Үҙегеҙ күрәһегеҙ, республикабыҙҙың яңы етәксеһе вазифаһына дәртләнеп, хатта, әйтер инек, ҡомарланып һәм илһамланып тотондо. Күренеп тора, Радий Фәрит улы ҙур эштәргә һыуһаған, республиканы, уның кешеләрен яҡшы белә. Төбәк проблемалары бик күп, етешһеҙлекттәр уның өсөн ят түгел. Башлыҡтың һәр мәсьәләне үҙенең күреп-белеп аңларға һәм хәл итергә ынтылыуы ғәжәпләнеү тойғоһо уята. Һәр дүшәмбенән йомаға тиклем талапсан һәм эшлекле кәңәшмәләр, ял көндәрендә республика ҡалаларына һәм райондарына һөҙөмтәле сәфәрҙәр.
20 ноябрҙә Башлыҡ вазифаһын башҡарыусы Мәскәүҙә “Рәсәй транспорты” XII халыҡ-ара форумында ҡатнашты һәм “Росавтодор” етәксеһе Андрей Костюк менән осрашты. Эш осрашыуында Башҡортостанда юлдар һәм күперҙәр төҙөү мәсьәләһе ҡаралды. Юл, транспорт, күпер мәсьәләләре Өфө өсөн айырыуса мөһим. Кис һәм иртә менән Өфө-Аэропорт юлында ике яҡҡа ла тиҫтәләрсә километрға һуҙылған тығындар барлыҡҡа килә һәм халыҡ өсөн уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра. Асыулы водителдәр Ағиҙел күпере аша бөкөләрҙә йонсоғанда, йылға ярындағы тиңдәшһеҙ төҙөлөштө тәнҡитләп, бындағы шаштырылған сығымдарҙы һәм уларҙың хужаларын ҡәһәрләй. Ысынлап та, күпселеккә хеҙмәт итмәгәс, ундай ҡиммәтле төҙөлөш Өфөгә һәм республикаға кәрәк инеме икән? Был һорауға яуап, бәлки, һуңыраҡ табылыр.
Ә әлегә республиканың яңы Башлығы “Росавтодор” етәксеһе менән Воровский һәм Интернационал урамдары сатында федераль ҡаҙна иҫәбенә күперҙәр төҙөү мәсьәләһен күтәреп сыҡты. Өфө-Аэропорт юлының “Урал М-5” тиклемге өлөшөн федераль милеккә күсереү ҙә отошло булыр ине. Шуныһы ҡыуандыра, “Росавтодор” етәксеһе был тәҡдимдәргә ыңғай ҡарай.
Ошо осрашыуҙан һуң республика етәксеһе социаль селтәрҙәрҙә үҙенең сәхифәһендә: “Әлегә (образлы әйткәндә) министрҙарҙың кабинеттарына ябырылыусы башҡортто тапманым. Минең үҙемә шул башҡорт булырға тура килә” – тип, уйынлы-ысынлы яҙып ҡуйҙы.
Әйткәндәй, Радий Хәбиров һәр һүҙен үлсәп, ләкин һеңдереп әйтеүҙе өҫтөн күрә. 12 октябрҙән бирле ундай әйтемдәр байтаҡ йыйылды һәм уларҙы уҡып, төшөнөп, байтаҡ фәһем алырға мөмкин. “Һәнәк” журналы сайты үҙенең уҡыусыларына шуларҙың бер нисәһе менән танышырға тәҡдим итә.
“Әгәр күҙҙәрегеҙ балыҡтыҡы кеүек, устарығыҙ тирле һәм ҡолаҡтарығыҙ ҡыҫылған икән, власта урын юҡ!”
“... федераль министр ишек асыу менән, кабинетта папка һәм әҙер программа тотоп, үҙебеҙҙең башҡорт ултырһын”.
“...Улар хәҙер шымып ҡалды. Ә, башлыҡ шауланы, был йәнәһе пиар аҙым һәм башҡалар... ләкин беҙ эшләйәсәкбеҙ...”
“...ғөмүмән, власть бармы? Бында һеҙҙең нимә, Техасмы әллә?”
“Һәр иртәлә һеҙҙең эштәр нулдән башлана, үҙегеҙҙең кәрәкле булыуығыҙҙы иҫбатлар өсөн алда көнөгөҙ бар”.
“...булған хәл өсөн күҙҙәрҙә ниндәйҙер хәсрәт һәм оялыу тойолорға тейеш”.
“Әгәр күҙҙәрегеҙ буш, эшләргә телегегеҙ юҡ икән, шинелегеҙҙе алығыҙ ҙа башҡа эш менән шөғөлләнегеҙ”.
“Миндә шундай тойғо тыуа: бер осорҙа Өфөнө яратмағандар һәм уның бөтә ресурстарын һурғандар”.
Юғарыла һаналған миҫалдарҙа төрлө фекерҙәр табырға мөмкин. Аптырау ҙа, ғәжәпләнеү ҙә, яҡшыраҡ эшләргә саҡырыу ҙа. Тик буш һүҙҙәр юҡ, эшләргә һәм халыҡтың тормошон яҡшыртырға кәрәк. Ошо урында беҙҙең ут күршеләребеҙ Татарстан менән сағыштырғы килеп тора. Был сағыштырыу, әгәр теләһәгеҙ, ярыш ике яҡ өсөн дә ифрат отошло һәм файҙалы. Ләкин күңелдә бер шикле тойғо ярала, һуңғы һигеҙ-ун йылда беҙ булғанын да юғалтманыҡмы икән? Бәлки бик үк ҙур дәлил тойолмаҫ, әммә сағыштырырлыҡ һандар бар. Быйыл яҙ Петербургта бөтә донъя иҡтисади форумы үткәйне. Беҙҙең элекке Башлыҡ инвестициялар йәлеп итеү буйынса 30 миллиард һумлыҡ килешеү төҙөп ҡайтҡайны. Ә Татарстан президенты бындай килешеүҙәрҙе 2 триллион һумлыҡ төҙөгәйне. Айырманы үҙегеҙ самалағыҙ. Тағы бер миҫал. Башҡортостандың ылыҡтырғыслығын күтәреү, туризмды үҫтереү буйынса нисәмә йылдар һөйләйбеҙ. Федераль кимәлдә ваҡиғаларға бәйле туризмды үҫтереү буйынса проекттарға конкурс иғлан ителгәйне. Беренсе урында кем тип уйлайһығыҙ? Әлбиттә, Татарстан, 300 мәрәй менән. Ә беҙ – 31 мәрәй менән өсөнсө тиҫтәнең аръяғында. Ә бит беҙҙәге һымаҡ тәбиғәт, һыу сығанаҡтары, мәмерйәләр (Шүлгәнташ үҙе генә ни тора!) үҙе ни тора! Шулай булғас, беҙгә эшләргә лә әле, эшләргә.