-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
18 Февраль 2025, 12:15

Яугирҙәрҙең именлегенә бағышлап...

Матбуғат йортонда "Ете ҡыҙ" проекты ҡыҙҙары һәм ҡатнашыусылары яугирҙарға сәк-сәк һәм бауырһаҡ әҙерләне. Изге эште "Журналист" позывнойлы яугирҙың ҡатыны, "Юлдаш" радиоһы хәбәрсеһе Зөһрә Арсаева ойошторҙо. Зөһрәнең әсәһе Менәүәрә апай бауырһаҡ бешереү серҙәренә өйрәтте.

Яугирҙәрҙең именлегенә бағышлап...
Яугирҙәрҙең именлегенә бағышлап...

Татлы күстәнәсте Ләйсән Рабаданова гуманитар ылау менән госпиталгә һалдаттарға тапшырасаҡ. Тиҙҙән ул алыҫ сәфәргә йыйына. Быға тиклем Ләйсән махсус хәрби операция биләмәһендә булып, госпиталдәге яугирҙәргә ярҙам итеп ҡайтҡайны.

Йыраҡта хәрби бурысын үтәгән һалдаттарға ярҙам һәм йылылыҡ кәрәк. Үҙебеҙ әҙерләгән татлы ризыҡ егеттәребеҙгә тиҙерәк һауығырға ярҙам итер, тигән өмөттәбеҙ.

Тылдағы ҡатын-ҡыҙҙарҙың көслө рухлы, ныҡ булыуҙары яуҙа йөрөгән һалдаттарға көс, ҡеүәт бирә.

Яугирҙәрҙең именлегенә бағышлап...
Яугирҙәрҙең именлегенә бағышлап...
Автор:
Читайте нас