+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
20 Ноябрь 2018, 15:02

Күмәкләп биҙәр ҡалабыҙ... Өфө ҡалаһын таҙа һәм матур итергә нимә ҡамасаулай?

Май сүлмәге тышынан күренеп тора, тигән һымаҡ, Өфөгә килеп төшөү менән, һәр бер ҡунаҡ ҡаланың юлдарына иғтибар итә. Быйыл юлдарҙы төҙөкләндереү йәһәтенән баш ҡалабыҙҙа бик ҙур эштәр башҡарылды. Һанап тормайым, байтаҡ аҡса түгелгәндер. Хәҙер тигеҙ һәм әлегә “тарнаҡлы” тәгәрмәстәр ярҙамында ашалмаған юлдар аша үтеүе күңелле. Тик оҙаҡҡа булырмы икән? Сөнки, яңы түшәлгән юлдарҙа һиҙелер-һиҙелмәҫ колеялар күренә лә башланы. Был һорауға яуапты бик күптәр ишетергә теләр ине. Йыл һайын яңынан аҡса түгеүгә ҡарағанда, бер тапҡыр сифатлы юл төҙөү отошлораҡ түгелме икән? Ни өсөн юлдар төҙөлә, ә уның сифаты йылдан-йыл насарлана?

Уңайһыҙ булһа ла, Өфө-Аэропорт юлын тағы ла бер иҫкә алып китәйек. Ике яғын да һәр йыл тип әйтерлек, яңынан түшәйҙәр. Беләбеҙ, юл төҙөү һәм ремонтлау эштәре бик ҡиммәт. Быйыл ғына республикала төрлө кимәлдәге бюджеттарҙан юл эштәренә егерме миллиард һум самаһы аҡса тотонолдо. Ифрат ҙур аҡса был. Юл эштәре һәр ваҡыт табышлы тармаҡ булып ҡала. Әгәр йыл һайын төҙәтеп-йүнәтеп тороу файҙалы икән, тимәк, Рәсәйҙә сифатлы юл төҙөү бер ваҡытта ла тормошҡа ашмаясаҡ.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Өфө ҡалаһын төҙөкләндереү йәһәтенән киләсәккә етди талаптар ҡуйҙы. Ҡала башлығы урынына яңы кеше килде. Өфөләр Өлфәт Мансур улы Мостафинға ҙур өмөт менән ҡарай. Беҙгә бөгөн Рәсәй кимәлендә Мәскәү, Ҡаҙан, Екатеринбург һ.б. мегаполистар менән юғары рейтинг бүлешкән башлыҡ түгел, ә Өфөнөң үҙ йөҙөн булдырған, юлдарҙы сифтлы итеп төҙөкләндергән, ҡаланы ошонда йәшәүселәр өсөн уңайлы, ә көн һайын эш буйынса килеп торғандарға – ҡунаҡсыл баш ҡала хужаһы кәрәк.

Тормош киләсәккә өр-яңы маҡсаттар билдәләй. Киләһе йылда Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуына 100 йыл тулыуы билдәләнәсәк, Өфө Бөтә донъя балалар уйындары баш ҡалаһына әүереләсәк, артабанғы йылдарҙа Фольклориада үтәсәк, күп тә үтмәй, барлыҡ илдәрҙән умартасылар республикабыҙға йыйыласаҡ. 2019 йылда шулай уҡ Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең һәм Башҡорт академия драма театрының 100 йыллығына төрлө тарафтарҙан абруйлы ҡунаҡтарҙың килеүе көтөлә. Республикабыҙҙың яңы етәкселеге алдында ҙур йыйындарҙы лайыҡлы кимәлдә ойоштороу һәм үткәреү бурысы тора. Билдәле, бындай ҙур йыйындарҙан республика халҡы ла ситтә ҡала алмай. Үҙебеҙгә ошо ҙур саралар үткәреүҙән республикабыҙ өсөн мөмкин тиклем фәһемле тәжрибә, файҙалы һабаҡтар алып ҡалырға кәрәк. Донъяла илдәр, ҡалалар менән үҙ-ара аралашыу йылдан-йыл киңерәк ҡолас ала. Беҙҙең тарафтарға туристар ағымының да көсәйеүе көтөлә. Ә бына уларҙы заманса, ҡунаҡсыл һәм йүнсел хужа сифатында ҡаршылау беҙҙең ҡулдан килерлек эш. Ҡунаҡтарыбыҙ һоҡланып, рәхмәттәр уҡып ҡайтһын. Уларҙы Өфөбөҙҙө гөл-сәскәгә күмеп, матурлап ҡаршы алайыҡ.
Читайте нас: