«Сәләм, дуҫтар! Хоҙайға тапшырып, ошо көндәрҙә оло юлға – егеттәр янына барырға сығабыҙ. Нурлаттан 3 фура һәм 2 микроавтобус бара. Бына бында минең яҡын дуҫтарым шәхси бүләктәр әҙерләгән: ҡаҙылыҡ, сыр, ҡаҙ, сосиска кеүек ризыҡтар килтерҙеләр.. Аҡса биреүселәр ҙә бар. Квадроцикл алып барырбыҙ тигәйнек, аҙыраҡ аҡса етеп бөтмәне, икенсе юлы алып барырбыҙ инде. Егеттәргә күстәнәс ебәреүселәргә рәхмәт яуһын, һеҙҙең исемдән тапшырырмын. Беҙгә һәйбәт юл теләгеҙ, осрашыуға тиклем. Яр Саллы һәм Йәлил концерттарын күсерергә тура килде, хәҙер аңланығыҙ инде ни өсөн икәнен. Кисә мине әрләп ята инегеҙ. Асыуланмағыҙ, ғәфү үтенәм. Егеттәргә гуманитар ярҙам итеү беренсе урында тора. Концерттың көнө билдәләрбеҙ. Мин һеҙҙе яратам!» – тигән ул.
Фото: VK