+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
14 Ноябрь 2018, 14:06

Беҙ ниндәй илдә йәшәйбеҙ?.. Төрмәләрҙә хөкөм ителгән элекке полицейскийҙарға урын етмәй.

Берәүгә лә сер түгел, хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләүселәр үҙҙәре төрлө енәйәткә бара, закон боҙа һәм төрлө ваҡытҡа иркенән мәхрүм ителә. Эйе, закон буйынса һәр енәйәт өсөн яуап бирергә һәм төрмәлә ултырырға тура килә. Элек хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләгән һәм хөкөм ителгән хеҙмәткәрҙәр өсөн махсус төрмәләр эшләй. Элекке полицейский йәки прокуратурала эшләгән кеше өсөн ябай халыҡ өсөн тәғәйенләнгән төрмәгә эләгеү һуңғы сиккә етеү менән бер. Сөнки элекке эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәрен унда аяп тормайҙар.

Һуңғы йылдарҙың аяныслы ысынбарлығы шунда, үҙҙәре закон һаҡларға тейеш кешеләр араһында енәйәт ҡылыуҙар киҫкен артҡан һәм хөкөм ителгәндәр өсөн төрмәләрҙә урын етмәй. Рәсәйҙең яза башҡарыу буйынса федераль хеҙмәте директоры урынбаҫары Валерий Максименко белдереүенсә, быйыл ғына ике төрмә асылған. Улар икеһе лә тулған. Тиҙ арала яңыларын төҙөргә кәрәк. Был хәлде федераль чиновник хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре араһында коррупцияға ҡаршы көрәштең көсәйеүе менән аңлата. Иң ҡыҙығы шул, ябай халыҡ араһында хөкөм ителгәндәр һаны йылдан йыл кәмей бара һәм улар иркенерәк шарттарҙа “ултыра”.
Әйткәндәй, кисә генә Өфө ҡалаһында страховка аҡсаһын мутлашыу юлы менән үҙләштергән бер нисә хеҙмәткәргә енәйәт эше асылды, тик уларға урынды нисек еткерерҙәр икән?
Илфат Кәримов.
Читайте нас: