Үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, Башҡортостанда – тыныс. Ғөмүмән алғанда, күп милләтле республика, ваҡыт-ваҡыт килеп сыҡҡан ҡатмарлы проблемаларға ҡарамай, үҙ яйы менән йәшәй, тип әйтһәк, һис тә артыҡ булмаҫ. Йоғошло сиргә ҡаршы көрәште һәм сикләүҙәрҙе генә алайыҡ. Күпселек аңлап, артыҡ ризаһыҙлыҡ белдермәй, хатта, әйтер инем, күндәм ҡабул итте. Ауырлыҡтар элек тә булған, уларҙы беҙҙең ата-бабалар милләт айырмай, бер-береһенә таянып, һөйләшеп еңгән. Хатта Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙың киләһе йылға күсерелеүен күпселек һиҙмәй ҙә ҡалды. Уны ҡуйыртырға, сәйәси абруй тупларға, донъяны болғатырға теләүселәр юҡ түгел. Айырыуса, күрше ҡәрҙәш республикала. Дөйөм иҫәбе 5 миллиондан артыҡ булған халыҡтың ҡайһы бер сама белмәгән вәкилдәре үҙ сәйәси амбицияларын миллион ярым самаһы тәшкил иткән башҡорттар иҫәбенә хәл итмәксе. Әлегә беҙҙә тыныс. Пандемияға ишаралауым юҡҡа түгел, сөнки табиптар араһында урыҫтар ҙа, башҡорттар ҙа, татарҙар ҙа бар һәм улар – күпселек. Әле быға тиклем бер милләттең дә икенсе милләт вәкилен дауаламайым, ҡарамайым, ярҙам итмәйем, тип баш тартҡаны тойолманы. Бының нигеҙендә республикала электән йәшәп килгән милләт-ара татыулыҡ традицияларының изге йолаға әйләнгән үҙ-ара ярҙам, толерантлыҡ тойғоларының йәшәү көсө менән генә аңлатырға булалыр.
Халыҡтар иҫәбен алыуға ҡарата беҙҙәге һиллектең сәбәптәрен төрлөсә аңлатырға мөмкин. Сөнки быға тиклем айырым уйҙырмаларҙы, йәнәһе, башҡортлаштырыу бара, тигән нигеҙһеҙ уфтаныуҙарҙы иҫәпә алмағанда, республикала ошо йәһәттән һәр ваҡыт тыныс булды. Ә инде бының киреһен аңларға теләһәгеҙ, күрше республикала сыҡҡан, уларҙың контролендә булған мәғлүмәт сараларына – гәзит-журналдар, сайттарға һәм социаль селтәрҙәргә – күҙ генә һалығыҙ. Унда яҙғандарҙы уҡыһаң һәм саҡ ҡына ышанһаң, сәстәр үрә торорлоҡ. Эйе, күршеләрҙә был бик әүҙем, әрһеҙ һәм, урыны менән, ифрат самаһыҙ ҡоролған. Электән ҡалған иммунитет ярҙам итәме, күршелә яҙылғандарҙың 99 процентын беҙ аңлап, кәрәк булһа, көлөмһөрәп ҡабул итеп өйрәнгәнбеҙ. Аккаен Аккаенов тигән бер ҡурҡаҡтың яҙғандарын ғына ҡарағыҙ. Ғибрәт өсөн. Улар тоҡандырып ебәргәнде беҙ кәрәсин һибеп һүндерә алмайбыҙ. Беҙ элек-электән аңлап, һалҡын аҡыл һәм түҙемлелек менән ҡабул итеп һәм еңеп өйрәнгәнбеҙ. Аһ-уһтар, уфтаныуҙар, меҫкенләнеү беҙҙең халыҡҡа хас түгел. Хәҙер шул 99 проценттың иғтибарға салынған 1 процентын, аҙ ғына булһа ла, барлайыҡ.
Бына, яңыраҡ “Ирек майҙаны” интеллектуаль клубының “Штаб”креатив индустрия резиденцияһы ултырышында яуап эҙләгәндәр: татарҙар милләт булараҡ ойошҡанмы, әллә юҡмы? Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, бында ҡыҙыҡлы ғына фекерҙәр ишетелә. Уларға, бәлки, беҙгә лә иғтибар итергә кәрәктер. Был һөйләшеүҙәрҙең башында күберәк әлеге Дамир Исхаҡов тора. Дөйөм фекер әлеге шул – нафталин һеңгән һәм һөрһөгән “Иҙел-Урал” штатын ойоштороуҙан мәхрүм ҡалыу сәбәпле, күҙ йәштәре ҡойоу тора. “Иҙел-Урал” тормошҡа ашмаһа ла, баҡ тиһәң, мәғәнәһе булған икән. Шулай уҡ Татар-башҡорт совет республикаһын юҡһынғандарға ҡарата нимә әйтәһең инде. Әфәнделәр тарихты белмәй. күршеләргә Башҡортостан Республикаһының нисек барлыҡҡа килеү тарихын уҡытырға кәрәк. Сөнки Зәки Вәлидиҙең аҡылы һәм ныҡышмалылығы булмаһа, большевиктар, атап әйткәндә, Сталин менән Ленин, Башҡорт Автономиялы республикаһы төҙөүгә бер ваҡытта ла бармаҫ ине. Әгәр башҡорттарға автономия яулап алмаһа, аҙаҡ ул татарҙарға ла бер ваҡытта ла эләкмәҫ ине. И ғәжәбе шул, бөгөн, Татар Республикаһына 100 йыл тулған көндәрҙә, быны иҫкә алыусы һәм таныусы бер кеше лә юҡ. Ә Дамир Исхаҡов был хаҡта бына нимә ти: “Большевиктарҙың еңелеүенең сәбәбе шунда – улар үҙҙәренең ҡул осонда башҡорт йәмәғәтселегенең барлыҡҡа килеүен һиҙмәй ҡалдылар”. “Штаб”та шуны танығандар: башҡорт сәйәси элитаһының 1917-1918 йылдарҙа Башҡортостанды ойоштора алыуы башҡалар өсөн, (“Татар-Башҡорт республикаһы” өсөн, тип аңлағыҙ) етди кәртәгә әйләнгән икән. Әгәр дөрөҫ булһа (күршеләр фекеренсә, тип аңлағыҙ), татар совет идеологтары иҫәпкә алмаған, ә Мәскәү илдең уртаһында ҙур автономияның (әлбиттә, Татар-Башҡорт) барлыҡҡа килеүенә риза булмаған.
“Мин Татар социалистик варианты ойоштороу йәһәтенән емергес һәләкәткә дусар булды, тип иҫәпләйем, – ти Дамир Исхаҡов. – Беҙҙә тулы ҡанлы милли йәмғиәт барлыҡҡа килмәне. Шуға күрә татар милләтенең ғәмәлдә булыуына ҡарата, социалистик ҡоролошҡа тиклем һәм социалистик осорҙа барлыҡҡа килеүенә, миндә ҙур шик-шөбһәләр бар”.
Хатта Дамир Исхаҡов татар милләтенең бәлки булмауы ла мөмкин ине, тигән шик белдерә.
Беҙҙеңсә, төптә шыпа хаталы фекерҙәр. Мәҫәлән, штаб ултырышында күренекле йәмәғәтсе һәм журналист Римзил Вәлиев Исхаҡовтың фекерҙәрен хата, тип иҫәпләй. Дөрөҫ әйтә йәмәғәтсе. Совет власы йылдарында ғына түгел, ошо 100 йыл эсендә татарҙар менән башҡорттар бергә ҡулға-ҡул тотоношоп, мәҙәниәт, әҙәбиәт, сәнәғәт һәм башҡа бик күп өлкәләрҙә бығаса күрелмәгән һәм күҙ алдына ла килтерелмәгән бейеклеккә күтәрелде.
Ә инде, милләт булғанмы, булмағанмы, тип ҡысымаған ерҙе тырнауҙы – юҡты бар, барҙы юҡ, тип инҡар итергә тырышыуҙы – халыҡ иҫәбен алыу алдынан ғына була торған пропагандистик шау-шыу, милләтте ҡотҡарырға саҡырыу иҫәбенә ваҡиғаларҙы ҡуйыртырға тырышыу, тип кенә аңларға кәрәк. Әгәр күршеләрҙә ундай проблемалар бар икән, үҙ-ара хәл итһендәр, аңлашһындар.
Белмәйем, күршелә тарихсыларҙың һәм тарихсы булырға хыяланған физиктарҙың бер ярҙан икенсе ярға һуғылыуҙары, Евразияның күпселек өлөшөндә тарихты татарҙыҡы, һис юғы, татарға мөнәсәбәтле итеп күрһәтергә ынтылыу һымаҡ уйҙырмалары, ғөмүмән, аңлашылмай, ә күп көс һалып яҙған “хеҙмәттәре” менән тулған китаптары ышандырмай. Хәҡиҡәт өсөн күп кәрәкмәй, бары тик, ысынбарлыҡтан һәм ерҙән айырылып, үткән быуаттарҙа осоп йөрөгәнсе, ныҡ баҫып, ерҙән атларға кәрәк.