“Башҡортостан” нәшриәте Дәүләт унитар предприятиеһында банкротлыҡ процедураһын индереү тураһындағы ҡарар көсөн юғалтты. Конкурс идарасыһы үҙенең вазифаһын үтәүҙән баш тартҡан. Бының үҙ сәбәптәре бар. Мөлкәт һәм ер мөнәсәбәттәре министрлығының элекке етәкселеге республикабыҙҙың иң ҙур һәм заманса нәшриәтенең күсемһеҙ милкен, бөлгөнлөккә төшөү сәбәпле, сауҙаға сығарыу тураһында ҡарар ҡабул иткәйне. Республика Башлығы нәшриәтте банкротлыҡтан сығарыу буйынса ярҙам итергә аныҡ күрһәтмә бирҙе. Мәғлүмәтте республиканың гәзит һәм журналдары, предприятиела эшләүселәр ҙур ҡәнәғәтлек менән ҡабул итте. Ошонда нәшер ителгән “Ағиҙел” һәм “Һәнәк” журналдарына был ҡыуаныслы хәбәрҙең туранан-тура мөнәсәбәте бар. Сөнки республиканың күпселек гәзит һәм журналдары ошонда донъя күрә, күп йыллыҡ тарихы булған предприятиеның коллективы иртәгәһе көнгә ышаныс менән ҡарай.