+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

МИЛЛӘТТЕ КӨСЛӘП ТАҠМАЙҘАР.

Киләһе йылда илдә халыҡ иҫәбен алыу буйынса ҙур, ҡатмарлы һәм яуаплы кампания уҙғарыласаҡ. Уны ойоштороусы Рәсәй Хөкүмәте, әлбиттә, иң элек илдә күпме кеше көн итеүе, уларҙың йәше һәм белеме, йәшәү шарттары кеүек ил тормошонда мөһим роль уйнаған һәм алдағы йылдарға эшмәкәрлек йүнәлештәре билдәләгәндә мотлаҡ иҫәпкә алынырға тейешле мәғлүмәттәрҙе асыҡлауҙы маҡсат итеп ҡуя.“Ағиҙел” (№ 12, 2019) журналынан күсереп баҫыла.

“Үҙ атаһын белеп тә, башҡа кешене атаһы һанаған һәр кем мотлаҡ гонаһ ҡыла, шулай уҡ үҙен башҡа халыҡ вәкиле иҫәбенә индергән кеше лә тамуҡта урын алһын!”
Имам әл-Бохари хәҙистәренән.
Киләһе йылда илдә халыҡ иҫәбен алыу буйынса ҙур, ҡатмарлы һәм яуаплы кампания уҙғарыласаҡ. Уны ойоштороусы Рәсәй Хөкүмәте, әлбиттә, иң элек илдә күпме кеше көн итеүе, уларҙың йәше һәм белеме, йәшәү шарттары кеүек ил тормошонда мөһим роль уйнаған һәм алдағы йылдарға эшмәкәрлек йүнәлештәре билдәләгәндә мотлаҡ иҫәпкә алынырға тейешле мәғлүмәттәрҙе асыҡлауҙы маҡсат итеп ҡуя.
Уҙған йылдар тәжрибәһенән күренеүенсә, милләттәр иҫәбен алыуҙа мәҙәк тә, ғибрәтле лә хәлдәр осрай. Мәҫәлән, ата-бабаларының ҡаны уяныптыр инде, казактар урыҫтарҙан айырылып сыға, мишәрҙәр ҙә ҡасандыр айырым халыҡ булараҡ теркәлеүен иҫенә төшөрә, бығаса теркәлмәгән ваҡ халыҡтар вәкилдәре тауыш бирә. “Татар-башҡорт” мәсьәләһе айырыуса әүҙем тикшерелә.
2020 йылда ла ошондай йәмһеҙ күренештәр күҙәтелмәҫ, тип әйтеүе ҡыйын. Мәҫәлән, Татарстандың ваҡытлы матбуғатында “башҡорт баҡсаһы”на таш ырғытыуҙар әленән-әле күҙәтелә. “Ватаным Татарстан” гәзитендә (2019 йыл, 3 июль) донъя күргән “Милләт тотҡаһы” тигән яҙмала (авторы – Рәшит Минһаж) ысынбарлыҡты боҙоп күрһәткән мәғлүмәттәр бар. “Аҡтаныштың ысын татар районы икәнен күреп китәбеҙ, – ти Туймазы районының татар ауылдары берләшмәһе рәйесе, Төмәнәк ауылы эшҡыуары Фәнир Ғәлимов. – Бында бөтә нимә татарса алып барыла”.
Һүҙ Аҡтаныш районында уҙғарылған Ыҡ буйы ауылдары һабантуйы тураһында. Тарих фәндәре кандидаты Әнүәр Әсфәндиәровтың “Аулы мензелинских башкир” (Өфө, 2009 й.) тип аталған китабында Аҡтаныш районына ҡағылышлы мәғлүмәттәр 268 бит биләй. Элекке Өфө губернаһының Минзәлә өйәҙенә ҡараған был төбәктә байлар, бүләр, гәрәй, йәнәй һәм ҡырғыҙ ҡәбиләләре вариҫтары көн күргән. Иҫке Айман, Аҡкүҙ, Апас, Ахун, Иҫке һәм Яңы Байсар, Биш Күмәс, Ҡасҡын, Иҫке һәм Яңы Ҡормаш һ.б. 25 ауылда – бүләр; Иҫке, Юғары һәм Яңы Боғаҙы, Ҡорт, Яңы Ҡәҙермәт, Иҫке һәм Яңы Солтанғол, Терпеле, Шәбез (20-ләп ауыл) – йәнәй; Иҫке һәм Яңы Балтас, Бурһыҡ, Иҫке һәм Юғары Гәрәй, Илсебай, Ирмәш, Мерәҫ, Таҡталасыҡ (17 ауыл) – гәрәй; Күжәкә, Юғары һәм Түбәнге Ҡарас, Юғары Урғаҙы, Чат, Чыныҡ (7 ауыл) – байлар; Айыш, Аҡтанышбаш, Ҡаҙыҡай, Чегәнә, Иҫке һәм Яңы Әлимдә ҡырғыҙ ҡәбиләһе вариҫтары теркәлгән.
Туймазы районының “татар ауылдары берләшмәһе” рәйесе Фәнир Ғәлимов йәшәгән Төмәнәк тә – байлар һәм йылан ҡәбиләләренә ҡараған башҡорт типтәрҙәренең ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәрҙәре төйәге. Кемдәр һәм ниндәй милли-хоҡуҡи нигеҙҙә уларҙы “татар” этносына күсереп ҡуйған? Унда йәшәгәндәрҙең башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшеүе был осраҡта мөһимме? Тел мәсьәләһен алға ҡуйып беҙ дөрөҫ эшләйбеҙме? Иҙел – Урал төбәгендә кәмендә мең йыллап йәйрәп ғүмер кисергән аҫаба башҡорттарҙың әлеге быуынын был тарафтарға XIII быуатта татар-монгол яуы менән килгәндәр тоҡомо менән бер халыҡ итеп күрергә маташыу төплө фекерләү һәм етди анализ һөҙөмтәһендә еңел кире ҡағыла. Мәҫәлән, Туймазы районының ете тиҫтәнән (!) ашыу ауылына башҡорттарҙың теге йәки был дәрәжәлә ҡатнашлығын инҡар итеү мөмкин түгел. Аҡтаныш районындағы кеүек, бында ла байлар, йәнәй, йылан, ҡырғыҙ, ҡаңлы, өлөшсә мең, ҡыпсаҡ, хатта әйле ҡәбиләләре вариҫтары йәшәй. Мәҫәлән, Яңы Бишенде, Ҡаратау, Нөркәй, Ҡаран-Бишенде, Түбәнге Сәрҙек, Әйтәктамаҡ, Йәрмөхәмәт, Ҡандра-Ҡотой, Төпкилде кеүек 28 ауылда башҡорттар ғына көн итә. Әгертамаҡ, Япрыҡ, Яҡшый, Түбәнге Бишенде, Мулла-Ҡамыш, Өйәҙетамаҡ, Кәкребаш, Аблай, Атнағол (бөтәһе – 13) кеүек ҡатнаш ауылдарҙа ла башҡорттар – күпселек. Гәзит хәбәрсеһенең, Төмәнәк ауылы хаҡында өс китап нәшер ителеүгә бәйле ҡыҙыҡһыныуына Ғәлимов: “Ул шаҡтай ҡыҙыҡлы, үҙенсәлекле китап буласаҡ. Хәҙер автор өйҙән-өйгә йөрөп, нәҫелдәр тарихын барлай, иң өлкән кешенән балаларына, ейәндәренә васыят яҙҙырабыҙ”, – тип яуаплай. “Нәҫел барлағанда”, ауыл халҡы үҙенең ҡайһы ҡәүемгә ҡарауы тураһында беләме, ата-бабаларының тамырҙары менән иҫәпләшәме икән? Ғәҙел яҙһалар, башҡорттар артасаҡ бит. Милли тойғо – ҡатмарлы хәл-күренеш, ул иң элек аң менән бирелгән тарихи хәтер менән йәшәй. Тел аша донъяға сығарылған был нескә тойғоноң ваҡыты менән баҫырылып, үҙенә юл таба алмаған мәлдәре лә булғылайҙыр. Төмәнәк башҡорттарын боронғо ата-бабалары ҡан түгеп, күп ҡорбандар менән ҡаршы торған татар-монгол ҡәүеменә хисаплап, уларҙы тарихи хәтергә ҡарата енәйәт ҡылырға өндәмәйҙәрме? “Казан утлары” журналының 2017 йылғы август номерында донъя күргән “Әгәр татар, башҡорт, бүтән телдәр бөтһә, тоҙһоҙ аш кеүек буласаҡ” тигән әңгәмә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайы депутаты Римма Үтәшеваның ҡатнашыуы менән иғтибарҙы йәлеп итә. Бүздәк районының ҡаңлы ырыуы башҡорттары көн иткән Сабай ауылынан сыҡҡан Башҡорт дәүләт медицина университеты доцентының үҙе тейешле дәрәжәлә мәғлүмәтле булмаған милли-тарихи темаға фекер йөрөтөүе бик уңышһыҙ килеп сыҡҡан. “Рус балаларына татар телен уҡытмаҫҡа кеүек саҡырыуҙар булғылап торһа ла, Татарстанда белем биреү системаһы яҡшы яҡтан ойошторолған, – ти халыҡ вәкиле. – Татар телен өйрәнеүҙә мин һәр ваҡыт Татарстанды өлгө итеп ҡуям”. Депутаттың журнал уҡыусы аңына ни һеңдерергә ынтылыуы асылып бөтмәгән. Беренсенән, татар телен урыҫ балаларына ғына түгел, башҡаларына ла уҡытыу уның дәүләт статусы менән бәйле һәм бер ниндәй ҙә шик тыуҙырмай. Мәҫәлән, көн дә уҡытылған урыҫ теле кеүек. Икенсенән, “өлгө итеп ҡуйыу” уңышһыҙ, бәлки, урынһыҙҙыр ҙа, сөнки Үтәшева ханымдың Татарстанда йәшәмәүе һәм ундағы мәғариф торошо менән яҡындан таныш булмауы уға бындай хоҡуҡ бирмәй. Артабан Татар милли-мәҙәни автономияһы советы рәйесе вазифаһын да алып барыусы ханым ул саҡтағы республика етәксеһе Рөстәм Хәмитовҡа һылтанып, “башҡорт теленә ярҙам кәрәк”, “беҙгә башҡорт телен өйрәнеү сифатын яҡшыртырға кәрәк”, “аҙнаһына бер сәғәт башҡорт телен өйрәнеүҙең бер ниндәй насарлығы ла юҡ” тигән теләктәрен атап, Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына ярашлы (1-се статья) дәүләт статусына эйә булған башҡорт теленең бәҫен төшөрә. Депутат ханымдың, “башҡорттар Рәсәйҙә күп тигәндә 1,5 миллион, ә татарҙар 8 миллион” тигән хәбәре иһә уның 2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре менән ныҡлы таныш булмауынан бигерәк, республиканың башҡорт милләтен кәмһетеү кеүек ҡабул ителә. Шул уҡ ваҡытта, һуңғы мәғлүмәттәргә ярашлы, илдә татарҙар 5,3 миллиондан артмай. Башҡорттар ҙа күптән миллион ярым ғына түгел. Ә хәҙер депутат тыуып үҫкән райондағы милли нисбәткә күҙ һалайыҡ. Ул филология фәндәре докторы Азат Камалов һәм Фирүзә Камалованың “Атайсал” тип аталған китабында 1969 йылғы иҫәпкә нигеҙләнеп төҙөлгән. Ҡаран, Ҡаранай, Күбәк, Сабай, Иҫке һәм Яңы Таулар, Иҫке һәм Яңы Шығай, Шығайкүлбаш, Яҡуп, Таллыҡул-Ҡыбау, Теләкәй-Ҡыбау, Ҡараерек, Көйәҙетау, Иҫке һәм Яңы Аҡтау, Байраш (барлығы 38 ауыл) – ҡаңлы һәм бер аҙ мең ҡәбиләләре вариҫтары көн иткәндәр иҫәбендә. Башҡорттарҙың теге йәки был дәрәжәлә ҡатнашы булған Бүздәк, Урзайбаш, Сеүәҙебаш, Түреш (мишәрҙәр) кеүек 54 ауылда татарҙар ҙа йәшәй. Дөрөҫ, мәғлүмәттәр иҫкергән, тигән ризаһыҙлыҡ белдерелеүе ихтимал, тик милләт иҫкермәй, уны һайлап та алмайҙар һәм көсләп тә таҡмайҙар. Тарих фәндәре докторы Индус Таһировтың 2012 йылда “Казан утлары” сайтында донъя күргән “Татаринформ” агентлығына биргән интервьюһында яңғыраған мәғлүмәттәргә, байтаҡ ваҡыт уҙыуға ҡарамаҫтан, күҙ йомоу ғәҙел булмаҫ ине. Башҡортостан Республикаһы, ти Татарстанда киң билдәле ғалим, 1919 йылдың декабрендә Ырымбур ҡалаһында иғлан ителә. Ул “Кесе Башҡортостан” тип атала, уны Совет хөкүмәте 1919 йылда таный. Сөнки башҡорт хөкүмәтенең үҙ ғәскәре була, ул Колчак яғында һуғыша. Шуны үҙ яғына күсереү өсөн Кесе Башҡортостанды таныйҙар. Моғайын, залда ултырыусылар араһында, Башҡорт автономияһының 1917 йылдың декабрендә иғлан ителеүе, “Кесе Башҡортостан” тип һуңыраҡ аталыуы, большевиктар тарафынан ысынлап та 1919 йылдың мартында танылыуы хаҡында хәбәрҙар журналистар фән докторының был хәбәренән һуң күңелһеҙ йылмайып ҡуйғандыр. Ә бына Башҡорт автономияһын башҡорттарҙың аҡтар яғында һуғышыусы ғәскәрен советтар тарафына сығарыу өсөн таныуҙары Таһиров әфәнденең шәхси асышы. Һәр хәлдә был турала былай асыҡтан-асыҡ хәбәр һатҡандары беҙҙең тарафтарҙа күренгәне булманы. “Өфө ни өсөн Татарстанға инмәгән? Сиктәр дөрөҫ үткәрелмәгән, тигәнде йыш ишетергә тура килә”, тип белешә “Татаринформ” агентлығы. “Сәйетғәлиев (Татарстандың тәүге хөкүмәте рәйесе, Өфөлә тыуып үҫкән большевик. – М.Х.) проектында Өфө Татарстанға тейеш була, тип яуаплай тарихсы. Татарҙар республика составында Ҡаҙанды ҡалдырыуҙы һорағас, уны ҡалдыралар. Ә Өфө? Ул ваҡыттарҙа башҡорттар һаны 335 мең (?) була, ә татарҙар – 1,2 миллион!” Ә бит Өфөлә бөгөн дә миллион ярым (!) кеше йәшәмәй. Әгәр ҙә әйтелгәндәр Өфө губернаһына ҡағыла икән, унда татарҙар 8,7 процент тәшкил иткән. Был – бер. Икенсенән, Өфө һәм ҡала урынлашҡан губерна бер ҡасан да татарҙың ырыу-ҡәбиләләре халыҡ булып ойошҡан территория, йәғни уларҙың тарихи Ватаны булмаған. Тимәк, был тарафты ҡул аҫтына алырға маташыуҙың хоҡуҡи нигеҙе юҡ. Шул уҡ ваҡытта Таһиров раҫларға ынтылғанса, халҡының күпселеге башҡорттарҙан торған Бәләбәй һәм Бөрө өйәҙҙәрен большевиктар бүләк иткән Татарстанға биреү мәсьәләһе көн үҙәгендә лә тормаған. Шул уҡ ваҡытта, Татарстан автономиялы республикаһы сиктәрен билдәләү бик ауыр эш була, тигән фекер асылып бөтмәгән кеүек. Ҡаҙан ханлығы тураһында“Сыуаш энциклопедияһы”нда ошондай юлдар бар. “1438 – 1552 йылдарҙа Урта Волгалағы хәрби-феодал дәүләт. Алтын Урҙанан бүленеп сыҡҡан. Тәхеттән ҡолатылған Алтын Урҙа ханы Олуғ Мөхәммәд тарафынан нигеҙләнгән”. Сиктәре лә күрһәтелгән ханлыҡ элек көньяҡ сыуаштар һәм болон мариҙары биләмәһе булған. Ханлыҡта татарҙар Олуғ Мөхәммәдтең 40 меңлек ғәскәре баҫып ингәндән һуң ғына күренә башлаған. XVI быуат уртаһында Ҡаҙан ханлығында 430 меңләп кеше йәшәгән, тиелә артабан энциклопедияла. Сыуаштар 200 меңләп иҫәпләнгән. Мариҙар һәм удмурттар ҙа байтаҡ. Аҙсылыҡ тәшкил иткән татарҙар өҫтөнлөклө ҡатлам һаналған. Татарҙар Оло Урҙа, Нуғай Урҙаһы, Ҡырым һәм Әстрхан ханлыҡтарынан күсеп ултырыусылар иҫәбенә артҡан. “Татар энциклопедияһы”нда мәғлүмәттәр башҡасараҡ. Ҡаҙан ханлығында төрки теллеләр (татар, нуғай, хәҙерге сыуаш һәм башҡорттар) һәм финуғыр (мари, удмурт, мордва) халыҡтары йәшәгән, тиелә. Татарстан республикаһы сиктәрен билдәләү, “Сыуаш энциклопедияһы”ндағы ер факторын иҫәпкә алғанда, ысынлап та, бәхәсле булғандыр, сөнки Өфө губернаһының Минзәлә, Вятка губернаһының Сарапул һәм Алабуға, Һамар губернаһының Бөгөлмә өйәҙҙәре унда баҫып кергән татарҙың халыҡ булып ойошҡан тарихи Ватаны һанала алмай. 2010 йылдың 29 сентябрендә “Независимая газета”ла баҫылған “Вторая по численности” (авторы Марина Образкова) шундай юлдар бар. “Тәү тапҡыр татар этнонимы монгол һәм төрки ҡәбиләләрҙә VI – IX быуаттарҙа барлыҡҡа килгән. Дөйөм этноним булып ХIХ быуаттың икенсе яртыһы – ХХ быуаттың башында нығына”. Тимәк, мең йылға яҡын халыҡ (тел) юғалып тора? Ул саҡта ни рәүешле тарихи аренаға сыға һуң ул? Татарстан президентының 90-сы йылдарҙағы сәйәси кәңәшсеһе Рафаил Хәкимовтың “Станет ли Татарстан еще одной проблемой для Москвы” тип аталған яҙмала (ҡайҙа баҫылғаны теркәлмәгән. – М.Х.) белдергән фекерҙәре был йәһәттән шаҡ ҡатырлыҡ. “Һеҙҙе Рәсәйҙә иҡтисади файҙанан тыш нәмә тота һуң?” тигән һорауға Хәкимов күҙ ҙә йоммай, “беҙҙе Алтын Урҙа тота, тип яуаплай. Рәсәй биләмәһе – ул Урҙа биләмәһе. Беҙ үҙебеҙҙең ерҙән китә алмайбыҙ”. Бындай асыҡтан-асыҡ “танкыға ҡаршы” барыуы менән сәйәси кәңәшсе халҡын уңайһыҙ хәлгә ҡуйыуы хаҡында иҫенә төшөрҙөмө икән? “Батша Рәсәйе статистикаһы тарихында татарҙар тип күберәк халыҡ аталып йөрөтөлгән, тиелә артабан “Независимая газета”ла. Һуңыраҡ уларҙан әзербайжандар бүленеп сыҡҡан. Артабан Дағстан халыҡтары, хакастар”. Ошонда уҡ татар этносының өс ҙур төркөмгә: Иҙел – Урал, Әстрхан һәм Себер татарҙарына бүленеүе хаҡында телгә алына. Ә татар теле Алтай телдәре ғаиләһенең төрки тармағына ҡараған ҡыпсаҡ төркөмөнөң ҡыпсаҡболғар төркөмсәһенә инә. Әкрәм Бейеш “Башҡорт халҡының тарихы һам азатлыҡ көрәше” тигән китабында, киң билдәле ғәрәп сәйәхәтсеһе Рәшид-әд-дин яҙмаларына һылтанып, “Боронғо авторҙарҙың бөтәһе лә татарҙарҙы төрки халыҡтар иҫәбенә индергән, тип яҙа. Татар халҡының үҙ ырыуҙары булған: тутуклиут, алчи, чаган, куин, терат, баркуй”. Башҡорт тарихсылары теге йәки был башҡорт ауылының ҡайһы ҡәбиләгә ҡарауын тотҡарлыҡһыҙ атай алғанда, “барлыҡ татарҙар ҙа – татар” тигән саҡырыуҙы алға һөрөүселәр үҙҙәренең ҡайһы ырыу вариҫтары булыуын беләме икән? Һорауға яуап “Татар энциклопедияһы”ның “Ҡаҙан татарҙары” бүлегендә юҡ. Ә бына ғәжәпкә ҡалдырырлыҡ мәғлүмәттәр бар. Мәҫәлән, татарҙарҙың бер нисә этнографик төркөмө бар, тиелә. Үҙәк, нукрат, пермь һәм … типтәр-башҡорт. Ғәжәп, ата-бабаларының ҡайһы ырыуға ҡарауы бөгөн дә сер булмаған башҡорт һәм типтәрҙәрҙе татар этнографик төркөмөнә индереү өсөн ниндәй ғилми, милли, хоҡуҡи тураһында әйтергә лә түгел, нигеҙ табылды икән? Ошонда уҡ татар һөйләштәре хаҡында ла әйтелә. Мәҫәлән, Үҙәк һөйләштең урта диалектына ҡараған Балтас, Мамадыш, Лаиш, йәғни элекке Ҡаҙан ханлығына ҡараған ерҙәрҙә көн итеүселәр һ.б. менән бергә Минзәлә (ТРҙың көнсығышы) Бөрө (БР-ҙың төньяҡ-көнбайыш башҡорттары теле менән бәйләнештә барлыҡҡа килгән). Эйе, “бәйләнеш”, әммә йоғонто түгел. Ни өсөндөр был “асыш”ты яһаған телсе Урта диалектта аралашҡан ҡәүемдәр теленең шул уҡ Минзәлә һәм Бөрө башҡорттары теленә йоғонтоһо тураһында әйтергә онотҡан. Тиҫтәләрсә йылдар татар телендә белем алырға мәжбүр ителгән был төбәк кешеләренең ошо рәүешле булһа ла күҙен асыу ҡамасауламаҫ ине. Был саҡлы экспанцияның, йәғни татар этносын яһалма, хатта һөмһөҙлөк иҫәбенә арттырыуға ынтылыуҙың гносеологик тамырҙары нимәлә? Әллә бынан һигеҙ быуат элек барлыҡ төрки донъяһын берләштерергә ҡорал күтәреп, уны ниндәйҙер дәрәжәлә бойомға ашырған Сыңғыҙ хан вариҫтарында ата-бабаларының ҡайнар ҡаны уянамы? Әллә был үҙен ҡасандыр Рәсәй менән бер хоҡуҡлы дәүләт итеп күрһәтергә ынтылған татар сәйәсмәндәренең Алтын Урҙаны яңы нигеҙҙә тергеҙергә ынтылыуымы? Алдан уҡ уңышһыҙлыҡҡа дусар ителгән аҙым. Ошоға бәйле күп йылдар элек “Независимая газета”ла донъя күргән “Татары имели государство еще до нашей эры” (авторы Вера Постнова) тигән яҙмаға мөрәжәғәт итеү кәрәк булыр. Унда Татар ижтимағи үҙәгенең (ТИҮ) шул йылдарҙағы етәксеһе Марат Мөлөков Рәсәй Дәүләт Думаһына һайлауҙарҙа ҡатнашмаҫҡа саҡырып, былай ти: “Татарҙарҙың урыҫтарҙан күп быуаттар элек үҙ дәүләте булған. Беҙҙең эраға тиклем. Алтын Урҙа һәм Әстрхан ханлығын, Ҡырым, Нуғай Урҙаһын, Ҡаҙан һәм Себер ханлыҡтарын барыһы ла белә”. Ошонда уҡ ТИҮ лидеры, татарҙарҙың бөтә ерҙәрҙә лә йәшәүен телгә алып, беҙ әлегә бер кемгә лә территориаль дәғүә белдермәйбеҙ, ти һәм Башҡортостанда ғына 1,5 миллион татар (күрәһең, башҡорттарҙы ла ҡушып. – М.Х.) көн итеүен белдерә. Тарих фәндәре докторы Дамир Исхаков та ошо йүнәлештә фекерләүе менән үҙ ерендә генә түгел, унан ситтә лә танылыу яулаған. Быйыл “Ватаным Татарстан” гәзитендә баҫылған “Рәсәйҙең татар утрауҙары” (атамаһын да табалар бит! – М.Х.) тигән яҙмала ул былай тип белдерә. “Татарҙар Болғар, Алтын Урҙа ханлыҡтары заманында йөҙҙәрсә (?!) ҡала ҡороп йәшәгән. Татар ханлыҡтары емерелгәс, урыҫ ҡалалары тирәһендә биҫтә булып йәшәргә тырышҡан”. Бына ҡайҙан башлана экспанция! Ваҡытлы матбуғат, ысынлап та, был йәһәттән килделе-киттеле хәбәрҙәре менән әҙәм балаларының аңын бутап, был утҡа кәрәсин өҫтәй. Ошо хаҡта тарих фәндәре кандидаты, журналист Фаил Ибәтов Ҡаҙан ҡалаһының мең йыллығын билдәләгән ваҡыттарҙа “Известия” гәзитендә баҫылып сыҡҡан “В поисках татарских корней” тигән яҙмаһында түбәндәгеләрҙе яҙҙы. “Ҡайһы бер авторҙар тормоштан тамам айырылып, мифтар ижад итергә тотондо. Татар халҡының барлыҡҡа килеүен 522 йылға Төрки ҡағанатына бәйләүселәр бар. Ә бит ул дәүләт Үҙәк Азияла йәшәгән”. Артабан Ибәтов шундай һығымтаға килә: “Татар этнонимына Рәсәйҙең барлыҡ төрки халыҡтарын да индерергә тырышыу ҙа күҙәтелә. “Татар факторы”н глобалләштереү өсөн яңы “төрки-татар” төшөнсәһе уйлап сығарыла. Ә бит алтайҙар, тувалар, хакас, яҡуттар Будда диненә табына, холоҡ-фиғелдәре лә башҡаса”. 2005 йылда “Литературная газета”ла донъя күргән “Литва и татары” тип аталған яҙманың авторы Алесь Кожедуб Белоруссияның Клецк ҡалаһында йәшәүсе уҡытыусы йыраҡ бабаһы Алтын Урҙанан сыҡҡан Николай Иванович менән әңгәмәлә асыҡлауынса, Польша һәм Литваға татарҙың меңәрләп күсенеп, ҡайһылыр урындарҙа тотош урамдар хасил итә. Ошо уҡ яҙмала был тарафтарҙа төркиҙәрҙең Азов яҡтарынан күсенгәндәр иҫәбенә артыуы хаҡында ла телгә алына. Тимәк, ҡасандыр Лев Гумилевтың теле менән әйткәндә, пассионарлыҡ тойғоһо ташып барған татарҙар элекке Рәсәй империяһы киңлектәрен тултырған (хәйер, юҡ, империя Алтын Урҙа киңлектәрендә тергеҙелгән) һәм цивилизация орлоҡтарын үҙҙәренсә сәскән. Тик һигеҙ быуат үткәндән һуң былар менән маһайырға ынтылып һәм был йәмһеҙ күренешкә башҡортто ла йәлеп итеп, тарихи хәтерен бутауҙан бер кем дә отмай. “Йүкәлә икән сәтләүек” 2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа Башҡортостанда 1,4 миллиондан ашыу урыҫ, 1,1 миллиондан ашыу башҡорт, 1 миллиондан саҡ ҡына күберәк татар, 107,4 мең сыуаш, 103,6 мең мари, 39,8 мең украин, 20,3 мең мордва, 21,4 мең удмурт һ.б. теркәлә. Башҡорттар күпселек тәшкил иткән райондар яҡшы билдәле. Ә Баҡалы (15 360), Бүздәк (18 239), Дүртөйлө (31 430), Туймазы (50 205), Стәрлебаш (10 958) һ.б. райондарҙа татар халҡы вәкилдәре күпселек. Шул уҡ ваҡытта элек титуллы милләт аҙ теркәлеп, был юлы ныҡ артҡан Благовар (11 131 кеше, йәғни 42,8 процент), киреһенсә, башҡорттар кәм теркәлгән Бүздәк (9 213) һәм Саҡмағош (9 429) райондарында иҫәп алыуҙың хәҡиҡәткә тап килеүе шикле. Саҡмағош – халыҡ иҫәбе алғанда тотороҡһоҙлоҡ күрһәткән райондарҙың береһе. Уҙған юлы был төбәктә башҡорттар татарҙарҙан ике тапҡыр кәмерәк теркәлгән. Ә бит Саҡмағошта ла башҡорт ауылдары күберәк. Мәҫәлән, Яңы Балаҡ, Яңы Дөмәй, Иҫке һәм Яңы Почҡаҡ, Иҫке Сөрмәт, Иҫке Чупты, Яңы Тәйнәш, Әхмәт, Ҙәмәй кеүек өс тиҫтәнән ашыу ауылда йылан, дыуанай, йәлдәк ырыуҙары вариҫтары көн итә. Аблай, Иҫке Биккенә, Ҡалмашбаш, Рапат, Ҡаран, Юғары Ҡаръяуҙы ауылдарында ла титуллы милләт вәкилдәре күпселек. Дөрөҫ, Саҡмағош, Яңы Сөрмәт, Бикмәт, Яңы Балтас, Ҡараерек, Ҡаратал (ундан күберәк) ауылдарында татарҙар күберәк йәшәй. Район үҙәге Стәрлебаш ауылына юрматы һәм мең башҡорттары нигеҙ һалыуын белеүсе бармы икән? Шулай уҡ татар ауылдары иҫәбендәге Ҡыуғанаҡбаш, Ямғырсы, Тәтер-Арыҫлан ауылдарын да? Ошо йәһәттән быйыл “Республика Башкортостан” гәзитендә баҫылып сыҡҡан “Сумятица в голове от недостатка фактов” тигән яҙмаға туҡталайыҡ. Иҡтисад фәндәре докторы, профессор Мөхәммәт Сәғитдинов унда фекер йөрөтөргә, нигеҙле һығымта яһарға һәләтле кешегә байтаҡ фәһемле мәғлүмәт килтерә. 1899 йылда Мөхәмәтшакир Туҡаев татар телендә “Тарихи Стәрлебаш” тигән китап сығара, тип яҙа профессор. Унда ауылға башҡорттарҙан ҡуртымға алынған урында Ҡаҙан яғынан һәм Ҡарғалы ҡалаһынан килгән сауҙа кешеләре һәм һөнәрселәр нигеҙ һала, тиелә. Теүәл датаһы күрһәтелмәй, 1773 йыл булһа кәрәк, тип әйтелә. Ауылға ингән урында ҡуйылған “1680 йылда нигеҙ һалынған” тигән таҡтаташ уның тыуған йылын 150 йылға артҡа күсерә, сөнки 1737 – 1755 йылдарҙағы карталарҙа Стәрлебаш күренмәй. Мәсет һәм мәҙрәсә 1724 йылда төҙөлгән, тигән хәбәр ҙә ысынбарлыҡҡа тап килмәй, сөнки Ырымбур губернаһында Сәйет биҫтәһе (Ҡарғалы) 1744 йылда ғына нигеҙләнә. Мөхәммәт Сәғитдинов шулай уҡ китаптың милли мәсьәләгә ҡағылған өлөшөн дә иғтибарһыҙ ҡалдырмаған. Стәрлетамаҡ өйәҙе буйынса 1877 йылға ҡараған иҫәптә, ти ул, ауылдың этнографик составы – башҡорттар. Унда йәшәгән 375 ир һәм 358 ҡатын-ҡыҙҙан 226 ир һәм 187 ҡатын-ҡыҙ башҡорт. Ә яһаҡ түләүсе дәүләт крәҫтиәндәре татарҙар 71 ир һәм 62 ҡатынҡыҙ. Мишәрҙәр иһә – 92 һәм 14. Ошо юлдарҙы ҡағыҙға төшөргәндә, Дүртөйлө ҡалаһында йәшәүсе, Илеш районында тыуып үҫкән шағир Рафаил Хафизовтың байтаҡ йылдар әүәл “Йәшлек” гәзитендә донъя күргән яҙмаһы иҫкә төштө. Мин дә, тигән ул, милли идеялар менән мауығып, татарҙарҙың хоҡуҡтарын киңәйтеүгә өндәгән кешеләргә ҡушылып киттем. “Йүкәлә икән сәтләүек, – тине әсәйем. – Беҙ – башҡорттар”. Күрәһең, был оло йөрәкле апайҙа ата-бабаларының ҡаны йоҡоға талмаған. Бармы бөгөн ундайҙар беҙҙең арала? 2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыуға ҡағылған мәғлүмәттәрҙә туған тел буйынса ла халҡыбыҙҙы уйға һалырлыҡ күренештәр юҡ түгел. Мәҫәлән, 1000 кешегә иҫәпләгәндә урыҫтарҙың – ике, мариҙарҙың – биш, татарҙарҙың – ете, сыуаштар һәм удмурттарҙың – һигеҙе генә туған теле тип башҡа милләт телен атаһа, башҡортта был һан 169! Удмурттарҙың 896-һы туған теле тип үҙ халҡы телен атаһа, башҡорттар араһында – 753 кенә. Бының үҙ сәбәбе бар. Беҙ тел, һөйләш үҙенсәлеген алға ҡуйып, үҙ милләттәштәребеҙҙе ситкә этмәйек. Халҡыбыҙҙың холоҡ-фиғелендә, ысынлап та, хәҙерге ҡатмарлы, ауыр шарттарҙа үҙен аҡламаған, киреһенсә, уның тупланыуына һәм үҫешенә ҡамасаулаған сифаттар ҙа бар. Мәҫәлән, битарафлыҡ, муллыҡҡа ҡул һелтәү. Тик быны башҡорттарҙың үҙ ғәйебе тип атау хәҡиҡәткә ҡаршы килеү булыр ине, сөнки был сифаттар борон-борондан йәшәү рәүешенә ҡарап формалаша. Тарихсы Әнүәр Әсфәндиәров билдәләүенсә, урыҫ дәүләтенә ҡушылғансы 36 – 38 миллион дисәтинә ер биләгән халыҡ бер нигә лә мохтажлыҡ кисермәгән. Ә мул тормош, ғәҙәттә, битарафлыҡ тойғоһо тәрбиәләй. “Башкиры” тигән китапта (авторҙары Р.Г.Буканова һәм В.Н.Фешкин) урыҫ яҙыусыһы Ф.Д. Нефедовтан шундай өҙөк бар: “Улар (башҡорттар. – М.Х.) тауҙарҙа һәм үҙәндәрҙә бик күп байлыҡ ятҡанын белә; ул урындарҙа күп алтын, көмөш, ҡиммәтле таштар йәшеренгән. Ләкин халыҡтың байлығы унда түгел, ә мал көтөүҙәрендә, йылҡы һәм дөйә өйөрҙәрендә. Күлдәрҙәге балыҡ, күпме тотһаң да бөтөрлөк түгел. Урмандар тулы хайуандар, ҡошҡорттар. Ер-әсә кешеләргә уларға ни кәрәк, шуны бирә”. Быларҙың барыһын да күскенселәр, шул иҫәптән татарҙар ҙа һатып, хәйлә менән, хатта көс ҡулланып алырға мәжбүр булып, уларҙа ошондай шарттарҙа көн итеү өсөн зарур сифаттар формалашҡан. Коммунизм теорияһын эшләүсе Карл Маркс юҡҡа ғына, көнкүреште аң билдәләй, тип әйтмәгән бит. Мәсьәләнең күҙгә ташланып бармаған тағы ла бер яғы хаҡында телгә алыу мөһим. Көньяҡ һәм Төньяҡ Америка индеецтары ла ҡасандыр ошондай ҡиммәтле таштар солғанышында көн иткән, әммә улар менән мауыҡмаған. Күрәһең, ҙур бәлә килтерәсәген һиҙенгәндәрҙер. Ысынлап та, испандар килгәндән һуң башланған ҡот осҡос ваҡиғалар шуны раҫлай. Тимәк, ер аҫты байлыҡтарына тейеүҙең ниндәй көнгә төшөрәсәген башҡорттар ҙа самалап белгән. Урыҫ дәүләтенә ҡушылғандан һуң ҡасандыр ата-бабалар мал йөрөткән, һунар иткән, солоҡсолоҡ менән шөғөлләнгән, һалабаш һалған урындарҙа ҡалҡып сыҡҡан завод-ҡәлғәләр быны шик тыумаҫлыҡ дәрәжәлә раҫлай. Башҡортлоҡтан мәхрүм ителгәндәр 2010 йылғы иҫәп алыуҙа күрше республиканың Аҡтаныш районында – 108, Аҙнаҡайҙа – 249, Әлмәттә – 709, Бөгөлмәлә – 436, Алабуғала – 517, Баулыла – 208, Ютазыла – 192, Туҡайҙа 206 һ.б. башҡорт булып теркәлгән. Был “диңгеҙҙәге тамсылар” бик ныҡ теләһәң дә йәшереп булмаған хәлгә ишара итә: улар Башҡортостандан күсеп ултырмаған, ә тарихи хәтере юйылмаған, ата-бабаларының аманатын һаҡларлыҡ ихтыяр көсө тапҡан урындағы милләттәштәребеҙ! Халҡыбыҙҙың боронғо тамырҙарын йәмәғәтселеккә еткереү буйынса күп көс түккән тарихсы-журналист Салауат Хәмиҙуллиндың тапшырыуҙарында улар ҙа күренеп ҡала һәм үҙҙәренең тыуған төйәге, тамырҙары хаҡында бәйән итә. 1897 йылғы Рәсәй империяһында халыҡ иҫәбен алыуҙа Минзәлә өйәҙендә 123 092 кешенең үҙен башҡорт иҫәпләүе, Вятка губернаһының Сарапул өйәҙендә – 5 100, Алабуғала – 8 799, ә Һамар губернаһының Бөгөлмә өйәҙендә 29 647 башҡорт теркәлеүе ошо турала һөйләмәйме ни? 1766 йылда Ырымбур губернаторы булған кенәз А.А. Путятиндың «Ырымбур губернаһының күпселек өлөшө элек башҡорттарҙан башҡа бер халыҡ та йәшәмәгән урындарҙы биләй» тигән һүҙҙәре үрҙә телгә алынған “Аулы мензелинских башкир” китабына эпиграф итеп осраҡлы алынмаған. Татарстан тарихсылары Д.М. Исхаҡов менән М.И. Әхмәтйәнов бөтөнләй кире йүнәлештә фекер йөрөтә. Йәнәһе, көнбайыш башҡорттар башҡорт һанала алмай, сөнки аҫабалар барлыҡҡа килеүҙә истәктәр (ҡаҙаҡтар башҡортто шулай атаған. – М.Х.) нуғай, татар, өлөшсә фин-уғырҙар ҡатнашҡан, тип раҫларға маташа. Ә бит бер генә халыҡ та саф сығанаҡтан таралмаған. Мәҫәлән, башҡорттар бик күп ырыу-ҡәбиләнең берләшеүе һөҙөмтәһендә бер халыҡ булып ойошҡан. Ғөмүмән, Д.М. Исхаҡовса фекерләһәң, “башҡорттар – этнос түгел, ә ҡатлам”, тип дауам итә Ә. Әсфәндиәров юғарыла аталған китапта. 1855 йылда Башҡорт-мишәр ғәскәре барлыҡҡа килгәс, ти ул, башҡорттар юҡҡа сыға, ә типтәрҙәр «яңы башҡорт» булып китә. Этнос булараҡ башҡорттарҙың рәсми иҫәптән юҡҡа сығыуы, кәмендә ярты быуатҡа һуңыраҡ Өфө губернаһының – Минзәлә, Һамар губернаһының – Бөгөлмә, Вятка губернаһының – Алабуға, Сарапул өйәҙҙәрендә күҙәтелә. «Яңы башҡорт» атамаһы иһә XIX быуаттың 90-сы йылдарында ғына күренә башлай, ти Ә. Әсфәндиәров. Был аҫабаларҙы һәм ебәрелмештәрҙән айырыу өсөн ҡулланылған. Ләкин артабан улар «типтәр» тип яҙыла. Аталған авторҙарҙың, «аҫаба башҡорттар» тигән төшөнсә XVI быуаттың II яртыһында – XIX быуаттарҙа рус хакимиәте учреждениелары тарафынан Көньяҡ Уралдың төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә йәшәгән халыҡ өсөн ҡулланылған, тигән фекере лә уйлап сығарылған, тип дауам итә башҡорт тарихсыһы. Был төшөнсә башҡорттар йәшәгән барлыҡ биләмәләргә – Пермдән Яйыҡ йылғаһына, Тоболдан Иҙелгәсә тарала. Башҡорттар аҫабаларҙан, йәғни община ерҙәре хужаларынан һәм ебәрелмештәрҙән – теге йәки был сәбәп менән ергә идара итеү хоҡуғынан мәхрүм ителгәндәрҙән торған. Ер биләү, һатыу йәки ҡортомға биреү хоҡуғынан аҫабалар ғына файҙаланған, ерҙе күскенсе крәҫтиәндәргә биреү ғәмәле киң таралған. Тик башҡорт ерҙәрен теләһә кемгә һәм бер ниндәй документһыҙ биреү тыйылған. 1802 йылдың 16 июнендә Ырымбур хәрби губернаторының XI кантон начальнигы поручик Солтановҡа Бүләр олоҫо ерендә үҙ белдеге менән йәшәгәндәрҙе ҡыуып сығарыу хаҡында әмер архивта һаҡлана. Шулай уҡ башбаштаҡланып сит ерҙәргә сығып киткән башҡорттар ҙа кире ҡайтарылған. Башҡорт еренә үҙ белдегенә килеп ултырған килмешәктәр ҡыуып ебәрелгән. Мәҫәлән, Мәскәүҙең Ҡаҙан ихатаһы 1694 йылғы бойороғо менән Өфө воеводаһы Д.Н. Головинға боронғо башҡорт аҫаба ерҙәренә килеп төйәкләнгән рус, татар, сыуаш, сирмеш, вотяктарҙы ҡыуып сығарыуҙы йөкмәткән. Был эште уңышлы атҡарып воевода Сенат маҡтауына лайыҡ булған. Д. Исхаҡов, хәҙерге Татарстандың көнсығыш районында быуаттар буйы йәшәгән башҡорттарҙы, татар этносының бер өлөшө, тип иғлан итергә күптән саҡыра. Был тәҡдимдең нигеҙһеҙлеген иҫбатлау өсөн 1767 – 1768 йылдарҙа яһаҡ түләүсе татарҙарҙың башҡорттарға оброк түләүҙән азат итеүҙе һорап, Уложение комиссияһына мөрәжәғәт итеүен атау ҙа етә. “Сөнки, – ти улар, – беҙ Сенаттың 1736 йылғы указы буйынса башҡорттарҙың аҫаба ерҙәрендә торабыҙ һәм оброкты уларға түләйбеҙ”. Тимәк, башҡорт ерҙәренә ебәрелмеш сифатында килеп ултырған татар менән аҫаба башҡорт араһына тигеҙлек билдәһе ҡуйыу, бер этносҡа иҫәпләү мөмкин түгел. Татарҙың барлыҡ ҡатламдары ла иҡтисади (оброк түләү), социаль (аҫаба ерҙәренә урынлашыу) йәһәттән башҡорттарға – ер хужаларына бойондороҡло булған. Д. Исхаҡовтың, 1917 – 1920 йылдарға тиклем әлеге Татарстандың көнсығышында башҡорттар ғөмүмән йәшәмәгән, тигән фекере лә яҡшы билдәле. Был, күрәһең, аҫабалар оҙайлы быуаттар дауамында биләп йәшәгән Өфө, Һамар, Вятка губерналарының дүрт өйәҙен яңы ойошторолған Татар АССР-ына биреүҙе – законлы күренеш, тип ҡабул итеү өсөн уйлап сығарылған. Һүҙ 1920 йылдың 7 майында ВЦИК һәм Совнаркомдың ҡарары (халыҡ ихтыяры хаҡында һүҙ бармай. – М.Х.) менән ТАССР-ға Ҡаҙан губернаһының туғыҙ өйәҙен, Өфө губернаһының – Минзәлә, Һамар губернаһы Бөгөлмә өйәҙенең – 26, Вятка губернаһы Малмыж өйәҙенең – ете, Сембер губернаһы Сембер өйәҙенең 11 олоҫон ҡырҡып биреү тураһында бара. Ошоноң менән аҙағы нисек тамамланыуына күҙ йомоп башҡарылыусы “ленинсы милли сәйәсәт” тамыр йәйә. XVII быуатта Нуғай, Себер, Уса һәм Ҡаҙан даруғалары менән бергә Ыҡ (Ицкие) тип аталған һәм дәрәжәһе даруғаларға тиңләштерелгән башҡорт олоҫо ла була. 1730 йылғы реестр мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Ҡаҙан даруғаһының Ыҡ һәм Сөн йылғалары буйлап ултырған Һарыш-Ҡыпсаҡ, Тамъян, Ирәкте, Түңгәүер, Бөрйән, Ҡыпсаҡ (Сөн-Ҡыпсаҡ), Әй, КүрпәсТабын, Һеңрән, Табын, Ғәйнә, Ҡырғыҙ, Йәнәй, Тышҡы Йылан олоҫтары Ыҡ олоҫона ҡараған. Ыҡ йылғаһы буйында башҡорттарҙың борон-борондан ғәйәт ҙур ер биләп йәшәүе 1730 йылғы реестр мәғлүмәттәрендә асыҡ сағылдырыла. Шул уҡ йылда батшаға яҙған үтенеснамәһендә улар Ҡаҙан өйәҙенән башбаштаҡланып килеп ултырған килмешәктәрҙе ҡыуып ебәреүҙә ярҙам һорай. Башҡа башҡорт олоҫтары, мәҫәлән, Байлар (өс олоҫтан тора) Йәнәй олоҫонан көньяҡ-көнбайышта Иж, Кама, Минзәлә, Иғәнә, Менегә, Кәллә, Ютазы, Ҡандыҙ һәм Ыҡ йылғаһының һул яры буйлап урынлашҡан ҺарайлыМең олоҫо һәм ике Байлар олоҫо араһындағы Иғәнә, Мәнәле йылғалары буйындағы ерҙәрҙе биләгән. Юрмый һәм Ирәкте олоҫтары башҡорттары ла – уларға күршеләш, тәүгеһе Зәй, Стәрле буйҙарын, Гәрәй олоҫо Сөн һәм Аҡтаныш йылғаларын һыулаған. Дөйөм алғанда, 1834 йылда Минзәлә өйәҙендә түбәндәге башҡорт олоҫтары булған: Байлар (Ҡалмаш, Салағош, Биҙәк, Турай түбәләре), Бүләр (Бүләр, Мошоға), Һарайлы-Мең, БайларҺарайлы-Мең, Гәрәй (Таҡталасыҡ, Әзәҡул, Йәнйегет), Ҡырғыҙ (Ябалаҡ, Байһары), Йәнәй (Боғаҙы, Камбар, Йәнәй, Туғыҙ, Сығыр), Ирәкте (Абдулба). Башҡорттар барлығы 158 ауылда йәшәгән. Алабуға өйәҙендә лә Байлар (Безәкә, Салағош, Турай), Йәнәй (Туғыҙ, Сығыр) олоҫтары булған. 13 башҡорт ауылын берләштергән Сарапул өйәҙендә Йәнәй олоҫоноң Туғыҙ түбәһенә ҡараған алты ауыл күренә. 1866 йылдан башлап улар административ үҙәк урынлашҡан ауыл атамаһы менән йөрөтөлә. Барлығы 30 – 31 олоҫ тәшкил иткән, башҡорт ауылдары XI кантонға буйһонған. XII кантонға ҡараған Бөгөлмә өйәҙендә Юрмый, Ҡырғыҙ, Байлар, Ҡыр-Йылан (Тыңламаҫ түбәһе) булған. Тарих фәндәре докторы Р. Ғ. Кузеевтың билдәләүенсә, Йылан ҡәбиләһе – Башҡортостан ерендә иң боронғоһо. Ғәрәп сәйәхәтсеһе Ибн-Фаҙлан юлъяҙмаларынан күренеүенсә, X быуатта башҡорттар йыланға табынған. XIII – XIV быуатарҙа Йылан ырыуы ҡыпсаҡтарҙың бер өлөшөн тәшкил итә. Боронғо төрки халҡы Йылан ҡыпсаҡтар көнсығыштан көнбайышҡа күсенгәндә улар составына инә. Улар Ҡыр-Йылан, Эске Йыландарға айырылып, Уразай, Туғыҙлар, Лаяшлы, Сырым түбәләренә (аймаҡ) бүлеп йөрөтөлә. Ҡыр-Йылан олоҫо аҫабалары XVI – XVII быуаттарҙа батша грамотаһы ала. Ул Байлар олоҫоноң Иҫәргәп, Ҡыҙыл яр ауылдары (хәҙерге Баулы районы) аҫабаларына ошо уҡ йылдың 23 февралендә бирелә. Грамота һораусылар Тыңламаҫ ауылы башҡорттары Ҡушай, Үрмәмәт, Уразлы Башкилдиндар һәм Уразбахты, Уразлы, Бағыш, Уразмәт, Тимәт Башаевтар (башҡортса был исемдәр икенсе төрлөрәк тә яңғырайҙыр, ләкин русса боҙоп яҙылған. – М.Х.) булыуы билдәле. Бүләр олоҫо икегә бүленеп, тәүгеһе Бөрө (һуңынан Бәләбәй) өйәҙенең Ҡадир ауылы тирәләй 38,7 мең дисәтинә ер биләгән. Икенсе өлөшө Минзәлә өйәҙенең Сураҡай һ.б. ауылдар ере булған. Ахун, Сафар, Яҡшый, Бүләк, Бикабыҙ, Әлмәт, Сураҡай, Сәйет, Ҡадир, Һеңрән ауылдары Бүләр олоҫона ҡараған. VII рәүиз буйынса уларҙа 293 аҫаба башҡорт, VIII рәүиздә 497 типтәр, 63 мишәр теркәлгән. Гәрәй олоҫонда кераит – төрки йәки төрки-монгол вариҫтары йәшәгән, ти Р.Ғ. Кузеев. Был халыҡ Уралға ҡыпсаҡтар менән бергә ҡуҙғалған. Ағиҙел буйында урынлашып, гәрәйҙәр йәнәйҙәрҙе ҡыҫа башлаған. Гәрәйҙәрҙең күршеһе Йәнәй, Уран, Бүләр, Ҡырғыҙ һәм йыландар булып, гәрәйҙәр йәнәйҙәрҙең бер өлөшөн йотҡан. XIV – XV быуаттарҙа уларҙың бер өлөшө Ағиҙел урмандарына күсенеп китә һәм Урман-Гәрәй тип йөрөтөлә башлай. Иҙел-Гәрәйҙәр Ағиҙел буйында төпләнә. Архивтарҙа 1632 йылда Таҡталасыҡ һәм Йәнйегет түбәләренә бирелгән грамота ла һаҡлана. Ул Өфө воеводаһы тарафынан яһаҡ түләүсе башҡорт Бөртөк Ҡоҙабахтинға тәғәйенләнгән. Икенсе грамота Минзәлә өйәҙе Гәрәй олоҫоноң Таҡталасыҡ түбәһе ерҙәренә ҡарата бирелгән. Гәрәй олоҫонда өс түбә булып, Йәнйегет – Бөрө өйәҙенә (X кантон), Таҡталасыҡ һәм Әзәҡул Минзәләгә (XI кантон) ҡараған. Р.Ғ. Кузеев фекеренсә, Ҡырғыҙ ҡәбиләһе – Ағиҙел үҙәнендә гәрәйҙәрҙең көнсығыш күршеһе. Көньяҡта ҡырғыҙҙарҙың ере Зәй, Ыҡ үренәсә һуҙылған. VIII – X быуаттарҙа был ҡәбилә Уғыҙ мөхитендә була. Алтын Урҙа дәүерендә улар Иҙелдән көнбайышҡараҡ күсенеп, Бәләбәй ҡалҡыулығына үтеп инә. Башҡортостанға ҡырғыҙҙар XIII – XIV быуаттарҙа Ҡыпсаҡ тулҡыны менән килә. Тонаҡ бей (Тәкәй ырыуы) һәм Ҡаҙыҡ бей (Ҡаҙыҡай) – уларҙың тәү бабалары. Ә боронғо Ватаны «Себер яғы» булып, Иҙел буйына күсенеп килеп сығалар. Ырыу башлығы Ҡорҡут ата (Бохара яғы), уның улдары Әхмәт бей, Мөхәммәт бей һәм уның улы Йәнәби, уның улы Ҡушыҡ бей (Ҡырғыҙ ауылы) Татыш күле буйында Ағиҙел үҙәнен төйәк иткән. Һуңғыһы рус хакимлығын ҡабул ҡылған. Ҡушыҡ бейҙән Аҡҡош бей һәм Күккүҙ бей, һуңғыһынан игеҙәктәр Ҡылсан һәм Тонус тыуған.
Татарстанда иң күп башҡорт ауылдары Аҡтаныш районына ҡарай. Улар Байлар (һигеҙ ауыл), Бүләр (31), Гәрәй (21), Йәнәй (16), Ҡырғыҙ (8) олоҫтарына ингән. Аҡтаныш (Ябалаҡ түбәһе) – Ҡырғыҙ олоҫо ауылы 1795 йылдан билдәле. 1848 йылда унда ике мануфактура, өс бакалея лавкаһы эшләгән. Шарап һәм һыра ла һатҡандар. Ауыл баҙарлы ла булып, сентябрҙә йәрминкәләр үткән. Аҡтаныш – ошо уҡ исемдәге олоҫ үҙәге, уға 7 мең кеше йәшәгән һигеҙ ауыл буйһонған. Олоҫ идараһы, почта-телеграф ошонда урынлашҡан. 1870 йылда мәктәп, 1892 йылда яңы мәсет асылған. Ауылда поход йөҙ башы Рафиҡ Ҡаракүҙев, зауряд-яһауыл Ғәбдрәшит Миңлекәев, указлы мөҙәрис Әбдүш Миңлекәев, указлы аҙансы Миңлекәй Московтар теркәлгән. Минзәләнән 55 – 60 саҡрымда урынлашҡан Әғбәз (Сураҡай түбәһе) – саф башҡорт төйәге. Унда 1795 йылда – 106, 1817 йылда – 127, 1859 йылда – 384 һәм 1905 йылда 969 кеше йәшәгән. Ошо ауылдың «тоғро» башҡорто Мөслим Ҡасимов 1735 – 1740 йылдарҙағы ихтилалда әүҙем ҡатнашҡан башҡорттарҙы Себергә һөргәндән һуң уларҙың ерҙәрен һәм мөлкәтен һатҡан Бүләр олоҫо старшинаһы Мәсәғүт Тәтимов өҫтөнән Ырымбур вице-губернаторы П.Д. Аксаковҡа ялыу яҙып, старшина вазифаһынан алдыра. Әзәҡул – Гәрәй олоҫоноң төп башҡорт ауылдарынан. 1912 йылда 115 йортта 580 аҫаба теркәлгән. 1905 йылда ике ел тирмәне, бакалея лавкаһы, ашлыҡ мөгәзәйе, пароходтар туҡталышы булған. 1845 йылда мәсет, 1870 йылда мәктәп тә эшләгән. VIII рәүиз мәғлүмәттәре буйынса, йорт старшинаһы Мәжит Әбделмәновтың ике ҡатыны, өс улы булған. Отставкалағы йөҙ башы Иҙрис Смаковтың да ике ҡатыны һәм өс улы күренә. Әзәҡулда указлы мулла Иҙрис Шәфиев, уның улы указлы аҙансы Исламғол, указлы мулла Сәғәҙәтдин Әбделйәлилов (ике ҡатыны, биш улы) теркәлгән. Аҫабалар нигеҙ һалған Айыш ауылында 1834 йылғы иҫәп буйынса 352 башҡорт, 24 мишәр күренә. 1859 йылда Өфө өйәҙенең Ҡыҙыл яр ауылынан биш башҡорт, 10 мишәр һәм 21 типтәр хужалығы ошонда килеп ултыра. 1912 йылда Айышта 1450 аҫаба 294 өйҙә көн иткән. 4476 дисәтинә ер биләгәндәр. 1882 йылда ауылда яңы мәсет сафҡа инә. VIII рәүиздә йорт старшинаһы Арҙыуан Әҙелов, отставкалағы мулла Яҡшығол Йәкәев, указлы мулла Әбдрәшит Мағазов, урядник Йәркәй Батыровтар, зауряд-хорунжий Үмәр Сәлимйәновтар теркәлгән. Иҫке Айман да – аҫабалар нигеҙ һалған ауыл. 1905 йылда 146 йортта 801 кеше йәшәгән. Ибраһим Мырҙаҡаев 1812 йылғы Ватан һуғышында «Парижды алған өсөн» көмөш миҙалы менән бүләкләнгән. Дүрт указлы мулла сыҡҡан: Сәйфулла Хәбибуллин, Исламғол, Исмәғил һәм Исрафил Айҙағоловтар. Зауряд-йөҙ башы Фәйзулла Ғөбәйҙуллин да ошонда йәшәгән. Рәмғолов, Хәбибуллин, Сәлимйәнов, Ишмөхәмәтов, Миңлеғолов, Тимеркәев, Ишкилдин, Әбделкәримов, Иманғолов, Мөхәмәтрәхимовтар Иҫке Айманда күпләп күренә. Бүләр олоҫоноң Мошоға түбәһе аҫабалары ауылына Аҡкүл дә ҡарай. Һуңыраҡ бында Йәнәй олоҫонан башҡорт ебәрелмештәре лә күсенә. 1834 йылда ауылда ете ир – ике, ә береһе өс ҡатын менән торған. 1902 йылда 313 аҫаба башҡорт теркәлгән. Мал аҫрау менән бергә 75 йортта игенселек менән дә шөғөлләнгәндәр. Аҡкүҙҙә Ғайсин, Үтәғолов, Әбдрәхимов, Ғәбиҙуллин, Дауытов, Мортазиндар йыш осрай. Аҫабаларға Үрге Аҡтанышбаш, Иҫке һәм Яңы Әлим, Апас, Әтәс, Ахун, Байсар, Бурһыҡ, Быуаҙкүл, Иҫке Боғаҙы, Түбәнге Гәрәй, Йылан, Зиән, Зөбәйер, Илсебай, Ҡәҙермәт, Ҡаҙыҡай, Мәстей һ.б.; башҡорт типтәрҙәре нигеҙ һалған ауылдарға Әнәк, Балтас, Биксәнтәй, Яңы Боғаҙы, Үрге Гәрә, Ыҙмаҡай, Ирмәш, Яңы Ҡәҙермәт, Ҡыр-Ҡайынтүбә, Үрге Ҡарас һ.б. инә. Тыңламаҫ йылғаһы буйындағы Ҡырғыҙ олоҫо аҫабалары Яңы Әлим ауылында типтәрҙәр һәм мишәрҙәр, бер нисә ҡаҙаҡ ғаиләһе йәшәгән. 1812 йылғы Ватан һуғышында 20-се башҡорт полкы составында ҡатнашҡан Вәлиша Шиҙәнов һәм Абдулғафар Ишмәтов көмөш миҙал алған. Сөн йылғаһын һыулаған аҫабалар төйәге Байсар – олоҫ үҙәге лә. Бында Әбләсов, Смаҡов, Субаев, Туҡаев, Турзин нәҫелдәре көн күргән. 3,8 мең дисәтинә ерҙең 1,5 меңе эшкәртелмәгән. Бында Йәнәй олоҫонан да байтаҡ ғаилә күсенеп, айырым теркәлгән. Аҫабаларҙан зауряд-йөҙ баштары Абдуллатип Абдрахманов, ебәрелмештәрҙән отставкалағы зауряд-йөҙ башы Таймаҫ Мостафин, Рауил Абдуллин, зауряд-хорунжийҙар Шәмсетдин Рауилов, Ғәбиҙулла Мөсәғитов, урядник Бикмырҙа Абдулғафаров, Мөхтәсип һәм Ғибаҙулла Мостаевтар, муллалар Төхфәтулла Һөйөндөков, Абдрахман Зайсанов, аҙансы Мораҙым Мәндиев – ауылдың юғары ҡатлам кешеләре. Гәрәй олоҫоноң Әзәҡул түбәһе аҫабалары төйәге Зиәштә 1795 йылда 27 хужалыҡта – 223, 1912 йылда иһә 156 йортта 767 аҫаба күренә. Отставкалағы йорт йөҙ башы Сәғит Аблаев, отставкалағы хорунжий Мусаҡай Мусин, мөҙәрис мулла Иҙрис Сатыев, указлы аҙансы Ғәббәс Сәлимов, аҙансылар Ғәлекәй Сыбыҡаев, Ниғмәтулла Аблаевтарҙан тыш Әхмәров, Ғәлекәев, Сәлимов, Ҡарабаев, Ғайсаров, Мәсәғүтов, Баязитов, Мусин, Өмөтбаевтар ҙа күренә. Байлар олоҫо Ҡалмаш түбәһенә ҡараған Күҙәк ауылы 1706 йылдан билдәле. Бында башҡорт типтәрҙәре көн күргән. 1848 йылда Күҙәк исемле ике ауыл була. 73 типтәр йәшәгәне бәләкәй генә. 1870 йылда 207 йортта – 904, 1905 йылда иһә 362 өйҙә 822 башҡорт йәшәгән. VIII рәүиздә ауылда байтаҡ дәрәжәле кешеләр күренә. 1848 йылда мәсет, 1870 йылда мәктәп булған. Абруйлы ҡатламдан йорт зауряд-яһауылы Ғәбдел Әбдрәшитов, зауряд-хорунжий Шәмсетдин Һағындыҡов, Сәфәр Солтанғолов, Хәйбулла Ишкилдин, Ғәли Мансуров, зауряд-яһауыл Абдулхалиҡ Һөйөндөков, указлы мулла Рәхимҡолой Мансуров, отставкалағы указлы мөхтәсип Абдулваһап Әбдрәшитов, урядниктар Әбделмәжит Әбдрәшитов, Абдрафиҡ Әбдрәшитовтар һ. б. теркәлгән. Ҡуян да – Гәрәй олоҫоноң Әзәҡул түбәһенә ҡараған башҡорттар төйәге. 1795 йылда 33 йортта 250 аҫаба, 1848 йылда 85 хужалыҡта – 495, 1912 йылда 172 йортта 453 кеше йәшәгән. Ашлыҡ менән бергә картуф та үҫтергәндәр. 1784 йылда Ирәкте олоҫо башҡорттары һатҡан биләмәләр сиген билдәләгәндә, Ҡуян ауылы ла иҫкә алына. 1948 йылда ауылда ике мәсет булғаны билдәле. Аҫабалар төйәгенә Байлар олоҫоноң Бүләр түбәһенә ҡараған Мәстей ауылы ла инә. Биш өйҙә Солтановтар йәшәгән. Отставкалағы поручик Ғәбделйәлил Солтановҡа 1811 йылда 61 йәш булып, ул өс ҡатын менән донъя көткән. Поход йөҙ башы Ғабдулхалиҡ, Ғабдулғафар, поход яһауылы Ғабдулсаттар, кантон ярҙамсыһы Мөхәмәтрәхим, Мөхәмәтйән исемле улдары булған. XI кантон начальнигы Баязит та – Ғәбделйәлилдең улы. Ғөмүмән, аталған хеҙмәттә тәүге башҡорт дворяндарының береһе булып киткән Солтановтар тураһында мәғлүмәт етерлек. Йәнәй олоҫоноң Боғаҙы түбәһенә ҡараған Солтанғол да – аҫабалар төйәге. Ошонда уҡ Байлар олоҫоноң Салағош түбәһенән ебәрелмеш башҡорттар ҙа һыйынған. 1795 йылда Солтанғолда 164, 1870 йылда 588 башҡорт күренә. Арыш, һоло, бойҙай игеү менән бергә картуф та ултыртҡандар. 1848 йылда ауылда мәсет күренһә, 1865 йылда 20 балаға иҫәпләнгән башҡорт мәктәбе лә асылған. 1807 йылда зауряд-яһауыл Әхтәри Хөсәйенов 1812 йылда 1814 йылдарҙа 19-сы башҡорт полкында һуғышып, көмөш миҙал менән бүләкләнә. Дәрәжәле нәҫелдәрҙән йорт йөҙ башы Вәлиша Шәрипов, зауряд-яһауыл Ҡалҡаш Мәүлекәев, указлы муллалар Әбделйәлил Асҡаров, Ғөбәйҙулла Йәғәфәров, урядник Шаһабетдин Абдуллиндар теркәлгән. Шәбез йылғаһы буйындағы аҫабалар төйәге Таҡталасыҡ Гәрәй олоҫоноң ошо атамалы түбәһенә ингән. Ауылда олоҫ идараһы, һигеҙ ел тирмәне, бакалея лавкалары, өс мәсет, баҙар эшләгән. 1905 йылда мәктәп асылған. 1870 йылда был ауылда 1,5 меңдән ашыу кеше йәшәгән. Ә 1912 йылда 464 хужалыҡта 2324 кеше күренә. Типтәрҙәр күп түгел. Күп ғаиләле Мутиндар – дворяндар ҡатламынан. Уларҙың нәҫел башы Мута (Мүтә) Йәнырыҫов 1743 йылда Гәрәй олоҫо старшинаһы була. Мутаның улы Тимер – тәүҙә йөҙ башы, унан – старшина. Артабан Аҙнағол, Сәфәрғәли Тимеровтар китә. Аҙнағолдоң һигеҙ улынан поход старшинаһы Зәйнәғәбдин, йорт старшинаһы ярҙамсыһы Ғәбдрәшит, йорт йөҙ башы Әхтәм, поход старшинаһы Әхмәҙи, указлы мулла Ниғмәтулла, поход зауряд-йөҙ башы Туҡтағол билдәле. Китапта Мутиндар нәҫеленән байтаҡ шәхестәр сығыуы хаҡында әйтелә. Илдархан Мутин, мәҫәлән, 1917 йылда Башҡорт хөкүмәте ағзаһы була. 1938 йылда золомға эләгеп, атырға хөкөм ителә. Шәбез йылғаһын һыулаған Саллынарат һәм Сат, Сыныҡ, Сурай, Ҡәлмиә, Сураҡай һ.б. – башҡорт ауылдары. Шуларҙың береһе Йәнәй олоҫоноң Камбар түбәһенә ҡараған Шәбез – аҫабалар ауылы. Йорт старшинаһы Мәҡсүт Әүәзов, зауряд-йөҙ башы Сәйфи Сәлихов, зауряд-яһауыл Мансур Әүәзов, зауряд-хорунжий Әбделмәжит Мөрсәлимов, указлы мулла Ғәли Кенәзевтар йәшәгән. Зәйнекәев, Сәғитов, Сәлихов, Сәфәрғәлин, Йәркәев, Бәширов, Әбделмәновтар ҙа күренә. Башҡорт типтәрҙәре төйәге Әнәктә (Бүләр олоҫо, Мошоға түбәһе) 1862 йылда 40 кеше теркәлһә, 1912 йылда 695-кә еткән. Ауылдың 400 дисәтинә һөрөнтө ере, 300 дисәтинә урманы һәм 95 дисәтинә сабынлығы була. 1848 йылда мәсет, 1870 йылда уның янында мәктәп эшләй. Әнәк – Татарстандың тәүге президенты Минтимер Шәймиев тыуған ауыл. Уның нәҫел ағасы ошондай: Сөләймән, Баязит, Шаһиморат (1802 йылғы), Шәмсимөхәмәт, Вәлимөхәмәт, Шәймөхәмәт (Шәйми), Шәйшәрип (1905 йылғы) һәм Минтимер. Хәҙерге Минзәлә районында 20 башҡорт ауылы бар. 1795 йылғы иҫәпкә ярашлы, Әтрәкле ауылында 26 хужалыҡта – 216 башҡорт, өс йортта 17 типтәр көн иткән. Шул атамалы йылғаны һыулаған был ауыл 1703 йылдан уҡ билдәле. 1859 йылда 323 башҡорт теркәлә. 1840 йылда Әтрәкле XI башҡорт кантонының 18-се йортона ҡараған. Күп йылҡы, һыйыр малы һәм һарыҡ-кәзә аҫрағандар. Ауылда ике һыу тирмәне, мәсет күренә. 1870 йылғы иҫәптә башҡорттар ғына теркәлеп, 1902 йылда бында 471 ир енесе йәшәгән. 1834 йылғы рәүиздә отставкалағы йорт старшинаһы Ахун Яманғолов, указлы мулла Әхмәҙи Иманғолов, отставкалағы йорт яһауылы Ильяс Иманғолов, отставкалағы йөҙ башы Мөхәмәткәрим Иманғолов, йорт старшинаһы Биктаһир Әминевтар күренә. Мораҙымов, Минкин, Йосопов, Иғмәтов, Ахтаев, Ишморатов, Ишкилдин фамилияһын йөрөткәндәр күп булған. Йәнәй олоҫоноң Туғыҙ түбәһенә ҡараған Бикбул – ҙур һәм бай ауыл. 1795 йылда 58 хужалыҡта 477 башҡорт һәм 21 йортта 186 типтәр йәшәгән. 1848 йылда Бикбулат ауылы икәү, береһе Минзәләнән 26 саҡрымда булып, унда 828 башҡорт; ә Минзәләнән 23 саҡрымда урынлашҡан икенсе ауылда 1274 типтәр көн иткән. Күптәр Рәсәй походтарында, һуғыштарҙа ҡатнашҡан. Сәйетбаттал Сәйфуллин 1812 йылғы Ватан һуғышында көмөш миҙалға лайыҡ булған. Поход старшинаһы Илкәй Араптанов 1806 – 1807 йылғы Пруссия кампанияһында йөрөгән. 1834 йылғы рәүиздә Бикбулда 144 ғаилә теркәлгән. Поход старшиналары Бикташ Собханғолов, Илкәй Ғәҙелшин, отставкалағы поход старшинаһы Ғәбделмән Абдуллин, отставкалағы старшина ярҙамсыһы, зауряд-яһауыл Әбделмәжит Акаев, йорт яһауылы Абдулнасир Әбдрәшитов, отставкалағы поход зауряд-яһауылы Мөхәмәтғәли Арыҫланов, отставкалағы яһауыл Хоҙайғол Ғәбдрәшитов, указлы мулла Абдулвахит Хоҙайғолов, отставкалағы зауряд-йөҙ башы Ғәбделмөьмин Саликов, поход йөҙ башы Әҙһәм Ғайсин һанап үтелә. Ошо уҡ түбәгә ҡараған Ҡалмырҙа ауылы Ыҡ йылғаһы буйын төйәк иткән. Уға нигеҙ һалыусы йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан аҫаба башҡорт Ҡалмырҙа Азаматов булыуы ихтимал, тиелә китапта. 1795 йылда Ҡалмырҙала 4 хужалыҡта 34 башҡорт һәм 1 йортта 5 типтәр күренә. Яһаҡ түләүсе 7 татар бер өйҙә йәшәгән. Типтәрҙәр бында 1793 йылғы килешеүгә ярашлы күсенә. 1813 йылда 13 хужалыҡта 66 башҡорт, 12 типтәр һәм 1 татар йәшәгәне күренә. Отставкалағы йорт старшинаһы Ниғмәтулла Моратҡужин 1811 йылда 14-се класс дәрәжәһе алып, дворян булып китә. 1834 йылғы рәүиздә Ҡалмырҙа ауылында 12 ғаилә йәшәгән. Отставкалағы зауряд-яһауыл 62 йәшлек Ҡаһарман Мөслимовтың ике улы Абдулҡаһир һәм Абдулғасим теркәлгән. Һигеҙ йәшлек Хәбибрахман менән Әбделйәмил – Абдулғасимдың улдары. Моратҡужин, Батыршин, Рәхимғолов, Рахманғолов, Азаматов фамилиялы ғаиләләр байтаҡ. Тәкермән атамалы ауылдар етерлек, тип билдәләй Ә. Әсфәндиәров. Мошоға йылғаһын һыулаған Тәкермәнсе (Сүплек) – Бүләр олоҫоноң Мошоға түбәһенә ҡараған башҡорт ауылы. 1795 йылда был ауылда 40 башҡорт теркәлеп, 13 хужалыҡҡа берләшкән. 1840 йылда 26 типтәр күренә. 1905 йылда Тәкермәнселә халыҡ иҫәбе 113-кә етә. Ҡайһы бер ғаиләләр күрше ауылдарҙағы алпауыттарға эшләгән. Гөлөк (Әүрәт, Әүерләк, Көлөк) – Минзәләнән 12 саҡрымда урынлашып, Байлар олоҫоноң Салағош түбәһенә ҡараған ауыл. 1795 йылда уҡ унда башҡорттар типтәрҙәр менән бергә йәшәгән. 1859 йылда Гөлөктә 538 ир енесе теркәлгән. 1912 йылғы иҫәптә 229 хужалыҡта 1123 аҫаба һәм 211 йортта 1079 типтәр (башҡорт ебәрелмеше) күренә. Аҫабалар 3,2 мең дисәтинә ер биләгән, 1,3 мең баш мал аҫрағандар. Өс тирмән, тимерлек, 4 бакалея һәм мануфактура лавкаһы эшләгән. 1848 йылда мәсет тә күренә. 1834 йылғы рәүизгә ярашлы Гөлөктә юғары дәрәжәле шәхестәр юҡ. Ильяс Иҙрисовтың улы Йосоп христиан диненә күсеү сәбәпле ауылдан китергә мәжбүр булғаны хаҡында әйтелә. Ауылда барлығы 154 ир һәм 172 ҡатынҡыҙ енесе теркәлгән. Таралған фамилиялар – Уразмәтов, Рафиҡов, Ғүмәров, Биктаһиров, Баязитов, Иҙрисов һ.б. Байлар олоҫоноң Салағош түбәһенә ҡараған Дәүек ауылы Әүерләк йылғаһын һыулай. 1795 йылда 10 хужалыҡта 74 башҡорт һәм 122 типтәр көн иткән. Артабан Дәүек аҡрынлап ҙурая, 1870 йылда унда 126 хужалыҡ булып, 335 башҡорт һәм 479 типтәр йәшәгәне күренә. 1902 йылда аҫаба ғаиләләр йорттары 177-гә етеп, уларҙа 940 башҡорт һәм 151 өйҙә 756 башҡорт ебәрелмеше теркәлгән. Аҫабалар 2,4 мең, типтәрҙәр 944 дисәтинә ер биләгән. Арыш иккәндәр, картуфты иһә белмәгәндәр. ХХ быуат башында Дәүектә тимерлек, тирмән эшләгән. Таҡта бысыу, иген ҡабул итеү урындары булған. Кейеҙ ҙә һуҡҡандар. 5 бакалея лавкаһы эшләгән, 1848 йылда мәсет берәү булһа, 1905 йылда икәү. 1870 йылда училище асыла. Шәбез йылғаһын һыулаған Исмаҡай ауылы Байлар олоҫоноң Ҡалмаш түбәһенә ҡарай. 1816 йылда 3 хужалыҡта 33 башҡорт һәм 27 типтәр күренә. 1834 йылда иһә башҡорттар 64-кә етә, типтәрҙәр – 175. 1840 йылда башҡорттар 4 сирек ужым, 5 сирек яҙғы иген сәскән, малдары ла аҙ күренә. Типтәрҙәрҙең иһә һөрөнтө ерҙәре, сабынлыҡтары, урманы, 100 баш умартаһы булған. Мәсет тә эшләгән. XIX быуат урталарында тиҫтәләгән типтәр БүләкәйКөҙәй олоҫона күсенә. Бүләр олоҫоноң Мошоға түбәһенә ҡараған Иркенәш ауылы Минзәләнән 24 саҡрымда урынлашып, Ыҡ йылғаһын һыулаған. 1795 йылда унда 85 башҡорт һәм 5 типтәр теркәлһә, 1870 йылда 395 башҡорт һәм 38 татар йәшәгән. 1903 йылда Иркенәштә барлығы 309 аҫаба, типтәр һәм татар ир енесе иҫәпкә алынған. Ошо ауылдан 43 йәшлек поход старшинаһы Ибраһим Биксурин Изге Анна ордены кавалеры була, ә уның улдары Әбделхәлил менән Абдулхалиҡ 1811 йылда дворянлыҡ дәрәжәһе ала. Ургуҙа йылғаһын һыулаған Күҙәмбәт (Хужамәт) ауылы Байлар олоҫоноң Салағош түбәһенә ҡарай. 1795 йылда бындағы 19 хужалыҡта 80 башҡорт һәм 78 типтәр күренһә, 1905 йылда йорттар иҫәбе 143-кә етеп, уларҙа 743 кеше йәшәгән. 1912 йылда Күҙәмбәттә 265 башҡорт, 435 типтәр һәм 72 дәүләт крәҫтиәне татар иҫәпкә алынған. 1840 йылда 117 башҡорт хужалығы 40 сирек ужым, 48 сирек яҙғы иген сәскән, 1 дисәтинә бәрәңге ултыртҡандар. 1848 йылда ауылда тирмән, ҡабаҡ, тимерлек, 2 лавка һ.б. булған. Кесаҙна һайын баҙар эшләгән, почта, полиция уряднигы квартираһы, мәсет һәм училище ла күренә. VIII рәүиз мәғлүмәттәренә ярашлы, Күҙәмбәттә 61 ир һәм 58 ҡатын-ҡыҙ енесе күренә. Ниғмәтуллин, Абдуллин, Ишморатов кеүек фамилиялар йыш осрай. Мошоға йылғаһы буйында урынлашҡан шул исемдәге ауыл Бүләр олоҫона ҡараған. 1795 йылда унда 184 башҡорт, 19 типтәр йәшәгән. 1834 йылда башҡорттар – 380. 1902 йылда 503 аҫаба һәм ебәрелмеш теркәлгән. Шулай уҡ Мошоғала байтаҡ татар, мишәр һәм мари ҙа иҫәпкә алынған. 1840 йылда 420 башҡорт 30 сирек ужым, 127 сирек яҙғы иген сәскән. 1848 йылда 72 башҡорт хужалығында 289 баш йылҡы, 641 – һыйыр малы, 68 һарыҡ һәм 189 кәзә аҫрағандар, 111 баш умарта ла булған. Зауряд-йорт йөҙ башы Һеләүһен Илмәтов, зауряд-йөҙ башы Әбделсәлих Әбделмәнов, отставкалағы йорт писаре Сәфәрғәли Тимеркәев, указлы мулла Хисмәтулла Сәғитовтар – ауылдың ихтирамлы кешеләре. Хәҙерге Минзәлә районына ҡараған башҡорт ауылдары араһында Тиргәүеш йылғаһын һыулаған Тулыбай, Урыҫ (Урус), Усай ауылдары ла бар. Улар элекке Байлар олоҫоноң Салағош түбәһенә буйһонған. 1795 йылда аҫабалар төйәге Тулыбайҙа 160 башҡорт (22 хужалыҡ) һәм 13 типтәр (2) йәшәгәне күренә. 1834 йылда иһә 322 башҡорт ҡына иҫәпкә алынып, улар 48 хужалыҡта донъя көткән. 1902 йылда халыҡ иҫәбе 676-ға етә. Мөхәмәтрәхимов, Биктимеров фамилияһын йөрөтөүселәр байтаҡ. Ошо ауыл кешеһе Сәғит Йәркәевтең 1824 йылда Себергә һөрөлөүе хаҡында ла әйтелгән. Сарман районындағы өс тиҫтәнән ашыу башҡорт ауылының 20-ләбе – Байлар, ҡалғаны Һарайлы-Мең олоҫона ҡарай. XVII быуат аҙағында нигеҙ һалынған Аҙалаҡ ауылында 1795 йылда 37 башҡорт һәм 149 типтәр донъя көткән. 1834 йылда башҡорттар 54, типтәрҙәр 302 кеше күренә. Йылҡы малы аҫрамаған хужалыҡтар ҙа бар, умартасылыҡ менән таныш булмағандар. Таралған фамилиялар – Иштуғанов, Ишбулдин, Әмирханов, Собханғолов, Мортазин, Әбделсәлимовтар. Иҫке Әхмәт – ҡатнаш ауыл. Бер йортта яһаҡ түләүсе татарҙар, 18 йортта типтәрҙәр, 3-дә башҡорттар күренә. Абдуллин, Миртаев, Һуйырбаев, Бакиров, Рәхимғолов кеүек фамилиялар күберәк таралған. Яңы Әхмәт – Әлмәтмулла олоҫо аҫабалары ауылы. 1912 йылда 139 өйҙә 775 башҡорт йәшәгән. Малды күп аҫрағандар, өс йортта 11 умарта теркәлгән. 1905 йылда ике тимерлек, тирмән, ашлыҡ мөгәзәйе, бакалея лавкаһы күренә. Иң йыш осраған фамилиялар – Рәхмәтуллин, Мораҙымов, Сөйәрғолов, Өмөтбаевтар. Мосолман донъяһында киң билдәле суфый шағир Морат Рәмзи тыуған ҙур ауыл Нурҡай. Рәмзиҙең әсәһе яҡлап олатаһы Сәхәбетдин Зәйнетдинов – аҫаба башҡорт, ә уның атаһы Зәйнетдин Монасипов указлы мулла. Һуңғыһының да атаһы – Монасип Рахманғолов – отставкалағы зауряд-йөҙ башы. 1834 йылғы рәүиз буйынса ауылда башҡорттарҙан 268 ир-егет, 312 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән. Зауряд-хорунжийҙар Хәбибулла Биткинин, Биктимер Шәрипов, зауряд-йөҙ башы Хисаметдин Биткинин, йорт йөҙ башы Ғабдуллатип Ғәбделсәләмов, указлы муллалар Зәйнетдин Монасипов һәм Ғабдулвахит Ғабдулманнанов – абруйлы нәҫелдәрҙән. Һаҡлаубаш ауылында 1912 йылда 1708 аҫаба, 285 типтәр – элекке ебәрелмеш теркәлгән. Арышты, һолоно күп сәскәндәр. Аҫабаларҙың малы 7476-ға, йәғни өй иҫәбенә унлап башҡа еткән. Ауылда 1870 йылда тимерлек, ел тирмәне, ашлыҡ мөгәзәйе, ете лавка була, һәр шәмбе баҙар үткәрелә. VIII рәүиздә бында отставкалағы писарь Ғабдуллатип Ғәбдиев, указлы мулла Таһир Мөхәмәтйәров, отставкалағы зауряд-хорунжий Ғәбдрәшит Моратбаҡыев, отставкалағы аҙансы Ғәбделмән Сәлихов, указлы мулла Әбдрәхим Биктимеров, зауряд-йөҙ башы Фәйзулла Биктаһировтар күренә. Минзәлә йылғаһы буйындағы Һарайлы-Бикмәт ауылында аҫабалар типтәрҙәр һәм яһаҡ түләүсе татарҙар менән аралашып йәшәгән. 1848 йылғы иҫәптә ике Һарайлы-Бикмәт күренә. «Илекһаҙ» тип тә аталғанында башҡорттар юҡ. 1848 йылда Һарайлы-Бикмәттә мәсет һәм мәктәп була. Указлы мулла булып Һаҡлаубаш ауылынан Таһир Мөхәмәтйәров, аҙансы – уның ҡустыһы Абдрахман. Сарман ауылы ла Минзәлә йылғаһын һыулай. 1795 йылда унда башҡорттар, бер аҙ типтәрҙәр донъя көткән. 1848 йылда 11 йортта 72 татар ҙа теркәлгән. 1912 йылда Сарманда 1955 аҫаба күренә. 1848 һәм 1905 йылдарҙа ике тирмән, тимерлек, ете бакалея, шарап һәм һыра лавкалары ла бар. Сарман – Әлмәтмулла олоҫоноң үҙәге. Башҡорттарҙың татар-монголдарға ҡаршы көрәшенә бағышланған Биксура тураһындағы риүәйәт ошонда яҙып алынған. Ауылда Ғибаҙуллин, Сәйетғәлин, Зөбәйеров, Туҡтағолов, Монасипов, Йөҙәев, Ғөбәйҙуллин фамилиялары йыш осрай. Һарыһаҙ Тәкермәне, Сәмәкәй, Һөлөк (Сөлөк), Өсөйлө Һаҡлау, Сураш (Һаҡлау Сураш), Шаулы Әрәмә (Шарлы Әрәмә), Суҡмарлы ауылдарына ла аҫабалар нигеҙ һалып, ҡайһы берҙәре ҡатнаш ауыл булып китә. Сәмәкәй – Урғужа һәм Күрәнәш йылғалары буйындағы башҡорт аҫабалары төйәге. Бында Монасиповтар, Рафиҡовтар, Биктимеровтар, Ғәбделкәримовтар нәҫелдәре йәшәй. Шарлы Әрәмә лә – аҫабалар төйәге. 1795 йылда унда 215 башҡорт йәшәһә, 1912 йылда улар биш тапҡырға артҡан. Зауряд-яһауыл Сәйфелмөлөк Исхаҡов, зауряд-йөҙ башы Мөхәмәтрәхим Ибраһимов, Мөхәмәтшәриф Сәлимов, Ғәбделкәрим Әмировтар күренә. Туҡай районында башҡорт ауылдары ике тиҫтә. Алтыһы – Һарайлы-Мең, ҡалғаны Байлар олоҫона ҡарай. 1762 йылда Абдулла ауылы Ҡоро Юшанды (дөрөҫөрәге – Ҡоро Бишенде) йылғаһы буйында ултырған. 1795 йылда дүрт хужалыҡта 45 башҡорт теркәлә. 1816 йылда 40 башҡортҡа 179 типтәр тура килгән. 1859 йылда ауыл халҡы хәрби дәрәжәле ебәрелмешкә әүерелеп, 291 хужалыҡта 429 ир енесе иҫәпләнә. 1870 йылда типтәрҙәр 1011, башҡорттар – 135, 1906 йылда 336 хужалыҡта 1172 ир һәм 1028 ҡатын-ҡыҙ енесе күренә. 1912 йылда 365 хужалыҡта 1990 типтәр йәшәгән. 1834 йылғы рәүиз буйынса Һарайлы-Мең олоҫона ҡараған Абдул ауылында Ғәбделйәлил Йөҙәев, Батырша һәм Ғәҙелша Ғәбделкәримовтар, Бикҡол Йөҙөкәев, Ғәбделхәким Һөйөндөков, Һағындыҡ Сәғитов, Рафиҡ Сәлиев, Хәмит Рафиҡов, Ғөбәйҙулла Ғәбиҙуллин, Ғәбделсаттар һәм Йыһанша Юраевтар теркәлгән. 66 йәшлек Йөҙәевтың Сәйфетдин һәм Йыһанша исемле улдарынан Хисмәтулла, Зәйнәғәбдин, Сәйфелмөлөк, Ғисмәтулла, Фәхретдин, Борһанетдин исемле улдары тыуған. Ҡаҙаҡлар ауылына ла нигеҙҙе аҫаба башҡорттар һала. 1834 йылда унда 36 башҡорт һәм 24 типтәр йәшәһә, 1912 йылда башҡорттар 249, дәүләт крәҫтиәндәре – типтәрҙәр 833 булып китә. 1864 йылда аҫаба башҡорт Сиражетдин һәм Ғәйфетдин ер етмәү сәбәпле Бишауыл-Күрпәс-Табын олоҫоноң (хәҙерге Ҡырмыҫҡалы районы) Олокүл ауылына күсенә. VIII рәүиздә ауылда 21 ир һәм 15 ҡатын-ҡыҙ теркәлә. Әбишев, Солтанов, Мостафин, Йәғәфәров, Ғәҙелшин, Яҡуповтар күренә. 1834 йылда ауылда мәсет, 1870 йылда училище (моғайын, мосолман мәктәбелер) теркәлгән. Сәйет – Һарайлы-Мең башҡорттары төйәге. Уларҙың 1715 йылда Ҡаҙан губерна кәнсәләренән ошо ерҙе биләүгә грамота алғанлығы тураһында документ һаҡланған. 1795 йылда өс йортта 16 башҡорт, 32 йортта 186 яһаҡ түләүсе татар теркәлгән. Ауыл ҙурая барып, 1859 йылда Сәйеттә 224 кеше йәшәгән. 1840 йылда 32 башҡорт 8 дисәтинә арыш һәм өс дисәтинә бойҙай сәскән. Ун баш йылҡылары, ете һыйыр, 25 һарыҡ-кәзә аҫрағандар. VIII рәүиздә ауылда Әмирхановтар, Йәғәфәровтар, Ишмөхәмәтовтар, Ғәҙеловтар теркәлгән. Һарайлы-Мең-Байлар олоҫона ҡараған Теләнсе-Тамаҡ та – башҡорт аҫабалары ауылы. 1795 йылда унда ир енесенән 79 башҡорт, 87 татар, 123 типтәр күренә. 1870 йылда 1611 кеше йәшәһә, 1902 йылда 943-кә ҡалған. 1834 йылғы иҫәп алыуҙа Теләнсе-Тамаҡта 42 йәшлек указлы мулла Ғәбиҙулла Рахмаев теркәлгән. Уның ике ҡатындан дүрт улы күренә. Күп балалы Мәүлекәев, Сөйәрғолов, Ғүмәров, Исмәғилев ғаиләләре бар. Бынан тыш, ауылда Биктимеров, Ҡаранаев, Хәмитов, Сабитов, Ғәбитов, Яхин, Бүләков, Юлдашев һәм Исхаҡовтар донъя көткән. Иҫке Байлар ауылы Сикәш йылғаһын төйәк иткән. 1795 йылда 46 башҡорт һәм 14 типтәр күренә. 1912 йылда 108 хужалыҡта 536 башҡорт ебәрелмеше көн иткән, 895 дисәтинә ерҙәре, 1 мең баштан ашыу малы, шул иҫәптән 133 йылҡыһы, 163 һыйыры булған. 28 хужалыҡта иһә малһыҙҙар көн күргән. Ауылда тимерлек, бакалея лавкаһы, икмәк келәте бар. XIX быуат урталарында ике мәсет, мәктәп эшләгән. Артабан “Аулы мензелинских башкир” китабында Бойорған исемле башҡорт ебәрелмештәре, Үрге Байлар башҡорт аҫабалары, Ҡалмаш исемле ҡатнаш ауылдар күренә. Мәкәрйә олоҫоноң Ҡалмаш ауылында 1113 аҫаба менән бергә 382 типтәр, 180 татар йәшәүе хаҡында телгә алына. Отставкалағы зауряд-йөҙ баштары Әмин Назаров, Ғәбит Мөкәевтәр теркәлгән. Мөкәевтең улы Ибәтулла - указлы аҙансы. Иң күп таралған фамилиялар – Биктимеров, Мәһәҙиев, Сәлихов, Фәйзуллин һ.б. Сикәш йылғаһын һыулаған Күҙкәй (Күсәкәй) – төп башҡорт ауылы. Ул 19 башҡорт ауылын берләштергән олоҫ үҙәге лә. Олоҫ идараһы, 5-се земствоның (Минзәлә өйәҙе биш станға бүленгән) стан квартираһы ла ошонда урынлашҡан. 1816 йылда бында 41 хужалыҡта 291 кеше теркәлә. 1840 йылда 450 башҡортҡа 103 дисәтинә ужым, 94 дисәтинә яҙғы ашлыҡ сәселгән. 320 баш йылҡы малы, 240 һыйыр, 360 һарыҡ, 220 кәзә аҫрағандар. Бынан тыш, 300 умарта, 100 солоҡ булған. 1870 йылда Күҙкәйҙә биш тирмән, ике тимерлек, иген мөгәзәйе, дүрт бакалея лавкаһы күренә. Дүшәмбе һайын баҙар, ә 7 июндән бер аҙна йәрминкә эшләгән. 1912 йылда аҫаба башҡорттар 1941-гә етеп, 365 хужалыҡ тотҡан. 36 хужалыҡта 180 башҡорт ебәрелмеше донъя көткән. Ҡолош йылғаһын һыулаған шул исемдәге ауыл 1717 йылдан билдәле. 1795 йылда унда 78 башҡорт хужалыҡ иткән. 1848 йылда Ҡолош ауылдары ике. Береһендә – 134, икенсеһендә 123 башҡорт теркәлгән. Ҡолоштар Турай, Яңы Турай, Ҡәлмиә ауылдары башҡорттары менән прапорщик Колпаковҡа Ыҡ йылғаһы буйындағы «буш ятҡан» ерҙәрҙе 40 йылға ҡортомға биргән. Малды күп аҫрағандар, умарталары 120 башҡа еткән. Һыу тирмәне, бакалея лавкаһы тотҡандар. 1905 йылда Ҡолошта башҡорттар 105 йортта донъя көткән. XIX быуат аҙағында бер класлы урыҫ-башҡорт мәктәбе асылып, 1909 йылда унда 44 бала уҡыған. Йорт старшинаһы Ғәйнулла Фәйзуллин ошо ауылда йәшәгән. Биктимеров, Ғәҙелшин, Иманғолов, Яҡупов фамилиялы ғаиләләр күберәк осрай. Төп башҡорт ауылы Малтабарҙа 1795 йылда яһаҡ түләүсе татарҙар ҙа күренә. 1848 йылда Малтабар өсәү булып, береһе Малтабар йылғаһын, икеһе Иғәт буйын төйәк иткән. Тәүге икеһендә башҡорттар ғына, өсөнсөһөндә улар типтәрҙәр һәм татарҙар менән аралашып йәшәгән. Ауылда Әмиров, Миңлеғолов, Нәзиров, Ильясов, Иркиндар байтаҡ күренә. Аҫаба башҡорттар төйәге Тау аҫты Тәкермәндә 1795 йылда 144 йән 20 хужалыҡ тотҡан. Өс йортта 18 типтәр күренә. 1834 йылда башҡорттар 405 йәнгә етә, ә 1870 йылда иһә 938 башҡорт һәм 110 типтәр теркәлә. 1902 йылда 305 өй иҫәпләнеп, унда 864 башҡорт һәм типтәр йәшәгән. Тимерлек, дүрт тирмән, биш бакалея лавкаһы булған. 1912 йылда башҡорт аҫабалары 1707 йән, типтәрҙәр – 185. 1912 йылда Баҡсаһарай ауылы Тау аҫты Тәкермәндән бүленеп сыға. Унда 28 хужалыҡта 97 аҫаба йәшәй. Дәрәжәле башҡорттарҙан Тау аҫты Тәкермәндә йорт йөҙ башы Бикмөхәмәт Рәхимҡолов, зауряд-яһауыл Мөхәмәтрәхим Рахманғолов, отставкалағы зауряд-хорунжий Сәйфулла Әмировтар йәшәгән. 1823 йылда Ильяс Яманаевтың, 1833 йылда Мөхәмәтша Әбдиевтың Себергә һөрөлөүе тураһында әйтелә. Ыҡ һәм Бойорған йылғалары үҙәнендә ултырған Туйғужа ауылында башҡорттар менән типтәрҙәр ҙә донъя көткән. 1795 йылда 82 башҡорт һәм 134 типтәр, 1834 йылда 249 башҡорт һәм 280 типтәр, 1905 йылда бөтәһе 1096 кеше күренә. 1848 йылда башҡорттарҙың 200 баш йылҡыһы, 160 һыйыр малы, 180 һарығы, 100 кәзәһе, 150 баш умартаһы, ете тирмәне булған. Ауылда тимерлек, ике магазин эшләгән. VIII рәүиздә хужалыҡтар 43. Отставкалағы зауряд-яһауыл Абдулбарый Ғәлиев, зауряд-йөҙ башы Ғабдулхалиҡ Биктимеровтар күренә. Ғәббәсов, Ғәлиев, Яманғолов, Көҙәев, Йәғәфәров, Илкәев, Кинзин, Сөйөшев кеүек фамилияларҙы күптәр йөрөткән. Өҫкө Тәкермән – боронғо башҡорт ауылы. 1795 йылда унда 182 башҡорт, 16 типтәр донъя көткән. 1834 йылда йорттар 166-ға етеп, уларҙа 414 башҡорт һәм 172 типтәр теркәлгән. 1912 йылда Өҫкө Тәкермән – 263 хужалыҡтан торған ауыл, дүрт магазины, ике мәсете, мәктәбе бар. 1834 йылда указлы мулла Ниғмәтулла Сәлиховҡа 57 йәш. Исемлектә отставкалағы зауряд-йөҙ башы Ғабдулла Сәлихов та бар. Таралған фамилиялар – Сәлимов, Рәхмәтуллин, Иҙрисов, Дүсмәтов, Батыев, Ибраһимовтар. Әгерже районына ҡараған башҡорт ауылы Бетсәмәсте 1834 йылда 14 башҡорт ебәрелмеше нигеҙләгән. Аҡкүҙ ауылында иһә аҫаба башҡорттар йәшәй. 1834 йылда 83 ир һәм 72 ҡатын-ҡыҙ теркәлһә, 1902 йылда 313 ир заты йәшәүе билдәле. 1840 йылда 155 башҡортҡа 42 дисәтинә арыш, 61 дисәтинә яҙғы ашлыҡ сәселгән. Ишәй Аҙнағолов, Кинйә Азаматов, Сураҡай Ҡәҙермәтовтарҙың солоҡ урмандарын оброкҡа биреүе тураһында документ бар. Тәүзимә ауылында 1834 йылда 11 аҫаба һәм 45 ебәрелмеш башҡорт теркәлә. Башҡа ҡатлам һәм этнос вәкилдәре күренмәй. Байлар олоҫоноң Салағош ауылында 1762 йылда 180 типтәр ир енесе торған. 1834 йылда иһә 511 ир һәм 524 ҡатын-ҡыҙ енесе «типтәр» тип теркәлә. Аҫаба башҡорттар – 168, шул иҫәптән ебәрелмештәр – туғыҙ. Архивтан күренеүенсә, 1719 йылда Дыуанай олоҫо Ҡаратәкә ауылының яһаҡ түләүсе башҡорттары Һөйөндөк һәм Байындыҡ Минәевтар, Йосоп һәм Йоҡҡа Мәмбәтовтар һәм уларҙың иптәштәре Салағош ауылы кешеһе Ирмәш Апасовты шәшке тиреһе түләү шарты менән үҙ еренә индерә. Салағош башҡорттары Мансур Ҡасимов менән Мансур Туҡтамышев ерҙәрҙе ҡортомға биреүҙә әүҙемлек күрһәтә. Указлы мулла Хөббихужа Хәйбуллин 1838 йылда Өфөләге Ырымбур Диниә назараты ҡарары менән Турай ауылы мәсетенә ебәрелә. Көсөк ауылы аҫаба башҡорттары 1834 йылда 207-гә етә. Башҡорт ебәрелмештәре (46 кеше) һәм типтәрҙәр ҙә күренә: 1834 йылда – 181 кеше. Һуңғылары башҡорттар менән бергә ғүмер итеп, 222 дисәтинә ер, 133 дисәтинә сабынлыҡ, 178 дисәтинә урман биләүе билдәле. Салағош түбәһе Варзи-Омга (Варзино, Варзи, Большие Варзи) ауылында 1762 йылда 70 типтәр иҫәпкә алына. 1834 йылға иҫәп буйынса ауылда 33 аҫаба башҡорт күренә. Оло Варзыла 416 типтәр теркәлә, Бәләкәй Варзыла – 97. Улар ҡаҙна, башҡорттар һәм алпауыт Тевкелева менән бәхәсле ерҙә ултырған. Варзы ауылы Өфө өйәҙе составында беренсе тапҡыр 1708 йылда телгә алына. Уға XVII быуатта нигеҙ һалынған, тигән фекер йәшәй. Деветернә (Мазарасты – Түбәнге Мазар, Мазар, Туғыҙбай йылғалары исеменән алынған) 1622 йылда барлыҡҡа килә. 1834 йылда 150 ир һәм 172 ҡатын-ҡыҙ заты теркәлә. 675 дисәтинә һөрөнтө ерҙәре һәм 355 дисәтинә сабынлығы була. Урмандан улар Иҫәнбай, Слаҡ ауылдары башҡорттары, Нарат ауылы типтәрҙәре һәм яһаҡ түләүсе татарҙары менән берлектә файҙалана. Салағош түбәһенә Ключ Ахтиял (Ахтол) һәм Йәнмырҙа ауылдары ла ингән. 1834 йылда тәүгеһендә 8 башҡорт ир заты һәм 5 ҡатын-ҡыҙҙың үҙ ерендә йәшәүе билдәле. Икенсеһендә 1859 йылда 74 башҡорт иҫәпкә алынып, улар 40 дисәтинә урман һәм 62 дисәтинә һөрөнтө ер биләй. Менделеев районында – өс башҡорт ауылы: Биҙәк, Ҡураз (Әтәс) һәм Турай. Биҙәктә 1816 йылда 316 аҫаба башҡорт иҫәпкә алынып, 1834 йылда улар 434-кә етә. Ауылға XVII быуаттың II яртыһында нигеҙ һалынған, тигән фекер бар, әммә Һарайлы-Мең-Байлар олоҫоноң Сәмәкәй ауылы ебәрелмештәренең архивта һаҡланған бер ғарызнамәһендә әйтелеүенсә, бынан 250 йыл самаһы элек улар Биҙәк ауылында аҫаба ер биләгән һәм һуңынан был яҡтарға күсенеп, ебәрелмеш булып киткән. Сәйфулла Рахманғолов, Мөхәмәткәрим Әбделйәлилев, Зәйнетдин Мөхәмәтрәхимов һәм Зәйнулла Мәхмүтовтар ата-бабалары еренә ҡайтыуҙан баш тартыуын тамғалар менән нығыта. Биҙәк түбәһендә генераль ыҙан 1805 йылда бүленеп, 1834 йылда ошо хаҡта Сенат тарафынан раҫланған ыҙан кенәгәһе тапшырыла. Түбәнең ул саҡтағы ере 4,3 мең дисәтинәгә еткән. Типтәрҙәрҙең 1856 йылғы яҙма мәғлүмәте буйынса ата-бабалары бында 220 йыл элек килгән һәм ошо турала һаҡлау грамотаһы ала. 1840 йылда биҙәктәр 223 дисәтинә ужым һәм 317 дисәтинә яҙғы ашлыҡ сәсә. Шәмсетдин Усманов 6-сы башҡорт полкында француз яуын ҡыйратыуҙа ҡатнашып, «1812 йыл» тигән көмөш миҙал менән бүләкләнә. Ҡалмаш түбәһе Ҡураз (Әтәс) ауылында 1795 йылда 208 аҫаба донъя көтөүе билдәле. 1850 йылда улар 346 кешегә етә. Йәнәй олоҫоноң Биҙәк түбәһе аҫабаларынан 10 кеше ебәрелмеш итеп теркәлгән. 1805 йылғы ыҙан һыҙыуҙа Ҡураз һәм Турай ауылдары Ырымбур губернаһынан Вяткаға күсерелә. 1841 йылда 228 башҡорт 33 дисәтинә арыш, 63 дисәтинә бойҙай сәскән. Уларҙың 858 дисәтинә һөрөнтө ере, 286 дисәтинә сабынлығы һәм 1283 дисәтинә урманы була. 290 баш йылҡы, 260 баш һыйыр малы аҫрағандар, 73 хужалыҡтың 50 умартаһы, ете солоғо күренә. Ғәли Сураев 1806 – 1807 йылдарҙа Наполеон Францияһына ҡаршы Пруссия кампанияһында ҡатнаша. 1840 йылда ауылда мәсет булып, указлы мулла сифатында Әсей (Асы) ауылы типтәре Мөхәмәтвәли Хәбибуллин теркәлгән. Башҡорт аҫабалары ауылы Турайҙа 1816 йылда – 161; 1834 йылда 246 һәм 1850 йылда 346 ир енесе йәшәгән. 1849 йылда ауылға Тулыбай ауылынан башҡорт ебәрелмеше Камалетдин Йәркәев, ә ун йыл элек Салағоштан типтәр Хөббихужа Зәбиҙуллин килеп ултыра. 1756 йылда Йәркәй Әминев, Өсәин Аҙнағоловтар һәм тағы ла алты кешенең Мильковичҡа ғүмерлеккә биләү өсөн ер биреүе билдәле. 1707 йылда Турай башҡорттары Ишғәле Сыуашев, Аҙнаш Бигәнәев һәм Килмәҫ Уразаевтар Уса өйәҙе Иректе олоҫоноң Ҡоҙаш ауылы кешеләре менән солоҡ аҫрау, йәнлек аулау өсөн ерҙәрҙе уртаҡ файҙаланыу тураһында килешеү төҙөгән. Мөслим районында башҡорттар нигеҙ һалған ике тиҫтә ауыл бар. Әлмәт Ҡәлмиә йылғаһы буйындағы Бүләр олоҫо Бүләр түбәһенә ҡарай. 1795 йылда бында 107 башҡорт теркәлһә, 1912 йылда – 634. Ауылда 1834 йылғы рәүиз буйынса указлы муллалар Ғәбит Мостаев, Әбделхәким Ғәбитов, поход старшинаһы Ниғмәтулла Яҡупов, зауряд-хорунжий Мөхәмәтрәхим Бикбов һ.б. йәшәгәне күренә. Әмекәйҙә 1912 йылда аҫабалар – 39, ебәрелмештәр 1907 кеше. Умартаны күп тотҡандар. Баҙар, йәрминкәләр үткәрелгән. Әмекәй – ошо исемдәге олоҫ үҙәге лә. Бында халыҡ төрлө кәсеп менән көн иткән. XX быуат башына мәсеттәр һәм мәктәптәр иҫәбе өсәргә еткән. VIII рәүиз буйынса Әмекәйҙә указлы муллалар ғына дүртәү күренә: Ильяс Сураҡаев, Әбделхәким һәм Әбделхәй Ильясовтар, Абдулһаҙый Әбделхәбиров. 1912 йылғы иҫәпкә ярашлы, Бикабыҙ ауылы ла – аҫабалар төйәге. 56 хужалыҡта 274 кеше күренә. Ебәрелмештәр иһә – 664. Аҫабалар 1,2 мең дисәтинә, икенселәре 1 мең дисәтинә самаһы ер биләгән. Имәнле – Иректе олоҫо Иҫән аймағы Әҙәлбә түбәһе аҫабалары ауылы. 1816 йылдан унда типтәрҙәр ҙә күренә. 1912 йылда 34 хужалыҡта 199 аҫаба һәм 13 йортта 56 типтәр теркәлә. Митрәй ауылы ла ошо олоҫҡа ҡарай. 1816 йылда 25 хужалыҡта 139 башҡорт йәшәгән. Йорт старшинаһы Йәрмөхәмәт Әлмөхәмәтовҡа 1834 йылда 63 йәш, Мөхәмәтша, Әхмәтхафиз, Мөхәмәтғәле исемле улдары бар. Митрәйҙә Әлмөхәмәтов, Салтаев, Исламғолов, Туйсинов, Солтанғолов, Ғәббәсов, Әмиров, Ғәбиҙуллин һ.б. фамилиялар таралған. Бүләр олоҫоноң Сәйет ауылы 1737 йылдан билдәле. 1905 йылда ауылда меңдән ашыу башҡорт һәм типтәр донъя көткән. 1834 йылғы иҫәп буйынса Ғөбәйҙулла Әйҙәшев – йорт старшинаһы, Ғәйнулла – указлы мулла. Заурядяһауыл Хәбибулла Юлдашевтың улы Шәрип – урядник. Йыш осраған фамилиялар – Ишбирҙин, Тимерғәлин, Тимеркәев, Алдашев, Әбйәлилев, Юлдашев, Таһиров, Әпсәләмов, Яҡупов, Йәркәев һ.б. Һарайлы-Мең аҫабалары ауылы Үрге Табында 1912 йылда 209 хужалыҡта 1022 башҡорт теркәлгән. VIII рәүиз мәғлүмәттәре буйынса, 138 ир һәм 141 ҡатын-ҡыҙ енесе күренә. Йорт яһауылы Ғәббәс Мәхмүтов, указлы муллалар Әбүбәкер Әмиров, Ғүмәр Сәмиғолов, указлы аҙансылар Тойғон Ишҡыуатов, Йәрмөхәмәт Бохаров, күп нәҫеллеләрҙән Әминев, Нәзиров, Хәлилов, Ҡолоев, Фәйзуллиндар иҫәпкә алынған. Ирәкте олоҫоноң Тамъян ауылында башҡорт ебәрелмештәре – 18 ир һәм 9 ҡатын-ҡыҙ. Теләнсе ауылында башҡорттар менән типтәрҙәр, Тегермәннектә ошоларға өҫтәп, яһаҡ түләүсе татарҙар ҙа күренә. Уразмәттә башҡорт аҫабалары менән типтәрҙәр йәшәй. Аҙнаҡай районының Әгер ауылы – Ташкисеү йылғаһы буйында. 1795 йылда бында башҡорттар менән бергә яһаҡлы татарҙар һәм типтәрҙәр күренһә, 1834 йылда – башҡорт аҫабалары. 1859 йылда уларға ҡаҙна крәҫтиәндәре өҫтәлеп, артабан типтәр булып китә. Бөгөлмәнән 40 саҡрымда урынлашып, Мәнәүез йылғаһын һыулаған Аҙнаҡай ҙа – ҡатнаш ауыл. 1762 йылда унда ир енесенән 16 типтәр иҫәпкә алына. Һуңғылары Юрмый олоҫо башҡорттары менән килешеү буйынса төйәкләнә. 1816 йылды 2 хужалыҡта 13 башҡорт, 4 йортта яһаҡлы татар һәм 80 өйҙә 223 типтәр теркәлә. 1834 йылғы рәүиздә Аҙнаҡай XII башҡорт кантонының 3-сө йортона ҡарап, унда 33 аҫаба башҡорт көн итә. 1859 йылда хужалыҡтар 213-кә етә, уларҙа 1103 дәүләт крәҫтиәне һәм башҡорт бер иҫәпкә алына. Әсей – Ҡарамалы һәм Стәрле йылғалары буйҙарын төйәк иткән Юрмый олоҫо башҡорттары һәм типтәрҙәре ауылы. 1762 йылда бында Мостафа, Наратлы, Сабай ауылдарынан күсеп килгән типтәрҙәр ултырған. 1795 йылда 72 башҡорт (12 йорт) һәм 182 типтәр (24 хужалыҡ) иҫәпкә инә. Бөгөлмәнән 30 саҡрымда Стәрле йылғаһы буйында урынлашҡан Балтаста (Ҡыпсаҡ) – Юрмый олоҫо башҡорттары һәм яһаҡлы татарҙар көн итә. “Татар энциклопедияһы”нда әйтелеүенсә, ауылға XVIII быуаттың тәүге яртыһында Ҡаҙан өйәҙе Зүрәй даруғаһының Туйкә түбәһенән сыҡҡан Балтас Уразмәтов һ.б. яһаҡлы татарҙар тарафынан нигеҙ һалына. Энциклопедия ауыл кешеләрен “дәүләт крәҫтиәндәре” һәм “аҫаба башҡорт” ҡатламдарына бүлә. 1742 йылдан билдәле Оло Һыуҡояш (Сухояш) ауылында яһаҡлы һәм дәүләт крәҫтиәндәре татарҙар менән Юрмый олоҫо башҡорттары көн итә. 1816 йылда бында хәрби дәрәжәле – 144, 1859 йылда 323 ир енесе иҫәпкә алына. Аҫабалар, ҡатын-ҡыҙҙы ла индереп, 8 кеше. Бүләк (Һаҫыҡ күл) ауылы халҡы Ыҡ йылғаһын һыулай. Бөгөлмәнән 60 саҡрымда урынлашҡан ауылда Юрмый олоҫо башҡорттары йәшәй. 1795 йылда Һаҫыҡ күлдә 63 башҡорт (7 хужалыҡ), 36 типтәр (5 йорт) һәм 35 яһаҡлы татар (7) теркәлә. 1834 йылғы рәүиздә XIII башҡорт кантонының 1се йортона ҡараған ауылда 88 аҫаба башҡорт һәм 48 башҡорт ебәрелмеше иҫәпләнә. 1859 йылда 85 йортта 502 дәүләт крәҫтиәне һәм башҡорт теркәлә. Буралы ауылына нигеҙ XVIII быуаттың тәүге яртыһында аҫабалар тарафынан һалына. Шул уҡ ваҡытта ауылда элекке дәүләт крәҫтиәндәре һәм яһаҡлы татарҙар ҙа йәшәй. 1840 йылда уларҙың иҫәбе 582 кешегә етә. Бөгөлмәнән 60 саҡрымда шул уҡ исемле йылғаны һыулаған Йыланлыкүл ауылына ла Юрмый башҡорттары нигеҙ һала. 1795 йылда унда 61 башҡорт (10 хужалыҡ), 33 типтәр һәм 7 яһаҡлы татар иҫәпкә алына. Ҡарамалы, Яңы Кәшер, Яңы Митрәй, Сүләй, Сапый, Сарлы, Стәрлетамаҡ, Юғары Стәрле, Һөйөндөк, Туйкә, Тымытыҡ, Уразай, Яңы һәм Иҫке Урманай, Урсай, Салпы ауылдарын да юрмыйҙар нигеҙләгән. Ҡарамалы Әсей ауылынан бүленеп сыға. 1834 йылда XII башҡорт кантонының 3-сө йортона ҡараған ауылда 222 аҫаба иҫәптә тора. Яңы Митрәйҙә 1834 йылда 34 аҫаба һәм 152 башҡорт ебәрелмеше көн итә. 1859 йылда бында дәүләт крәҫтиәндәре лә теркәлә. Стәрле һәм Ыҡ йылғаларын һыулаған Стәрлетамаҡ ауылында 1795 йылда 51 башҡорт (7 хужалыҡ) һәм 150 типтәр (16 йорт) иҫәпкә инә. Һуңғылары башҡорттар тарафынан мәңгелеккә һәм оброк түләүһеҙ индерелә. Салпы ауылы башҡорттары 1783 йылда үҙ биләмәләренә 105 типтәрҙе урынлаштыра. 1795 йылғы иҫәптә ауылда 23 башҡорт (4 йорт) менән 280 типтәр, 35 яһаҡлы татар, 12 сауҙа татары иҫәпкә алына. 1859 йылда 120 хужалыҡта 706 ҡаҙна крәҫтиәндәре һәм башҡорт теркәлә. “Атайсал” китабында аталған ауылдарға өҫтәп, юрмыйҙар нигеҙ һалған Исмаил, Ҡаҙыбаш, ҡыпсаҡтар көн иткән Төркмән һәм Тархан, тамъяндар төйәге Мәсәғүт тә килтерелә. Әлмәт районында Абдрахман, Әлмәтмулла, Бишмунса, Яңы Кәшер, Яңы Надир, Тайһуйған кеүек Юрмый олоҫо башҡорттары йәшәгән бер тиҫтә ауыл иҫәпләнә. Абдрахманда 1783 йылда 164 типтәр йәшәп, 1785 йылда улар 217 булып китә. 1816 йылда 15 хужалыҡта 66 башҡорт теркәлә. 1834 йылғы рәүиздә башҡорттар – 84. 1859 йылда башҡорт менән ҡаҙна крәҫтиәндәре (татарҙар) бергә яҙылған – 106 йортта 817 йән эйәһе. Совет власы йылдарында БашЦИК, БАССР Яҙыусылар союзы рәйесе булып эшләгән Афзал Таһиров ошо ауылда тыуып үҫкән. Уның граждандар һуғышы йылдарын һүрәтләгән “Һалдаттар”, “Ҡыҙылгвардеецтар” һәм “Ҡыҙылармеецтар” исемле романдары киң билдәле. Әлмәт (Әлмәтмулла) – Бөгөлмәнән 50 саҡрымда ятҡан юрмый башҡорттары төйәге. 1762 йылда бында 71 яһаҡлы татар иҫәпкә алынып, артабан типтәр булып китә. 1795 йылда Әлмәттә 700 типтәр һәм башҡорт теркәлгән. 1816 йылда бында 106 башҡорт иҫәпкә инә. 1859 йылда 214 йортлоҡ ауылда 1518 ҡаҙна крәҫтиәне һәм башҡорт йәшәй. Әлмәттә мәсет, почта, 2 завод эшләгән. Йәрминкәләр, баҙарҙар үтеп торған. Кама йылғаһын һыулаған Бишмунса ауылында юрмый башҡорттары һәм типтәрҙәр донъя көткән. 1795 йылда ауылда ир енесендәге 324 йән эйәһе – 41 башҡорт, 232 типтәр, 24 яһаҡлы татар күренә. 1816 йылда Бишмунсаға Байлар олоҫонан 45 башҡорт күсеп ултыра. Ҡарат ауылына Ҡыр-Йылан олоҫо башҡорттары нигеҙ һала. 1795 йылда ауылда 45 башҡорт һәм 10 типтәр иҫәпкә ингән. 1834 йылда Ҡаратта 67 башҡорт теркәлә. Оло Үрсәле (русса – Урсала) йылғаһын һыулаған Яңы Кәшер ауылында ла башҡорттар көн итә. 1762 йылда ауылда 42 яһаҡлы татар иҫәпкә алынған. 1834 йылда 699 башҡорт һәм 196 ир енесендәге типтәр йәшәгәне билдәле. 1840 йылда 654 башҡорт 150 сирек ужым, 705 сирек яҙғы иген сәскән, 17 сирек бәрәңге ултыртҡандар. Яңы Надир ауылы ла Оло Үрсәле йылғаһы буйында. 1816 йылда бында 22 типтәр иҫәпкә алына. 1834 йылғы иҫәпкә ауылда 34 башҡорт, 1286 типтәр һәм ҡаҙна крәҫтиәне теркәлә. 1859 йылда башҡорттар менән ҡаҙна крәҫтиәндәре бергә теркәлгән – 1089 кеше. Һанап үтелгән исемлек, күрәһең, тулы түгел. “Атайсал” китабында уға юрмыйҙар нигеҙ һалған Сөләй, Яңы Сөләй, байлар көн иткән Байлар ауылы өҫтәлгән. Ютазы районында Байлар олоҫо башҡорттары башлап ултырған Әпсәләм, Алабакүл, Байлар, Димтамаҡ һәм Ҡырғыҙ олоҫо башҡорттары нигеҙләгән Аҡбаш, Байрәкә, Ҡараерек, Кәрәкәшле, Ташкисеү, Ташлы ауылдары бар. 1783 йылда Әпсәләм ауылында 74 типтәр иҫәпкә алына. 1795 йылда бында 72 башҡорт һәм 74 типтәр йәшәгән. 1834 йылғы иҫәптә 12 аҫаба һәм 92 ебәрелмеш башҡорт күренә. 1859 йылда 75 хужалыҡта 673 башҡорт донъя көткән. Аҡбаш ауылында 1795 йылғы иҫәп 166 башҡорт менән 40 типтәрҙе сағылдырған. 1859 йылда иһә 1015 башҡорт 115 хужалыҡҡа берләшеп көн иткән. Байлар ауылына 1862 йылда Әпсәләм, Димтамаҡ һәм Илсембәт (БР-ҙың Туймазы районына ҡарай. – М.Х.) ауылдарынан күсенеп килгән башҡорттар нигеҙ һала. Бөгөлмә районында башҡорт ауылдары ике: Иҫке Ҡарабаш һәм Ҡоҙаш. Тәүгеһе Бөгөлмәнән 24,5 саҡрымда урынлашып, уға Юрмый олоҫо башҡорттары нигеҙ һалған. 1762 йылда ауылда 40 яһаҡлы татар теркәлеп, һуңынан типтәр булып китә. 1816 йылғы иҫәптә 41 башҡорт күренә. 1859 йылда ҡаҙна крәҫтиәндәре һәм башҡорттар бергә теркәлә – 1317 кеше. 1840 йылда 63 башҡорт 5 сирек ужым һәм 21 сирек яҙғы иген сәскән. Ҡоҙаш (Ҡыйҙаш, Яңы Ҡарабаш) ауылы башҡорттары һәм типтәрҙәр Ямаш йылғаһын һыулай. Яһаҡлы татарҙар бында 1762 йылғы иҫәптә теркәлә. 1816 йылда ауылда 10 башҡорт күренә. XII башҡорт кантонының 2-се йортона ҡараған Ҡоҙашта 1834 йылда 141 ир енесендәге типтәр көн итә. 1859 йылғы иҫәптә башҡорттар ҡаҙна крәҫтиәндәре менән бергә – 770 кеше. “Атайсал”да был исемлек күренекле башҡорт мәғрифәтсеһе Ризаитдин Фәхретдин тыуған Кисеүсат ауылы менән тулыландырылған. Лениногорск районында Юрмый олоҫо башҡорттары нигеҙләгән Бакир (Иштирәк), Зәй-Ҡаратай, Түбәнге Шыршылы, Иҫке Шөгөр ауылдары бар. Зәй-Ҡаратай – башҡорт драматургы Фазыл Туйкин тыуған ауыл. Бындағы мәктәп уның исемен йөрөтә. Баулы районында башҡорт ауылдары биш: Баулы, Иҫәргәп, Ҡыҙыл яр, Тумбарлы, Иҫке Сутый. Баулы (Мансур) – шул уҡ исемдәге йылғаны һыулаған ауыл. Хәҙерге көндә ҡала һәм Баулы районы үҙәге. 1795 йылда бында 107 башҡорт, 53 яһаҡлы татар, 8 хеҙмәт ҡылыусы татар һәм 11 мишәр иҫәпкә алына. 1834 йылда Баулыла 388 аҫаба һәм 12 башҡорт ебәрелмеше күренә. 1859 йылда башҡорттар дәүләт крәҫтиәндәре менән бергә теркәлә – 853 йән эйәһе. 1840 йылда 360 башҡорт 40 сирек ужым, 930 сирек яҙғы иген сәскән, 13 сирек бәрәңге ултыртҡандар. 38 хужалыҡтың 400 баш йылҡыһы, 250 һыйыр малы, 370 һарығы, 700 кәзәһе булған. 100 баш умарта тотҡандар. Тумбарлы йылғаһы буйын төйәк иткән Иҫергәп ауылына XVIII быуат башында Ҡыр-Йылан олоҫоноң Тыңламаҫ түбәһе башҡорттары нигеҙ һала.1795 йылда бында 143 аҫаба һәм 44 башҡорт ебәрелмеше теркәлә. 1834 йылғы рәүиздә аҫабалар – 399, ебәрелмештәр 105 кеше. 1859 йылғы иҫәп 136 хужалыҡ булып донъя көткән 1090 башҡорт менән ҡаҙна крәҫтиәнен сағылдырған. “Аулы мензелинских башкир” китабында ошо ауылда ер биләү менән бәйле 1743, 1753, 1761 һәм 1783 йылдар ваҡиғалары ла бәйән ителә. Ҡыҙыл Яр ауылында Ҡыр-Йылан олоҫо аҫабалары һәм башҡорт ебәрелмештәре йәшәгән. 1816 йылда 174 башҡорт 50 хужалыҡ алып барһа, 1859 йылда 140 хужалыҡта 1066 башҡорт теркәлә. “Атайсал”да телгә алынған Байлар олоҫо башҡорттары нигеҙ һалған Байлар, Яңы Баулы, Әпсәләм, йәнәй башҡорттары көн иткән Йәнәй, Ҡырғыҙ олоҫо башҡорттары нигеҙ һалған Иҫке һәм Яңы Ҡараерек, Ташкисеү, Ташлы ауылдары ла хәҙерге Баулы районына ҡарай. Ошо уҡ сығанаҡта Апастау районындағы Балыҡсы ырыуы башҡорттары йәшәгән Шәм Балыҡсы, Болон, Балыҡсы; Мең ҡәбиләһе вәкилдәре донъя көткән Кесе Үрсәле, Оло Үрсәле; Дрожжан районында Өпәй башҡорттарының Иҫке Өпәй; Күкмара районында Ҡатай башҡорттары көн иткән Масҡары, Мамадышта – йәнәй башҡорттары төйәге Туғыҙ; Октябрь районында байлар ҡәбиләһе вариҫтарын берләштергән Иҫке Татар Әлмәте, Әхмәт, Иҫке Әхмәт; Балыҡ биҫтәһендә – ҡаршын ырыуы башҡорттары донъя көткән Сатлыған, Сабала – танып башҡорттары төйәге Ҡаҙансы һәм Бигәнәй; Саллыла – байлар ҡәбиләһе вариҫтары нигеҙ һалған Ҡалмаш, Әжмәкәй, ҡырғыҙ башҡорттарының Мусабай һәм гәрәй башҡорттарының Гәрәй ауылдары ла атап үтелә. Вятка губернаһының Алабуға һәм Сарапул өйәҙҙәренә ҡараған башҡорт ауылдары буйынса мәғлүмәттәр аҙ, тип яҙа Ә. Әсфәндиәров. Мәҫәлән, Әгерже ауылы 1746 йылдан ғына билдәле. VIII рәүиз (1834 йыл) буйынса унда 13 башҡорт йәшәгән. Кеше иҫәбенә килгәндә, VII рәүиздә 130, VIII – 140, IX – 175, һуңғы X рәүиздә (1859 йыл) 195 дәүләт крәҫтиәне теркәлгән. Типтәрҙәр тиңдәшле рәүештә икенән 12-гә тиклем артҡан. Ҡалған дүрт ауыл – Иҫәнбай, Үтәгән, Ҡасай, Яңы Маты – Йәнәй олоҫо Туғыҙлы түбәһенә ҡараған башҡорт ауылдары. 1920 йылда уларҙы ТАССРға ҡушҡандар. 1807 йылда был түбәнең аҫаба ерҙәре 29045 дисәтинә булған. Иҫәнбайҙа 1816 йылда 145 ир һәм 147 ҡатын-ҡыҙ теркәлгән. 1834 йылда ауыл 245 ир заты һәм 259 ҡатын-ҡыҙҙан торған. Иҫәнбайға нигеҙ XVIII быуатта һалынған, тигән фекер бар. 1840 йылда 386 башҡортҡа 140 дисәтинә арыш, 110 дисәтинә яҙғы бойҙай сәселгән. 1855 йылда Иҫән Балтасов Байсар, Апас һәм Кәлтәү ауылдары ер биләүселәре менән берлектә йылына 15 һум түләтеү шарты менән Ҡаракүл олоҫо Колесниково ауылы крәҫтиәненә өс – Старшина, Улзят, Митав (шулай яҙылған. – М.Х.) күлдәрен ҡуртымға биргән. 1861 йылда Иҫәнбай ауылы башҡорттары Хәлил Тимеров, Үтәғол Балтасов, Сыртлан Таңатаров, Әҙел Ибраев, Сәғит Юлдашев, Исай Балтасов, Сүлте Кимәев, Ҡолшәрип Дауытовтарҙың үҙҙәре менән бер общинала булған Апас, Байсар, Кәлтәү, Терпеле, Шәбиз, Һыуыҡһыу һәм Баҙраҡ ауылдары кешеләре менән берлектә Бәләкәй Сағаҙаҡ (Кейәҙе) күлен балыҡ тотоу өсөн 14 йылға Пермь слободаһы һәм Ҡаракүл буйы һарай крәҫтиәндәренә оброкҡа биреүе билдәле. Иҫәнбай кешеһе зауряд-хорунжий Абдуллатип Тутаев 1806 – 1807 йылдарҙа Францияға ҡаршы Пруссия кампанияһында 3сө башҡорт полкында йөрөп, көмөш миҙал менән бүләкләнә. Үтәгән ауылында 1816 йылда 77 ир енесе, 1834 йылда 216 аҫаба һәм 14 ебәрелмеш теркәлә. Шул уҡ йылда Үтәгәндә 37 типтәр ҙә йәшәгән. Улар, документтарҙан күренеүенсә, Йәнәй башҡорттары. 1735 – 1740 йылдарҙағы ихтилалдан һуң 80 аҫаба ир заты Үтәгәндән Иванай (хәҙерге Дүртөйлө районы. – М.Х.) ауылына ебәрелмеш булып килеп ултыра. 1738 йылда Йәнәй олоҫоноң Ҡасай ауылы башҡорттары Бикмәт Баймесев, Тимер Сарбашев, Сәйет һәм Мәсәғүт Сурашевтар, Мөслим Дусатов, Һөлөк һәм Нияз Биккининдар, Ишембай һәм Күсем Яҡуповтар, Илкә Һөлөков, Мостай Киләев, Сөләймән Сурашев һ.б. Сабай ауылы (хәҙерге Бүздәк районы) башҡорттары Минәй һәм Һөлөк Солтоҡовтар еренә күсеп килә. Ошонан һуң Ҡасай ауылы башҡорттары «типтәр» тип йөрөтөлә башлай.
Ерһеҙҙәр аҫабаға тиң булмай!
“Аулы мензелинских башкир” тигән китабының йомғаҡлау өлөшөндә Әнүәр Әсфәндиәров былай тип яҙа: бөгөн Татарстанда 2002 йылда теркәлгән 14 мең кешене иҫәпкә алмағанда, башҡорттар юҡ. 1897 йылғы Бөтә Рәсәй империяһы халҡы иҫәбен алғанда ошо төбәктә 200 меңдән күберәк башҡорт иҫәпләнгән. 1912 – 1913 йылғы хужалыҡ иҫәбен алыуҙа ла Минзәлә өйәҙенә ҡараған 31 олоҫтоң 18-дә 151 мең башҡорт теркәлгән. 1926 йылда башҡорттарҙың ҡапыл юҡҡа сығыуы нигеҙле аңлатмаға мохтаж. Ошо тема тирәләй барлыҡҡа килгән уйҙырмалар был мәсьәләгә асыҡлыҡ индермәй һәм индерә лә алмай, сөнки уларға эскерһеҙлек һәм нигеҙлелек хас түгел. Ошо уҡ авторҙың 2005 йылда «Китап» нәшриәтендә сыҡҡан «Олатайҙарҙың бар тарихы» тигән китабында әйтелеүенсә, XIX быуат башында Ырымбур губернаһында (Минзәлә, Бәләбәй, Өфө, Троицк, Силәбе, Ырымбур, Үрге Яйыҡ, Стәрлетамаҡ, Бөгөлмә, Быҙаулыҡ, Боғорослан өйәҙҙәре) аҫаба башҡорттарҙың 28 миллион дисәтинә ере була. Бынан тыш, Пермь губернаһының биш өйәҙе – Красноуфимск, Шадрин, Екатеринбург, Пермь, Уса һәм Вятка губернаһының Алабуға (унда 12 башҡорт ауылы иҫәпләнгән), Сарапул (биш ауыл) өйәҙҙәрендә лә аҫаба башҡорттар йәшәп, Һамар һәм Һарытау башҡорттарының ерҙәре менән ҡушҡанда, уларҙың ере сама менән 10 миллион дисәтинәгә тиң булған. XIX быуат башына, – тип дауам итә автор, – дворяндар һәм заводсыларға – 4 миллион, урыҫ крәҫтиәндәренә – 3 миллион; татар, мишәр, мари, сыуаш, удмурт, мордваларға 2 миллион дисәтинә эләккән. “Мишәр һәм типтәр ауылдарының нигеҙләнеүен асыҡ билдәләп була, – тип яҙа Ә. Әсфәндиәров үрҙә аталған китабында. – Мишәр һәм типтәрҙәр башҡорт аҫабаларының ерҙәре менән килешеү нигеҙендә файҙаланған. 1934 йылда мишәрҙәр – 331, типтәрҙәр 1 075 ауылда йәшәгән. XVII быуатта башҡорт ерҙәрендә – һигеҙ, XVIII быуаттың беренсе яртыһында – 58, икенсеһендә 69 мишәр ауылы барлыҡҡа килгән. Уларҙың иң ҙурҙары – Боҙаяҙ (Ҡырмыҫҡалы) һәм Солтанморат (Ауырғазы райондарында). XVII быуат аҙағында типтәрҙәр көнбайышта – Бәләбәй, Бөгөлмә, Бөрө, Минзәлә, төньяҡта Уса, төньяҡ-көнсығышта Красноуфимск өйәҙҙәрендә, көньяҡта Стәрлетамаҡ өйәҙендә төпләнә. Типтәрҙәрҙең этник сығышы төрлө: татар, сыуаш, мари, удмурт һәм башҡорт. Шул замандарҙа Башҡортостан тураһында киң мәғлүмәтле В. М. Черемшанский иҫәбе буйынса 1850 йылда типтәрҙәр 196 793 кешегә еткән. Мишәрҙәр тураһында 1800 йылғы Башҡортостан халыҡтары хаҡында яҙмаларҙа былай тиелә: «Был мещеряк халҡы бында төп халыҡ түгел, улар Сембер губернаһының Алатырь һәм Сембер өйәҙҙәренән күсеп килеп, уларға 1735 йылға тиклем Өфө тирәһендә хеҙмәт итеү йөкмәтелгән”. Яңы фекер булмаһа ла, филология фәндәре докторы, профессор Николай Дмитриевтың 1955 йылда Мәскәү ҡалаһында сыҡҡан «Туған тел дәреслектәрендә грамматик терминология» китабына яҙған юлдарҙы иҫкә төшөрөү урынлы: “Рәсәйҙә башҡорт теле бер ҡайҙа һәм бер ҡасан да уҡытылманы. Мосолман мәктәптәрендә һабаҡ алған аҙ ғына башҡорттар унда асылда татар телен йәки татар буржуазияһы һәм руханиҙарының яһалма телен – төркиҙе өйрәнде. Уҡытыусылар, татар муллалары ул мәктәптәрҙе үҙ яйына борҙо. Мәктәптә һәм иҡтисади мөнәсәбәттәрҙә башҡорттарҙы татарлаштырыу татар милләтселәре программаһына инде. Башҡорттарға, “бер ниндәй ҙә башҡорт мәҙәниәте һәм теле юҡ, башҡорт теле – тел түгел, ә татар теленең боҙолған диалекты ғына, ул телдә халыҡтың томана ҡатламы ғына һөйләшә, яҙыу иһә бөтөнләй мөмкин түгел, бары татарса ғына яҙырға була, барлыҡ мәктәптәрҙә лә уҡытыу шул телдә алып барыла”, тип туҡылды”. Уҙған быуаттың 30-сы йылдары башында төньяҡ-көнбайыш райондар мәктәптәрендә белем биреүҙе тулыһынса татар теленә күсергән ВКП (б) һәм урындағы мәғариф әһелдәре лә ошо кәйефкә эйәрмәнеме икән? Ләкин теге йәки был халыҡтың үҙенсәлеген тел генә билдәләмәй бит. Был даирәгә, ғәҙәттә, мәсьәләнең аңын-тоңон белмәгәндәр мөрәжәғәт итеүсән. Ғөмүмән, тел – милләтте билдәләүсе төп сифат түгел, сөнки тел белеү генә, мәҫәлән, татарҙан немец йәки инглиз яһамай. Шул уҡ ваҡытта башҡорт халҡының борон-борондан һаҡлап килгән үҙ атамаһы, Иҙел – Урал буйы кеүек тарихи Ватаны, башҡаларҙан ҡырҡа айырылып торған теле, һанап бөтөргөһөҙ ауыҙ-тел ижады өлгөләре, йыр-бейеүҙәре; башҡорттоҡо ғына булған аш-һыуы, мәҫәлән, ҡымыҙы, ҡаҙылығы, ҡатығы һ.б. бар. Атап үтелгәндәр һәм улар ғына түгел, айырым халыҡ булараҡ башҡорттоң йөҙ-йөкмәткеһен билдәләй һәм, нисек кенә теләһең дә, уларҙы татарҙыҡы менән уртаҡ тип әйтеп булмай. Холҡо ла айырыла башҡорттоң. Рәсәй империяһында михнәт сигеп йәшәүенә ҡарамаҫтан, илгә дошман яуы ябырылыу менән башҡорт ҡулына ҡорал тотоп, уны яҡларға киткән. Был башҡорттоң тағы ла бер сифаты – тоғролоҡ. “Татарстанда 173 милләт вәкиле йәшәй. Республикала туған телдәрҙе һәм ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауға, Ватанды һөйөү тәрбиәләүгә ныҡ иғтибар бирелә, – тине Татарстан Республикаһының Дәүләт советы рәйесе Фәрит Мөхәмәтшин, быйыл йәй Ҡаҙанда булып үткән Рәсәй этнологтары һәм антропологтары конгресында ҡотлау һүҙе менән сығышында. Ошо йәһәттән Татарстандың тәүге президенты Минтимер Шәймиевтың 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алған көндәрҙә, “беҙ Башҡортостанда йөҙәрләгән мең татарҙың иҫәп алыуҙа “башҡорт” яҙылғанына шаһит булдыҡ” тигән үкенес белдереүе нигеҙһеҙ генә түгел, хатта ҡотҡо һалыу кеүек ҡабул ителә. “Википедия”ла “мосолман ғаиләһендә тыуған” тип теркәлгән элекке КПССтың Татарстан өлкә комитетының беренсе секретары, ғәмәлдә Әнәк ауылының башҡорт типтәре Минтимер Шәриф улы үҙенекен һөйләйме? Ышанғы килмәй, сөнки республика етәксеһенең милли сығышын белмәүе мөмкин түгел. 90-сы йылдарҙа “Йәшлек” гәзитендә Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш райондарында тыуып үҫкән бер төркөм оло йәштәге ғалим, шул иҫәптән филология фәндәре докторы Мөсәлиә Хәйруллина, ошо төбәктәге милли хәлгә анализ яһап, Башҡортостанда кәмендә 2 миллион башҡорт йәшәй, тигән ҡәтғи һығымтаға килгәйне. Тимәк, 2010 йылда республикала 1 миллиондан ашыу татарҙың теркәлеүе лә шикле, сөнки элекке Өфө губернаһында уларҙың иҫәбе 8,7 проценттан артмаған һәм был халыҡтың, урыҫ кеүек, был яҡтарға көслө ағым булып күсенеүе тарихта теркәлмәгән. Башҡорт – тарихи хәтерле халыҡ, һәр башҡорт һөйләнеп йөрөмәһә лә, ҡаны менән шуны һиҙә. Аҫабаны был юлдан дүндереү мөмкин түгел. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 1920 йылда З. Вәлиди “Башревком”ды таратып киткәс, партия һәм совет органдарына оялап алғандар башҡортто бөтөрөүгә күп көс һалған. Бер һүнеп, берсә тоҡанып, был эшмәкәрлек үҙгәртеп ҡороу йылдарына саҡлы дауам итә. Төптән уйлағанда, “татар-башҡорт мәсьәләһе”нең сиселеше юҡ кеүек, сөнки уның тамырҙары XIII быуатта Евразия киңлектәре аша үткән татармонгол яуына тоташа. Артабан батша хөкүмәтенең, большевиктарҙың милли сәйәсәтенә бәйле тағы ла ҡатмарлаша. Рәсәй империяһының элекке Алтын Урҙа сиктәрендә ҡоролоуы, батша хөкүмәтенең төркиҙәрҙе “татар”ға индереүе, һуңынан большевиктарҙың был атаманы рәсмиләштереүе һ.б., күрәһең, был теманы ҡуҙғытыуға ниндәйҙер дәрәжәлә этәргес бирә. Шул уҡ ваҡытта “барлыҡ татарҙар ҙа – татар” идеяһын күтәреүселәр үҙҙәрен туранан-тура “Алтын Урҙа вариҫтары” тип иғлан итергә ҡыйынһына. Уңайһыҙ. Ә ата-бабалары Сыңғыҙ хан яуына 14 йыл ҡаршы торған, болғарҙар менән берлектә 40 төмәнлек ғәскәр ҡуйған башҡорт ҡәбиләләре вариҫтарын “татар”ға әйләндереү, күрәһең, уңайлы. Бәлки, проблеманың сиселешен дә ошо тәңгәлдән эҙләргә һәм асыҡтанасыҡ әйтергә кәрәктер. Мәҫәлән, хәҙерге татар халҡының был яҡтарға татар-монгол яуы менән килгән ҡәүемдәргә мөнәсәбәте бармы? Улар, ысынлап та, үҙҙәрен шуларҙың вариҫы иҫәпләйме? Был – бер. Икенсенән, хәҙерге татар теле шул исемдәге этностың борондан килгән лөғәтеме әллә башҡа ҡәүемдәрҙән үҙләштерелгәнме? Көнбайыш башҡорттары теленең башҡортсаға ике тамсы һыу кеүек оҡшауын нисек аңларға? Бер үк телдә аралашҡан ике халыҡ тарихта тағы бармы? Эш, бәлки, телдә лә түгелдер. Бик күптәр башҡортса һөйләшә белмәһә лә үҙен башҡорт тип таный. Уларҙы ситләтергә беҙҙең хаҡыбыҙ юҡ. Улар беҙҙең менән, асылына ҡайтырға, башҡорт булып йәшәргә теләй. Беҙҙе бит бер нисә өн-хәреф кенә айыра. «Без – башҡортлар», – тип яҙған Ш. Бабич ҡайһылай тос һәм аҡыллы булған. Иҙел – Урал тарафтарында бынан мең йыл әүәл дә ғүмер иткән атабабаларыбыҙҙың XIII быуатта ғына яу менән килгән ҡәүемдең телен ҡабул итеүе фаразы етди түгел. Ошо ике һорауға тәжрибәле тарихсылар һәм телселәр яуап эҙләп ҡарағанда, проблеманы ябырға мөмкин булыр ине.
Мәхмүт ХУЖИН. Өфө ҡалаһы.
“Ағиҙел” (№ 12, 2019) журналынан күсереп баҫыла.
Читайте нас: