+23 °С
Облачно
Барыһы ла Еңеү өсөн
3 Августа , 12:00

Тельман Уралбаевҡа генерал Шайморатов миҙалы

Сираттағы хөкүмәт кәңәшмәһендә махсус хәрби операция геройы тәбрикләнде. Матур йолаға ярашлы, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән фиҙакәрлеге, батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн РФ Оборона министрлығының 01005 ғәскәри часы батальоны командиры, Рәсәй Геройы Тельман Уралбаевҡа генерал Шайморатов миҙалын тапшырҙы.

Тельман Уралбаевҡа генерал Шайморатов миҙалыТельман Уралбаевҡа генерал Шайморатов миҙалы
Тельман Уралбаевҡа генерал Шайморатов миҙалы

– Мин 27-се мотоуҡсылар дивизияһының 506-сы полкының мотоуҡсылар батальоны командиры. Батальонымдың 70 проценты Башҡортостан хәрбиҙәренән тора. Беҙ Красноармейскиҙы азат итеүҙә ҡатнаштыҡБыл бурысты бергәләп үтәнек. Һеҙҙең республикалағы егеттәрҙе билдәләп үтергә теләйем – улар геройҙар, ҡыйыуҙар, тәрбиәле һәм тәүәккәлдәр. Командованиенан һәм үҙемдән үҙ иленә һәм халҡына тоғро булған ошондай хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе тәрбиәләгәнегеҙ өсөн рәхмәт һүҙҙәрен белдерергә теләйем. Шулай уҡ һеҙгә махсус хәрби операция яугирҙәренә даими ярҙам күрһәткәнегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм, – тине Тельман Уралбаев.

Радий Хәбиров уға хеҙмәте өсөн рәхмәт әйтте, ихтирамын белдерҙе һәм егеттәргә сәләм әйтеүҙе һораны.

Шулай уҡ кәңәшмә барышында Башҡортостан Башлығы Өфө ашығыс медицина ярҙамы клиник дауаханаһының баш табибы Ирина Карамоваға “Хеҙмәт батырлығы өсөн” миҙалын тапшырҙы. Юғары наградаға ул күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте һәм юғары профессиональ оҫталығы өсөн лайыҡ була.

– Был минең ҡаҙанышым түгел, ә ашығыс медицина ярҙамы клиник дауаханаһы коллективының эшен күреү, күптән түгел беҙҙең өсөн ҙур булмаған, әммә әһәмиәтле 35 йыллыҡ юбилейын билдәләгән учреждениеның профессионализмын таныу. Мин баш табип булып 25 йыл эшләйем. Һәм бөгөн минең артымда мең ярымлыҡ коллектив тора. Улар – операция бүлмәләренән сыҡмаған, байрамдарҙы ла, ял көндәрен дә белмәгән, кеше ғүмерен һаҡлап ҡалыуға һәм һаулығын оҙайтыуға ҙур өлөш индергән белгестәр. Бөтә коллективыбыҙға рәхмәт, – тине ул.

Фото: "Башинформ". 

https://bashgazet.ru/articles/geroy-ar-d-ere/2026-08-03/geroy-a-geroy-mi-aly-4770692

Автор:
Читайте нас