Ишле ғаилә көсө
...Саҡмағош районының Рәжәп ауылы ҡыҙы Финә менән Нуримандың Иҫке Күл ауылы егете Закирйән Өфөлә эшләп йөрөгән саҡтарында осраша. Яратып ҡауышалар.
– Икебеҙ ҙә ишле ғаиләлә иң бәләкәйҙәре: мин – бишенсе, Закирйән унынсы бала. Шуғалыр ҙа, бер-беребеҙҙе электән белгән кеүек, тиҙ арала уртаҡ тел таптыҡ, – ти бөгөн Финә Мөнәүир ҡыҙы. – Ғаиләлә иң бәләкәйе булһам да, бала сағым еңел үтмәне. Әсәйем йыш сирләгәс, уның урынына гел фермаға эшкә йөрөр инем. Таңғы сәғәт дүрттән тороп барам да, 25 баш һыйырҙы ҡул менән һауып ҡайтып, мәктәпкә уҡырға китәм. Йәйге каникулда иһә заводта кирбес һуғабыҙ. Ашлыҡ келәтендә лә төп көстәрҙең береһе булдыҡ.
Атайым ауылда алдынғы тракторсы ине. Әсәйем менән икеһе беҙҙе эш менән тәрбиәләнеләр. Ҡатын-ҡыҙ хеҙмәтен дә, ир-аттыҡын да белеп үҫтек.
Ауылда урта мәктәпте тамамлағас, Финә Мөнәүир ҡыҙы баш ҡалаға юллана. Өфө нефть техникумына уҡырға инеп, химик анализдар лаборанты һөнәрен ала.
– Дипломлы булғас, нефть заводына эшкә индем. Шул осорҙа Закирйәнем менән осраштыҡ, – тип йылы хәтирәләрен һүтте Финә апай. – Ул, алда әйткәнемсә, ун балалы ҙур ғаиләлә кинйәһе (Аллаға шөкөр, әле туғандарының барыһы ла иҫән-һау). Атайҙары – ҡайным Ахун Әхмәтйән улы – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны булды.
Беҙ осрашҡан мәлдә Закирйән милицияла эшләй ине. Оҙаҡ йылдар ошо һөнәре буйынса хеҙмәт итеп, офицер дәрәжәһендә отставкаға сыҡты.
Өйләнешкәс, иремдең тыуған ерендә – Нуриман районының Иҫке Күл ауылында төпләндек. Ике ҡыҙға һәм ике малайға ғүмер бирҙек: Лиана, Айҙар, Азалия, Данияр. Әммә улдарыбыҙ юҡ хәҙер – һуңғы һигеҙ йылда икеһен дә юғалттыҡ...
Биш йәшенән ялға сарт йәбешеп...
Һөйкөмлө, шуҡ, шаян... Шундай малай була Айҙар. Бәләкәйҙән спорт менән шөғөлләнә. Еңеү артынан еңеү яулап, ярыштарҙа туған мәктәбенә, ауылына, районына дан өҫтәп тора.
– Үҙебеҙ нисек үҫкәнбеҙ, балаларыбыҙға ла шундай тәрбиә бирҙек. Улар йәмәғәт эштәрендә әүҙем булды, өйҙә лә һис ҡасан буш ултырманы, хеҙмәт һөйҙө, – ти Финә Мөнәүир ҡыҙы. – Малды күп итеп тоттоҡ. Аттарыбыҙ ҙа булды. Айҙарыбыҙ йылҡы малы араһында буй еткерҙе тиергә лә мөмкин. Атаһының артынан ҡалмайынса, ныҡышып, биш-алты йәшенән үк атҡа атланды. Ялына сарт йәбешеп, һыбай йөрөр ине. Ә ете йәшендә атты үҙе егергә, туғарырға өйрәнде.
Һигеҙенсе класты тамамлаған мәлендә улымдың нисек шатланғаны әле лә иҫемдә. Һабантуйҙа ат ярышында ҡатнашып, икенсе урынды алып ҡайтҡайны ул. Йөҙө ҡояштан сағыуыраҡ балҡый, күҙҙәре яна, ташып торған дәрт-дарманы, гүйә, беҙҙе лә осороп алып китер кеүек!..
Ауылдағы мәктәпте тамамлағас, Айҙар Өфөләге 5-се һөнәри училищела уҡып, иретеп йәбештереүсе дипломын ала. Унан ошо һөнәре буйынса “Газпром” йәмғиәтендә эшләй, вахта ысулы менән Себер яҡтарында хеҙмәт күрһәтә.
– Һөнәрен яҡшы белгән оҫта булды. Улыбыҙҙы бөтә ерҙә яраталар, хөрмәт итәләр ине, – тип ғорурлыҡ һәм һағыш менән дауам итте Финә апай. – Үҙебеҙҙең Иҫке Күлдә бик матур урындан ер алды. Күп итеп йылҡы малы тотасаҡмын, бал ҡорттары үрсетәсәкмен, тип эй хыялланыр ине. Йортто ике ҡатлы, ныҡлы нигеҙле итеп төҙөйөм, әллә ҡайҙан уҡ балҡып, нур бөркөп торасаҡ, тине. Алтын ҡуллы ине шул. Бөтә төр техникалары ла булды.
Ошондай матур хыялдар менән йәшәгән улыбыҙҙың, бер көн ҡайтып, “Мин контракт буйынса махсус хәрби операцияға китәм” тигән һүҙҙәре беҙгә аяҙ көндә йәшен һуҡҡан һымаҡ тәьҫир итте. “Юҡ, – тинек атаһы менән. – Йөрөмәйһең. Риза түгелбеҙ”. Әммә улыбыҙ күптән ошондай ҡарарға килгәнен, беҙгә был хаҡта һуңғы көндә генә әйтергә йөрьәт иткәнен тыныс ҡына еткерҙе. Унда иптәштәре күп киткәйне бит... Яҙышалар ине шул... Теләктәшлек, рух, бер-берең өсөн утҡа инергә әҙерлек сағылышы инде был.
Айҙар Әхтәмйәнов 2024 йылдың 7 ноябрендә контрактҡа ҡул ҡуя. Һауа-десант ғәскәрендә алты ай күнекмәләр үтә. Үткер холоҡло спортсы егетте бүлексә командиры итеп ҡуялар. Ата-әсәһенә, туғандарына көн дә тиерлек шылтыратып тора. 24 апрелдәге “Алышҡа инәбеҙ. Атай, әсәй, һеҙ минең өсөн ҡурҡып, ҡаңғырып ултырмағыҙ. Барыһы ла яҡшы булыр. Заданиенан ҡайтыу менән шылтыратырмын. Көтөгөҙ...” тигән һүҙҙәре һуңғыһы була...
“Беҙгә бит бер йылы һүҙ етә...”
– Улыбыҙҙы юғалтыуға хәҙер инде бер йыл самаһы булып килә. Әммә күңел барыбер ышанмай, – ти Финә Мөнәүир ҡыҙы. – Атаһы менән икәүләп һаман да малды күп итеп тоторға тырышабыҙ. Улыбыҙҙың аттарын ҡәҙерләп аҫрайбыҙ, уларҙы үрсетергә, тыуған ерендә йылҡысылыҡты үҫтерергә хыялланғайны бит.
Ике ҡатлы иркен, матур йортом буласаҡ тигән теләге лә бар ине, тигәйнем. Ул өйҙө үҙебеҙ төҙөп бөтөрөп киләбеҙ, үҙ көсөбөҙ менән газ үткәрәбеҙ. Рухы тыныс булһын балабыҙҙың.
Туғандарыбыҙ, ауылдаштарыбыҙ тарафынан хәстәрлек күреп, яҡшы һүҙҙәр ишетеп торабыҙ, Аллаға шөкөр. Айҙарыбыҙҙы һәр кем йылы хис-тойғо, яҡты хәтирәләр менән иҫкә ала, изге күңелле, мәрхәмәтле ул үҫтергәнебеҙ өсөн рәхмәт әйтә. Улыбыҙҙың “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы” миҙалын да килтереп бирҙеләр. Эйе, балабыҙ өсөн ғорурбыҙ.
Әммә йөрәкте ҡанһыратҡан хәлдәр ҙә юҡ түгел. Мәҫәлән, күптән түгел улыбыҙға тапшырылған Ҡаһарманлыҡ орденын килеп алырға ҡуштылар. Военкоматтағы секретарь ҡултамға ҡуйҙырып, награданы тоттороп сығарҙы. Мәртәбәле орденды, мәрхүм яугирҙең ата-әсәһенә бер-ике йылы һүҙ әйтеп булһа ла, хәрби комиссар үҙе тапшырырға тейеш түгелме икән һуң ул? “Мәгеҙ” тип кенә тоттороп сығарып ебәрҙеләр. Ирем менән бик рәнйеп, йөрәгебеҙ әрнеп ҡайттыҡ. Бында мәсьәлә орденда түгел, ә иғтибарҙа бит. Ватаныбыҙ өсөн ғүмерен биргән яугир рухы алдындағы яуаплылыҡта...
Батыр улдары менән ғорурланып, уның башлаған эштәрен дауам итеп, изге теләктәрен ысынбарлыҡҡа ашырырға тырышып ғүмер кисерә Финә һәм Закирйән Әхтәмйәновтар. Айҙарҙың яҡты хыялдары йәшәү көсө бирә уларға. Ватанын һаҡлар яугир үҫтергән рухлы ата-әсәнең ошо дәрт-дарманы һүрелмәһен, бар теләктәре бойомға ашһын.
Фотоларҙа: 1. Гвардия рядовойы Айҙар Әхтәмйәнов. 2. Яугирҙең ата-әсәһе Финә һәм Закирйән Әхтәмйәновтар. 3. Закирйән Әхтәмйәнов улының аттары янында. 4. Яугирҙең хыялындағы йортто ата-әсәһе төҙөп бөтөп килә. 5. Яугирҙең Батырлыҡ ордены.
Дилбәр Ишморатова.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.
Нуриман районы.
https://bashgazet.ru/articles/geroy-ar-d-ere/2026-04-04/ulyby-y-attary-aldy-4639369