Ошо арала гел рухлы, үҙемдең зауығыма тура килеп торған концерттарға йөрөү яҙҙы. БР Дәүләт ҡурайсылар ансамбленең сығышы тураһында яҙғайным.
Яңыраҡ тағы бер матур тамашаға барҙыҡ.
"Яугүл" халыҡ ҡумыҙсылар ансамбленең сығышын ҡарарға күптән ниәт итеп йөрөй инек.
Бармай ҡалһам, аҙаҡ үкенермен, тип буранға ла ҡарамай барғаныма ҡыуанып бөтә алмайым хәҙер. Юғиһә, байтаҡ нәмәнән мәхрүм ҡалыр инем.
Яугүл (Ҡылтабан) - беҙҙең Йәнйегет эргәһендәге матур тарихлы күл ул. "Ете ҡыҙ" легендаһын да урындағы халыҡ ошо күлгә бәйләй.
"Яугүл"дәрҙең сығышының "Ете ҡыҙ" композицияһы менән башланып китеүе шуға ла бик урынлы булды. Хатта режиссер Залина Усманованың табышы, тип әйтер инем.
Программа бик бай булды. Һәр номер уйланылған, темаға, алдан уйланылған сюжетҡа тура килеп, үрелеп кенә барҙы
"Яугүл"дәрҙең ҡумыҙ сиртеүе беҙҙе алыҫ тарих төпкөлөнә алып китте. Бер ҡараһаң, элек ҡыҙҙар ғына йыйылған ерҙә өләсәйемдәрҙең бейешкәнен күҙ алдына килтерһәм, икенсе мәлендә, башҡорт һылыуҙарының аҡтыҡҡы көсөн йыйып, үҙҙәренең Яугүленә сумғанын күргәндәймен.
Туп-туп иткән ат тояҡтары, еләҫ кенә ел иҫкәне, сылтыр шишмә аҡҡаны ишетелгәндәй булды.
Ағас ҡумыҙ ҙа сирткән ҡумыҙсыларҙың һәр ҡайһыныһы торғаны бер талант икән. Йырлап та ебәрәләр, бейеп тә китәләр, нәфис һүҙ оҫталары ла икән улар! Ә кейемдәре ниндәй матур! Сәхнәлә үҙҙәрен тотоштары ла килешле, дәрәжәле. Сөнки уларҙың етәксеһе шундай! Талантлы, иманлы кеше, хажиә, БР-ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Дилара Мөхитдин ҡыҙы Рафиҡова. Олуғ шәхесебеҙ, 28 тел белгән полиглот, бөйөк мәғрифәтсебеҙ, Мөхәммәт - Әнүәр мәғзүм, Мөжәүир хәҙрәт кеүек билдәле заттарыбыҙ остазы Шәйех Мөхәммәт Ғабдуллаһ Сәидиҙең вариҫы булған Дилара апайҙы ихтирам итмәгән кеше юҡтыр ул.
Ул ансамбль ҡыҙҙарын ғына түгел, үҙенә ошо тамашаны матур итеп ойошторошорлоҡ команда ла туплаған. Режиссеры тураһында әйтеп үттем.
Һәр тамашаның уңышы туранан- тура алып барыусыға ла бәйле. Ҡайһы бер концерттарҙа йырсыларҙың сәхнәлә, үҙҙәре алып барыусы булып, юҡ-бар һөйләп торғанына, халыҡты "ҡытыҡлап" көлдөрөргә тырышыуына ҡарап, улар өсөн үҙең оялып ҡайтаһың. Иманым камил, сәхнәнән дөрөҫ, төҙөк телмәр яңғырарға тейеш. Беҙҙең моңло, боронғо, бай, яғымлы телебеҙ быға лайыҡ! Бының өсөн тамашаларҙа һүҙ оҫтаһы булһын ул.
Ә был концертта алып барыусы шәп ине! Йәғәфәр Нәҙершинға ышанып тапшырып, "Яугүл"дәр отҡан, сөнки был егеттең һүҙ оҫталығы шәп, телмәре бай, сәхнәлә үҙен дәрәжәле тота белә. Уҡытыусы бит инде. Аудитория менән эшләй белә.
Сибайҙың Балалар ижады үҙәгендә булған концертта, әлбиттә, был ойошманың "Гөлдәр" өлгөлө бейеү ансамбле (етәксеһе Л. Яхина) иҫ киткес матур бейеүҙәр менән сығыш яһаны. Тарихыбыҙҙы сағылдырған бейеүҙәрҙе халыҡ яратып ҡабул итте. Әйткәндәй, был концертта байтаҡ балалар сығыш яһаны, ҡумыҙҙа ла уйнаған балаларға ҡарап, киләсәге бар әле был музыка ҡорамалының, тип ҡыуанып ултырҙыҡ. «Урал батыр» эпосын килештереп һөйләгән малайҙы ла һоҡланып тыңланым. Ҡурай ҙа яңғыраны. Раушан Нияҙғоловтың ҡатнашыуын әйтһәң дә, тамашаның кимәлен күҙ алдына килтерергә булалыр. Тағы ла Сибай институты уҡытыусыларының матур сығышы тураһында әйтеп үтмәү яҙыҡ булыр. Вокаль ансамблдең сығышы бар йәһәттән дә юғары кимәлдә булды. Академик, профессор, үҙешмәкәр композитор, башҡортомдоң затлы улы Йәлил Төхфәт улы Һөйөндөковтың баянына ҡушылып йырланы ҡумыҙсылар йырҙарын. Яңы таланттар ҙа астыҡ әле үҙебеҙ өсөн. Ләйсән Шәрипованы электән белә инем, йырлағанын тәүгә ишеттем. Буранға ҡарамай, ҡаргиҙәре менән Хәйбулланан килеп еткән Гөлфиә Хәләфетдинованы ла халыҡ оҡшатты.
Был кисәлә халыҡ ижады, йолалары, зауығы, тарихы тураһында мәғлүмәт алырға мөмкин ине. Халҡым киләсәге өсөн борсолған һәр кем ҡарарға тейеш бындай сараларҙы.
Концертта ҡумыҙсылар шулай уҡ мөнәжәт әйтте, нәсихәт йырланы, ретро йырҙар ҙа башҡарҙы.
Ошо мәртәбәле сарала үҙем был ансамблдең ағзаһы булған Римма һеңлем өсөн ҡыуанып ултырҙым. Ул зал менән Рәми Ғариповтың «Туған тел» шиғырына флешмоб ойошторҙо.
«Нур сәсеп йәшәйек! Әл-Фатиха» тип аталған хәйриә концерты маҡсатына иреште. Ысынлап та нурлы кешеләрҙе йыйып, иман нурҙары сәсеп торған тамаша ойоштороп, кешеләрҙең күңелдәрен иман нурҙары менән нурлап, яу ҡырындағыларға гуманитар ярҙам ойоштороп, изге айыбыҙ алдынан бөтмәҫ фәтихә алды «Яугүл»дәр.
Шулай итеп, ҡарамаҡҡа бәләкәй генә музыка ҡорамалының ҙур мәғәнәһен, серен асты ансамбль ағзалары. "Фәтихә" сүрәһен тотош зал менән уҡып, илгә именлек теләнек. Ап-аҡ ҡар яуған хикмәтле кистә уҡылған күмәк доға ҡабул булып, йорт-илгә тыныслыҡ ҡайтһын, яу баҫылһын, кешеләр тулы ғаилә бәхетенә ирешһен!
Күңелемдең бер мөйөшөндә матур ғына хәтирә булып һаҡланыр был тамаша.
Ләлә РАФИҠОВА.
Автор фотоһы.
https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2025-03-09/barmay-al-am-a-a-kener-inem-4150248