+25 °С
Облачно
Барыһы ла Еңеү өсөн
18 Августа , 15:00

Халыҡ фронты “Башҡортостан” полкы өсөн адреслы ярҙам йыйыу иғлан итте

Август һәм сентябрь айҙарында Халыҡ фронтының “Бөтәһе лә Еңеү өсөн!” саҡырыуы аҫтында беҙҙең төбәктә тупланған бөтә ярҙамы 31-се “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкы яугирҙәренә йүнәлтеләсәк. Адреслы ярҙам ойоштороу инициативаһы менән Халыҡ фронты вәкилдәре республика Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә сығыш яһаны. Тәҡдимде Башҡортостан Башлығы хупланы.

Халыҡ фронты “Башҡортостан” полкы өсөн адреслы ярҙам йыйыу иғлан иттеХалыҡ фронты “Башҡортостан” полкы өсөн адреслы ярҙам йыйыу иғлан итте
Халыҡ фронты “Башҡортостан” полкы өсөн адреслы ярҙам йыйыу иғлан итте

«Башҡортостан» полкы 2023 йылдың йәйендә ойошторолдо. Уның составына Башҡортостанда төҙөлгән 18 исемле подразделение инә. Өс йыл эсендә яугирҙәр ҙур хәрби юл үтте һәм бөгөн махсус хәрби операция зонаһында үҙ бурыстарын үтәүҙе дауам итә. Шул уҡ ваҡытта хәрби бурыстарҙың характеры даими үҙгәрә, шуның менән бергә алғы һыҙыҡтағы подразделениеларҙың техникаға, ҡорамалдарға һәм башҡа сараларға ихтыяжы ла арта.

Тап шуға күрә Халыҡ фронты яҡын арала төбәктә тупланған ярҙамды яҡташтарыбыҙ хеҙмәт иткән полкка ебәрергә ҡарар итте.

“Беҙҙең өсөн бының адреслы ярҙам булыуы бик мөһим. Кемдәргә ярҙам итеүебеҙҙе һәм ниндәй ярҙам кәрәклеген аңлайбыҙ. “Башҡортостан” полкы яҡташтарыбыҙҙы берләштерә, хәҙер республика халҡының яугирҙәргә туранан-тура ярҙам итеү мөмкинлеге бар. Был осраҡта бәләкәй йәки әһәмиәтһеҙ иғәнәләр юҡ. Ярҙам йыйыу эшенә меңәрләгән кеше ҡушылғанда, һәр кем бер нисә йөҙ һум ғына йүнәлткән осраҡта ла, был аҡсалар алғы һыҙыҡҡа кәрәкле техникаға һәм ҡорамалдарға әйләнә. Башҡортостан ярҙамға мохтаж булғанда һәр ваҡыт берләшә белә, һәм был ярҙамда тап шуны раҫлай”, – тип билдәләне Халыҡ фронтының Башҡортостан төбәк бүлексәһе етәксеһе Виталий Брыкин.

Бындай ярҙам механизмы бер нисә тапҡыр үҙенең һөҙөмтәлелеген күрһәтте. Һөҙөмтәлә йәмәғәт ярҙамы абстракт «фронтҡа ярҙам»ға түгел, ә яугирҙәргә кәрәкле ҡорамалдарға әйләнә.

“Башҡортостан” полкы өсөн адреслы ярҙамға ҡушылырға теләүселәр иғтибарына Халыҡ фронтының “Бөтәһе лә Еңеү өсөн!” платформаһындағы һылтанма: pobeda.onf.ru/requirements/bashkortostan.

Үҙебеҙҙекеләргә ярҙам итәйек. Һәр индергән өлөш – ул алғы һыҙыҡтағы яҡташтарыбыҙға конкрет ярҙам.

Автор:
Читайте нас