ) татарҙары айырым һөйләшеү талап итә”, – ти Дамир Исхаҡов.

Тарих фәндәре докторы Дамир Исхаҡов “Татар-информ” мәғлүмәт агентлығы хәбәрсеһе менән әңгәмәһендә татарҙар тарихы буйынса мәғлүмәттәрҙең аҙлығына һылтана.
“Әстрәхан, себер татарҙары – кемдәр улар? Ни өсөн Әстрәхан татарҙарының бер өлөшө нуғай булып яҙылырға теләй? Себер татарҙары араһында ла айырым халыҡ булып яҙылырға теләүселәр бар. Урал алды (Башҡортостан, тип аңлағыҙ) татарҙары айырым һөйләшеү талап итә”, – ти Дамир Исхаҡов.
Ҡаҙанда Мәржәни исемендәге тарих институтында Урал алды татарҙары тарихы тураһында китаптың 1-се томы сыҡҡан, сиратта тағы ике том көтә.
Әлбиттә, Ҡаҙандың үҙендә, “кемдәр ул татарҙар, булғарҙармы, әллә Алтын урҙа вариҫтары – монгол татарҙарымы?” – тигән бәхәс көндән-көн ҡыҙған саҡта халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы алдынан туғандаш республикала йәшәүсе халыҡтар хаҡында том-том китаптар ижад итеүҙәре һис тә аңлашылмай.
“Белемле ҡатлам эшләп еткермәй, – тип уфтана Дамир Исхаҡов. – Яҙыусылар тарихи романға тотона, ә уларға белем етмәй. Күпме ҡарайым, кешеләргә ябай тел менән тарих тураһында һөйләүсе материалдар, мәғлүмәттәр юҡ. Үҙемдең егерме йыл элек татар этногенезы тураһында яҙған китабымдан тыш бер хеҙмәт тә тапманым. Тарих институты нимә менән шөғөләнә? Китаптар яҙырға кәрәк. Был барыбыҙға ла ҡағыла”.
Читайте нас: