Өфө аэропортына республикабыҙҙың билдәле бер шәхесенең исемен биреү буйынса бәхәстәр ҡуйырғандан-ҡуйыра һәм әҙәпһеҙ төҫ ала бара. Иң алдан билдәләйек, шөкөр, арабыҙҙан бөйөк шәхестәр сыҡҡан. Аэропорт исемен йөрөтөүгә һәр береһе, тип әйтерлек, лайыҡ. Шулай булғас, тыныс күңел менән һайла ла, иң лайыҡлыһы өсөн тауыш бир. Ләкин, үкенескә ҡаршы, был сарала шәхестәрҙең береһенә үҙе үлгәндән һуң яла яғыу, үҙенең үсен ҡандырыу һымаҡ бик үк матур булмаған хилаф эштәргә юл ҡуйыла. Эйе, ни хәл итәһең, интернеттың мөмкинлектәре киң, әлегә уны хоҡуҡи майҙанға индереү мәсьәләһе лә аныҡ хәл ителмәгән. Ошо “йүгәнһеҙлек”тән файҙаланып, ҡайһы бер әфәнделәр төрлө социаль селтәрҙәрҙә бөйөк замандашыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримгә ҡаршы төрлө уйҙырмалар тарата, шик тыуҙырырлыҡ ғәйептәр таға. Уйҙырмаларҙы ишәйтмәү маҡсатында, шағирға өйөлгән “гонаһ”тарҙы сираттағы тапҡыр һанап сығыуҙы үҙебеҙ өсөн түбәнселек һанайбыҙ. Шағир арабыҙҙан күптән китте, бөгөнгө болғауыр заманда уның юҡлығы йылдан-йыл үҙен нығыраҡ һиҙҙерә. Хәҙер шағирҙы юҡһынырға һәм уға бысыраҡ өйөүселәргә ҡаршы аптыраулы ҡараш ташларға ғына ҡала. Иле, дәүләте, милләте өсөн бөтә йәнен фиҙа ҡылған шағир ундай мөнәсәбәткә лайыҡ түгел. Мостафа Сафа улы үҙенең барлыҡ булмышы, ижады, холоҡ-фиғеле менән башҡорт халҡын һынландырҙы, башҡорт халҡын яратты һәм ғүмеренең аҙағына тиклем башҡорт милләтенә хеҙмәт итте. Бөтә Рәсәй генә түгел, донъя киңлектәрендә Мостай Кәримде башҡорт халҡының улы, башҡорт шағиры тип беләләр һәм эшмәкәрлеген, ижадын хөрмәтләйҙәр. Мостай Кәримдең киң ҡоласлы, мәңгелек ижады менән танышып, башҡорт халҡы, уның характеры, тарихы хаҡында фекер йөрөтәләр. Ә бына үҙенең бөйөк улының ҡәҙерен белмәгән, уның тураһында ялған таратҡан кешеләр тураһында ишетеп, сит-яттар беҙгә ҡарата ниндәй һығымта яһар? Үҙеңде һәм ҡәләмдәштәреңде ҡасанға тиклем кәмһетергә мөмкин? Был хаҡта боронғолар ике-өс мең йыл элек үк әйтеп ҡалдырған: мәрхүмдәр хаҡында бары тик яҡшы һүҙҙәр генә әйтергә, йә, бер һүҙ ҙә әйтмәҫкә кәрәк. Ә бына Мостай Кәрим хаҡында ифрат күп һөйләргә мөмкин. Ул нисек итеп беҙҙең әҙәбиәтебеҙҙе донъя кимәленә күтәрҙе, үҙенең ҡәләмдәштәренә ваҡытын йәлләмәйенсә ярҙам итте, йәштәрҙе ҡурсаланы, депутат, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, аҡыл эйәһе, яҙыусы һәм шағир сифатында башҡорт милләтенең абруйын күтәрҙе. Бәлки, шағирыбыҙҙың рухына үҙе үлгәндән һуң оторо ҡыйыуланып китеп, төкөрөк сәсә-сәсә йоҙороҡ болғағандарға шуны әйтәм: Мостай Кәримдең әҫәрҙәрен өр-яңынан уҡығыҙ. Әҙип үҙенең әҫәрҙәрен донъяның яҡты яғында йәшәгәндәргә арнап яҙған. Тормоштан мәңге ҡараңғылыҡ эҙләгәндәргә, үкенескә ҡаршы, шағир ижады ят. Башҡортостандың Юғары советында республика етәксеһе дәүләт теле сифатында башҡорт телен белергә тейешме, юҡмы тигән мәсьәлә ҡаралған ултырышты иҫкә төшөрәм. Парламент тәүге көндә, күпселек тауыш менән, башҡорт теленән баш тартҡайны. Шағир үҙенең хис-тойғоло, ләкин ышандырырлыҡ бер сығышы менән Юғары советтың ҡарарын юҡҡа сығарырға һәм депутаттарҙы башҡорт теле файҙаһына ҡайтанан тауыш бирергә мәжбүр итте. Бәлки кемдәрҙер был хаҡта онотоп та өлгөргәндер. Башҡорттоң бөйөк улы Мостай Кәримде яҡлап һеҙгә тағы ниндәй дәлилдәр килтерәйек?